Саҡмағош районы гербы
| Саҡмағош районы гербы | |
|---|---|
| Герб | |
| Административ-территориаль берәмек | Саҡмағош районы |
| Нигеҙләү датаһы | 28 июнь 2006 |
| Дәүләт | |
| Юрисдикция таралышы | Саҡмағош районы |
| Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Саҡмағош районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3025, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 062 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы муниципаль район советының 2006 йылдың 28 июнендәге 90-сы ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Зәңгәр ерлектә бер-береһенә ҡаратып, уңы һулының өҫтөнә ҡуйылған алтын йөҙлө һабан төшөрөлгән. Уның өҫтөндә уң йүнәлештә осоп барған һабантурғай һүрәтләнгән.
Нигеҙләмәһе
Герб нигеҙенә ер эшкәртеүсене данлау һалынған. Крайҙың һоҡланғыс тәбиғәте кешеләрҙе электән Саҡмағош еренә ылыҡтыра, тарихи һәм археологик материалдар раҫлауынса, улар бында борондан йәшәй, малсылыҡ һәм ер эшкәртеү менән шөғөлләнә. Шуға күрә көмөш һабан гербтың төп фигураһы булып тора һәм игенсенең тынғыһыҙ хеҙмәтен кәүҙәләндерә.
Һабан өҫтөндә көмөш һабантурғай — игенсенең яҙғы хәстәрлектәре символы ҡанаттарын йәйгән. Яҙғыһын, яландарҙа эш ҡайнағанда, күктә күк ҡанатлы һабантурғай йырын һуҙа — туҡ башаҡлы игендәрҙең диңгеҙ кеүек тулҡанланасағын күҙаллап ҡыуана.
Гербтың зәңгәр төҫө ниәттәрҙең изге булыуын, тыныслыҡты һәм именлекте, «саҡмағоштар» атамаһы менән бер татыу ғаилә булып берләшкән төрлө милләт халыҡтарының татыулығын сағылдыра. Уларҙың һәр ҡайһыһы — ысын һабансы һәм сәсеүсе.
Көмөш төҫ — камиллыҡ, киң күңеллелек, сафлыҡ, тыныслыҡ һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек символы.
Һабандағы алтын төҫ халыҡтың эшһөйәрлеген, уның оптимизмын һәм юғары ҡаҙаныштарға ынтылышын символлаштыра.