Учалы районы гербы
| Учалы районы гербы | |
|---|---|
| Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
| Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
| Дәүләт | |
| Административ-территориаль берәмек | Учалы |
| Юрисдикция таралышы | Учалы |
![]() | |
Учалы районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3020, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 059 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль район советының 2006 йылдың 13 июлендәге 127-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Алтын ҡырҙа йәшел тау, уның артында ике бәләкәйе урынлашҡан. Уларҙың итәге тулҡынлы зәңгәр һәм көмөш һыҙат менән бүленгән. Үҙәктә сабып барған алтын ат һүрәтләнгән.
Нигеҙләмәһе
Зәңгәр күлле, көмөш йылғалы, бейек ҡаялы таулы, бай ҡара урманлы Учалы ере үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Район Урал тауҙары һыртының көнсығыш итәгендә, Азия менән Европа сигендә урынлашҡан. Гербта ул алтын һыҙаттар менән айырылған өс түбәле бейек тау рәүешендә сағылдырылған. Бейек тауҙар рухи бейеклекте, мәңгелекте, сафлыҡты, даимилыҡты, күтәренкелекте аңлата.
Гербтың үҙәк фигураһы — сабып барған алтын ат — изге хайуан, йәшәү көсө һәм матурлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм етеҙлек символы, быуындар бәйләнешен һәм киләсәккә ынтылышты күрһәтә. Йылҡысылыҡ — һәр ваҡытта ла башҡорттарҙың традицион эшмәкәрлек төрө була.
Район территорияһында баҡыр-колчедан мәғдәне, мәғдән һәм сәсмә алтын, хромит, тальк, йөҙләү, төҙөлөш, биҙәү таштары һ.б. ятҡылыҡтары бар. Учалы районы граниты Эрмитаж залдарын биҙәй. Санкт-Петербургтың 300 йыллығына һәйкәлдәрҙе, яр буйын реконструкциялағанда, Өфөнөң юбилей объекттарын төҙөгәндә гранит, йәшмә һәм мәрмәр киң ҡулланыла. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы гербтың башындағы һәм осондағы алтын — геральдикалағы именлек, уңыш һәм артабанғы үҫеш символы — төҫө сағылдыра.
Район территорияһының һау сығанаҡтарына бай булыуы зәңгәр тулҡынлы һыҙыҡтар аша бирелгән. Районда 29 күл бар, улар араһында край ынйыһы — Өргөн һәм Ҡалҡан күлдәре бар. Бынан Яйыҡ, Мейәс, Уй йылғалары, Башҡортостандың төп йылғаһы — Ағиҙел башлана.
Көмөш төҫ — учалыларға хас иман, сафлыҡ, ихласлыҡ, саф күңеллелек, дәрәжә төҫө. Йәшел төҫ — тәбиғәт төҫө, яңырыуҙы, сафлыҡты, уңдырышлылыҡты, өмөттө аңлата. Зәңгәр төҫ — мәңгелек, тоғролоҡ, сафлыҡ, рухилыҡ һәм интеллектуаллек символы.
