Ғафури районы гербы
| Ғафури районы гербы | |
|---|---|
| Герб | |
| Административ-территориаль берәмек | Ғафури районы |
| Нигеҙләү датаһы | 18 июль 2006 |
| Дәүләт | |
| Юрисдикция таралышы | Ғафури районы |
| Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Ғафури районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3209, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 003 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
2006 йылдың 18 июлендә Ғафури районы советының 9-75з ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Герб нигеҙенә ҡарап аҡҡан йәшел тулҡындар уртаһындағы көмөш фонда Табын, Кесе һәм Кәлсер башҡорт ырыуҙары тамғаларының берләшеүен кәүҙәләндергән билдә төшөрөлгән зәңгәр овал эсенән зәңгәр фонтан урғыла.
Нигеҙләү
Ғафуриҙар ере Башҡортостандың ҡап уртаһында, Табын һәм Юрматы башҡорттарының тарихи ерҙәрендә, Ағиҙел ярында, сал Урал итәгендә урынлашҡан.
Гербтың төп фигураһы булып крайҙың ҡабатланмаҫ матурлығын, уның үҙенсәлекле дауалау сығанаҡтары, көкөрт водороды һәм дауалау батҡаҡтарына байлығын күрһәткән зәңгәр фонтан тора. Тәбиғи факторҙарҙың һирәк ҡушылмаһы, изге сығанаҡтарҙың дауалау көсө район территорияһында республиканан ситтә лә билдәле «Красноусол» курортын асыуға нигеҙ була.
Зәңгәр овал Аҡкүлде — Башҡортостандың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын символлаштыра. Райондың урманға бай булыуы һәм тупраҡтың уңдырышлылығы алтын ҡусҡар биҙәкле йәшел ағастар рәүешендә бирелгән. Йәшел төҫ шулай уҡ муллыҡ, шатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты аңлата. Кесе һәм Кәлсер — табындарҙың һәм юрматыларҙың тамғаларының берләштерелеүе халыҡ хәтерен һәм тарихҡа хөрмәтте сағылдыра. Гербтың төп ҡыры көмөш төҫөндә бирелгән. Ул райондың күп милләтле халҡына хас иман, рухиәт, абруй, сафлыҡ һәм ихласлыҡты символлаштыра. Алтын ҡусҡар орнаменты ғафуриҙарҙың борон да, хәҙер ҙә ер эшкәртеү, малсылыҡ менән шөғөлләнеүен күрһәтә.