Башҡортостандың географик үҙәге
Һәйкәл | |
Географический центр Башкортостана
Башҡортостандың географик үҙәге | |
![]() | |
Ил | Башҡортостан |
Ауыл | Ерек |
![]() |
Башҡортостандың географик үҙәге — республиканың бөтә сиктәренән тигеҙ алыҫлыҡта урынлашкан нөктә, республиканың уратаһы. Был урын Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылынан көнсығыштараҡ, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигенән йыраҡ түгел, Өфөнән тураға 67,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
Был нөктәне Башҡорт дәүләт университетының физик география һәм геология кафедраһы география фәндәре докторы, профессор Әүфәр Гәрәев һәм кафедра ассистенты Азамат Ниғмәтуллин 2002 йылда иҫәпләп сығаралар[1].
Был урында 2009 йылдың 4 июлендә, шәжәрә байрамы үткәргәндә ауыл халҡы иҫтәлекле стела ҡуйҙы. Стеланан йыраҡ түгел мәжүсилек заманынан ҡалған табыныу урыны «Йәй ташы» ята.
2019 йылдың 9 декабрендә Рус география йәмғиәтенең башҡорт бүлексәһе Башҡортостан Республикаһының географик үҙәген билдәләгән ғәмәлдәге мемориаль стела янына үҙ стелаһын ҡуйҙы. Был ваҡиға был нөктәнең республиканың географик үҙәге булараҡ рәсми танылыуын билдәләне. Стеланы ҡуйыу тантанаһында Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Төбәк бүлексәһе вәкилдәре, Ғафурий районы муниципалитеты вәкилдәре, шулай уҡ журналистар һәм блогерҙар ҡатнашты. Стеланы ҡуйыу был урындың республиканың рәсми географик символы статусын нығытыуҙа мөһим аҙым була.[2]
Рус география йәмғиәте Башҡортостандың географик үҙәгенән тыш, республиканың иң ситтәгеэкстремаль нөктәләрендә, шулай уҡ Кушнаренков районында үҙенсәлекле координаталы (55* с.ш. и 55* в.д.) «55/55» нөктәһендә стелалар ҡуйылған.
Әһәмите
Башҡортостан Республикаһының географик үҙәге мөһим географик нөктә генә түгел, ә төбәктең символына әйленде. Был урында ҡуйылған иҫтәлекле стела урындағы халыҡтың да, Киндерле мәмерйәһенә һәм Еҙем тәбиғәт паркына барған туристарҙың да иғтибарын йәлеп иткән әһәмиәтле мәҙәни һәм тарихи объект булып хеҙмәт итә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Учёные вычислили, где находится «пуп» земли башкирской. «Комсомольская правда», 19 апреля 2002 г.
- ↑ В Башкирии официально открыли географический центр республики . mkset.ru (7 декабрь 2019).
Ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- [1] Филиал ВГТРК ГТРК "Башкортостан"
- Информационное агенство «ВолгаИнформ» 2016 йылдың 30 май көнөндә архивланған.
- В самом центре Башкирии установят стелу. Комсомольская правда. 8 июля 2009 г.
- Сайт села Красноусольск(недоступная ссылка)
- Памятник станет местом паломничества туристов со всех городов. Сайт «Путь Ислама»
Был тамамланмаған мәҡәлә Ғафури районы тураһында. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |