Октябрьский ҡалаһы гербы
Октябрьский ҡалаһы гербы | |
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Октябрьский |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Октябрьский |
Октябрьский ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Октябрьский ҡалаһы гербы 2006 йылдың 13 июлендә ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 94-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3009, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 066 һаны менән теркәлә. Авторы — Владимир Тихонов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ике алтын ҡул тотоп торған, ике зәңгәр һыҙат менән бүленгән алтын арка һүрәтләнгән киң зәңгәр ерлекте аҫтағы тар йәшеле менән ҡалын көмөш һыҙат айыра.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Октябрьский ҡалаһы гербы композицияһы нигеҙенә ҡаланыңың тарихи, географик һәм иҡтисади үҙенсәлектәре һалынған.
Төп элемент булып алтын төҫөндә һүрәтләнгән ҡулдарҙан атылып сыҡҡан стилләштерелгән нефть фонтаны тора һәм ул символик рәүештә ҡаланың бай нефть ятҡылыҡтары табылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тураһында һөйләй. Фонтандың ҡеүәтле алтын ағымы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында асылған һәм Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән девон нефте эмблемаһы булып тора.
Алтын төҫ байлыҡты, дәрәжәне, үҙ аллылыҡты аңлата.
Гербтың зәңгәр ерлеге ҡала халҡына хас абруйҙы, үҫешкә, алға, маҡсатҡа ынтылышты символлаштыра.
Герб ҡалҡанын төп һәм аҫҡы өлөштәргә бүлгән көмөш һыҙат — хәҙерге ҡала территорияһынан Азиянан Европаға үткән тарихи карауан юлын һүрәтләй. Шулай уҡ ул аллегорик рәүештә ҡаланың бөгөн дә Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡалары булыуын күрһәтә. Бер үк ваҡытта геральдикала ниәттәрҙең сафлығын, зирәклекте һәм намыҫты аңлата.
Октябрьский ҡалаһының Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортсотандың иң төҙөк ҡалаларының береһе булыуы йәшел төҫ аша бирелә. Шулай уҡ ул муллыҡты, шатлыҡты, азатлыҡты, һиллекте һәм тыныслыҡты аңлата.