Йәй ташы
Йәй ташы (рус. Камни лета) — төрки халыҡтарының, айырыуса башҡорттарҙың, традицион мәҙәниәтендә культ әһәмиәтенә эйә таштар; улар ямғырҙы саҡырыу йәки туҡтатыуға йүнәлтелгән йолаларҙа ҡулланылған. Боронғо анимистик ҡараштарҙың һәм һауа торошо магияһының ҡалдығы булараҡ ҡарала[1].
Этимологияһы
Төрки телле халыҡтарҙың барыһында ла йәй ташы бер үк атама менән («дьада — яда — сата — джайташ — йәй таш») тип атала. Ҡайһы бер ғалимдар (С. Е. Малов, В. Н. Басилов) «йәй таш» һүҙенең «йәй», «дьята», «яҙа» өлөшөн Авеста телендәге «даьда» («тылсым», «күрәҙәлек») һүҙенә барып тоташыуын күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, башҡорт телендәге «яҙа», «яҙылыу» һүҙҙәре «асылыу, йәйелеү» тигәнде аңлата. «Йәй» атамаһы ла «йәйелеү», «киңәйеү», «асылыу» менән бәйле булыуы ихтимал, сөнки башҡорттар көндөң аяҙайтыуын «көн яҙылып китте», ти. Йәғни төрлө төрки телдәрендә таралған «дьата, яда, сата, йәй» терминының көн торошо менән бәйле булыуын, уның менән идара итергә тырышып ҡулланылыуын күрергә була[1].
Тарихы
X—XI быуаттар арауығында Урта Азияла йәшәгән билдәле ғалим Әл-Бируни (973—1048): «Бер төрки миңә ямғыр яуҙыра торған таш килтереп бирҙе. Мин уны ҡабул итеп алырмын һәм ҡыуанырмын, тип уйлағандыр, күрәһең…» — тип яҙып ҡалдырған[1].
XI быуатта төрөк ғалимы Мәхмүд Ҡашғари «Диуану лөғәт әт-төрк» («Төрөк һүҙҙәренә аңлатма») тигән хеҙмәтендә йәй ташы (ядаташ) тураһында яҙа: ҡоролоҡ ваҡытында кешеләр таштарҙы һыу менән йыуалар, туҡтамай ямғыр яуһа, таштарҙы һары май менән майлайҙар. Был йола үҙенең сығышы менән шаманизмға барып тоташа[2].
Донъяның төрки телле халыҡтарының этнографияһы буйынса ҙур ижади мираҫ ҡалдырған билдәле тарихсы-этнограф булып Абдулҡадир Инандың төрөк теленән тәржемә ителеп, 1998 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сығарылған «Шаманизм тарихта һәм бөгөн» тигән китабында «Яҙа ташы һәм ямғыр тылсымдары» тигән мәҡәләһе лә урын алған. Ул яҙып ҡалдырған ямғыр яуҙырыу йолаһы башҡорттарҙа бер үҙгәрешһеҙ тиерлек беҙҙең көндәргә килеп еткән һәм этнографтар тарафынан ХХI быуатта ла телгә алына[1].
Башҡорттарҙа Йәй ташының өс төрө бар. Беренсе төрө — урман янында осрай, ҙур бер һынға оҡшаған ҙур таш. Был таштар Белорет, Архангел, Ғафури райондары биләмәләрендә бар. Ырымдар буйынса, уға ҡағылһаң йәки уның бер киҫәген һыуға һалһаң, ямғыр яуа башлай. Әгәр ямғыр оҙаҡ туҡтамай икән, киҫәкте кире урынына ҡуйырға һәм ташты майлап һыларға кәрәк. Шунан һуң аяҙ көндәр башлана, тип һанала.
Икенсе төрө Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарында осрай. Уларҙа йәй ташы тип Һаҡмар йылғаһынан алынған ваҡ таштарҙы атайҙар. Ямғыр яуҙырыу өсөн был таштарҙы йылғаға һалалар. Ямғыр туҡтатыр өсөн, таштарҙы һыуҙан алып, ҡоротоп, май менән майлайҙар һәм аҡ яулыҡҡа төрөлөп, ҡараңғы урынға ҡуялар.
Өсөнсө төрө: Әбйәлил һәм Учалы райондары биләмәләрендә Йәй ташы — ҡоштарҙың ашҡаҙанында табылған төҫлө ваҡ таштар. Ямғыр яуҙырыу өсөн уларҙы һыуға һалалар, ә ямғыр туҡтатыр өсөн — һыуҙан алалар[3].
Йәй ташын тәрбиәләү йолаһын ерле халыҡ быуындан-быуынға күсереп, һаҡлап ҡалған. Улар бында мәжүсилеккә ҡаршы көрәш заманында ла, дингә ҡаршы атеизм ваҡытында ла таштарҙы һыу менән йыуырға, майларға килгән. Риүәйәт буйынса, әгәр ҡоро йыл булһа — ямғыр яуған, ямғырлы йыл булһа — ҡояшлы көндәр башланған.
Ләкин ямғыр яуҙырыу һәм туҡтатыу менән һәр кеше шөғөлләнә алмай. Был йоланы ғәҙәттә белемсе тип аталған «белемле кешеләр» башҡара. Магик ғәмәлдәр махсус доғалар һәм ырымдар ярҙамында башҡарыла.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Бөрйән, Белорет һәм башҡа райондарында йәй таштары булыуы мәғлүм[4]. Ғафури районы Ерек ауылынан йыраҡ түгел баҫыу уртаһында ямғыр культы менән бәйле мәжүси аллаларға табыныу ваҡытынан ҡалған, береһе ҡыҙғылт («Инәй»), икенсеһе йәшкелт («Атай»)[4] төҫтәге эре таш бар.
Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү (рус.)баш. заманында был таштар ер эшкәртергә ҡамасаулай тип, ситкә күсерергә уйлайҙар. Ләкин эштәре бер ҙә килеп сыҡмай, йә трос өҙөлә, йә тракторҙың көсө етмәй, йә ҡапыл ғына башҡа ашығыс эш килеп сыға. Уларҙы баҫыу ситенә күсергән осраҡта ла, таштар киренән үҙ урындарына күсә икән. Таштар үҙҙәре күсәме, әллә күсергән кеше күсерәме икәне асыҡланмай ҡала.
Хәҙерге ваҡытта таштар ятҡан урын кәртәләп алынған.
Мифологияла, риүәйәттәрҙә
Башҡорт мифологияһында һауа торошон көйләүсе тылсымлы ташты Йәй ташы, Ямғыр ташы йәки Ҡолонташ тип атайҙар. Ырым-ышаныуҙар буйынса, уның ярҙамында ямғыр яуҙырырға йәки туҡтатырға мөмкин[3].
Йәй ташы тураһында халыҡ араһында күп төрлө риүәйәттәр һаҡланған. Мәҫәлән, бер әбей бәләкәй генә таш киҫәген өйөнә алып ҡайтып, сынаяҡ аҫтына һалып ҡуя. Төнө буйы ул таш сылтырап, «илап» сыға икән. Таң атҡас, әбей: «Илама, атайың да, инәйең дә үҙ урынында», — тип, ташты кире алып барып ҡуйған.
Икенсе риүәйәттә әйтелеүенсә, әгәр таштарға һабан йә башҡа ер эшкәртеү ҡоралы менән тейһәң, тиҙҙән болоттар йыйылып, ямғыр яуа башлай. Әммә был ғәмәлде махсус рәүештә ямғыр саҡырыу ниәте менән эшләһәң, киреһенсә, күпме тырышһаң да, ямғыр яумай икән.
Тағы бер легендала айһыҙ, тымыҡ төндәрҙә был таштарҙың хәрәкәткә килеүе, шыуышып, бер-береһенә яҡынлашыуы хаҡында һөйләнә. Әгәр шул мәлдә кеше килеп сыҡһа, ул мәңгелеккә һоро сысҡанға әйләнеп үлән араһына ҡасып юғала, имеш. Бындай сысҡандар ауыл өйҙәренә инеп, «беҙ һеҙҙең аҙашҡан туғанығыҙ» тип йөрөй, ләкин уларҙың телен бер кем дә аңлай алмай[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Зәкитйән Әминев. Ямғыр һәм йәй ташы (баш.) // Киске Өфө : газета. — 2024. — 15 август (№ 32).
- ↑ Искакова Лена Нурисламовна. Тюркские письменные памятники VII - XI вв. и башкирская словесность : вопросы поэтики, традиции. Библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
- ↑ 1 2 Хисамитдинова, Ф. Г. Словарь башкирской мифологии. — Уфа: Китап, 2019. — 432 с. — ISBN 978-5-295-07176-8. (Тикшерелеү көнө: 23 март 2026)
- ↑ 1 2 Культовые камни «йэй таш» («бабай таш» и «абий таш») в Гафурийском районе Республики Башкортостан (по материалам экспедиционного выезда 2014 года). Институт этнологических исследований им. Р.Г. Кузеева – обособленное структурное подразделение Уфимского федерального исследовательского центра РАН (Россия, г. Уфа). (Тикшерелеү көнө: 23 март 2026)
- ↑ Йәй ташы // Табын : Ғафири районының ижтимағи-сәйәси гәзите. — 2009.
Һылтанмалар
- Сәйәхәтсе һуҡмағы. Башҡортостандың географик уртаһы Филиал ВГТРК ГТРК «Башкортостан» (Тикшерелеү көнө: 26 август 2024)
- Каменная легенда 2009 йылдың 27 июль көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 август 2024)
- Диване Лөгатет-Төрк 2012 йылдың 18 ғинуар көнөндә архивланған.
- «Диван лугат ат-тюрк» (Словарь тюркских наречий", первый перевод на русский язык, Зифа-Алуа Ауэзова-Эрмерс). Алматы, «Дайк-Пресс», 2006, 1300 стр.
- Откуда корни растут 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 август 2024)
- Таштарға бәйле тыйыуҙар. Юлдаш радиоһында тапшырыу яҙмаһы 2019 йылдың 9 февраль көнөндә архивланған.
- Йәй ташы мажаралары. Самат Мөхәмәтйәнов (Тикшерелеү көнө: 26 август 2024)
- Культовые камни «йэй таш» («бабай таш» и «абий таш») в Гафурийском районе Республики Башкортостан (по материалам экспедиционного выезда 2014 года). Институт этнологических исследований им. Р. Г. Кузеева — обособленное структурное подразделение Уфимского федерального исследовательского центра РАН (Россия, г. Уфа).
Әҙәбиәт
- Йәйташы. Әнүр Вахитов. Һәнәк журналы. 2024
- Йәй ташы. Таңсулпан Ғарипова.