Ғафури районы флагы

Ғафури районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Ғафури районының флагы 2006 йылдың 18 июлендә Ғафури районы муниципаль советының 9-76з ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3210, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 003 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге, 1:3:1 нисбәтенә тура килгән йәшел, аҡ һәм йәшел вертикаль һыҙаттарҙан торған, уларҙың сиктәре тулҡын рәүешендә эшләнгән тура мөйөшлө туҡыма. Урталағы аҡ һыҙат эсендә биш йүнәлештә атҡан зәңгәр төҫтәге фонтан.

Нигеҙләү

Ғафури районы флагы райондың тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлеген күҙ уңында тотоп эшләнгән герб нигеҙендә булдырылған. Ғафуриҙар ере Башҡортостандың ҡап уртаһында, Табын һәм Юрматы башҡорттарының тарихи ерҙәрендә, Ағиҙел ярында, сал Урал итәгендә урынлашҡан.

Төп фигура булып крайҙың ҡабатланмаҫ матурлығын, уның үҙенсәлекле дауалау сығанаҡтары, көкөрт водороды һәм дауалау батҡаҡтарына байлығын күрһәткән зәңгәр фонтан тора. Тәбиғи факторҙарҙың һирәк ҡушылмаһы, изге сығанаҡтарҙың дауалау көсө район территорияһында республиканан ситтә лә билдәле «Красноусол» курортын асыуға нигеҙ була.

Райондың урманға бай булыуы һәм тупраҡтың уңдырышлылығы алтын ҡусҡар биҙәкле йәшел ағастар рәүешендә бирелгән. Йәшел төҫ шулай уҡ муллыҡ, шатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты аңлата. Кесе һәм Кәлсер — табындарҙың һәм юрматыларҙың тамғаларының берләштерелеүе халыҡ хәтерен һәм тарихҡа хөрмәтте сағылдыра. Гербтың төп ҡыры көмөш төҫөндә бирелгән. Ул райондың күп милләтле халҡына хас иман, рухиәт, абруй, сафлыҡ һәм ихласлыҡты символлаштыра. Алтын ҡусҡар орнаменты ғафуриҙарҙың борон да, хәҙер ҙә ер эшкәртеү, малсылыҡ менән шөғөлләнеүен күрһәтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар