Ҡырмыҫҡалы районы гербы

Ҡырмыҫҡалы районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2988, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 023 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район советының 2006 йылдың 30 июнендәге 7-10 ҡарары менән раҫлана. Авторҙары — Александр Уваров, Гүзәл Уварова.

Тасуирламаһы

Диагональ буйынса ҡыҙыл һәм зәңгәр төҫтәргә бүленгән ҡалҡандың үҙәгендә ҡанаттарын йәйеп үргә осҡан көмөш бөркөт урын алған. Уның баш өҫтөндә Табын ырыуының көмөш тамғаһы, ҡойроҡ аҫтында кирегә әйләндерелгән шундай уҡ тамға төшөрөлгән.

Нигеҙләмәһе

Гербтың төп фигураһы булып осоп барыусы бөркөт — ҡарағош — борондан ошо ерҙәрҙә йәшәгән табын ырыуы башҡорттарының ҡошо — тора. Ҡарағош төрөнә ҡараған ҡош халыҡтың көслө рухын, ирек һөйөүсәнлекте, яңынан-яңы үрҙәр яулауға ынтылышты кәүҙәләндерә. Зәңгәр күккә үрләүсе ғорур ҡош райондың динамикалы үҫешен һәм именлеген сағылдыра.

Ҡыҙыл һәм зәңгәр ерлектә һүрәтләнгән ике тамға ата-олатайҙар иҫтәлеген ихтирам итеүҙе, районда йәшәгән халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡты аңлата.

Ҡыҙыл төҫ — ҡаһарманлыҡ, намыҫ һәм ҡыйыулыҡ, шулай уҡ Ватан өсөн түгелгән ҡанды кәүҙәләндерә, үҙ-ара һөйкөмлөлөк һәм һөйөүҙе белдерә.

Көмөш төҫ — асыҡлыҡ, халыҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеге, дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ һөйөү.

Зәңгәр төҫ аныҡлыҡты, изгелекте, ниәттәр сафлығын, яҡты киләсәккә ышанысты, ҡаһарманлыҡты, намыҫ һәм ихласлыҡты аңлата. Зәңгәр ҡырҙың уң яҡ өҫкө мөйөштә урынлашыуы уның өҫтөнлөклө булыуына ишара, сөнки һанап үтелгән сифаттар район халҡының характерына хас.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә