Дүртөйлө районы гербы

Дүртөйлө районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2976, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 017 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

2006 йылдың 11 июлендә Дүртөйлө районы советының 70-се ҡарары менән раҫлана. Авторҙары — Фәрит Ғәлләмов, Рауил Дәүләтов.

Тасуирламаһы

Ҡара нигеҙҙе дүрт алтын башаҡ төшөрөлгән йәшел ҡырҙан ике яғынан да көмөш менән ҡаймаланған зәңгәр тулҡын айырып тора.

Нигеҙләү

Ағиҙел ярҙарында, мәғрур Торатау тирәләй, шулай уҡ ялан зонаһында, Сарманай ҡалдау ерҙәрендә йылҡы өйөрҙәре, һыйыр көтөүҙәре йөрөгән, ә ҡалын урмандарҙа төрлө ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсегән. Крайҙың уңдырышлы ерҙәре ер эшкәртеүҙе үҫтереүгә,ә һыу һәм ҡоро сауҙа юлдарында уңайлы географик урынлашыуы яңы ауылдарҙы нигеҙләүгә һәм халыҡтың имен тормошона булышлыҡ итә. ХХ быуат башына Ағиҙел йылғаһы пристаненән миллион бот төрлө йөк, нигеҙҙә иген һәм урман оҙатыла. Шуға күрә гербтың үҙәк фигураһы булып дүрт алтын башаҡ тора, улар байлыҡты, именлекте һәм халыҡтың эшһөйәрлеге, ныҡышмаллығы, атайсалына һөйөүе һәм белемгә ынтылышы менән яуланған абруйын сағылдыра. Халыҡтың юғары рухиәте һәм райондың динамикалы үҫеше билдәһе булараҡ, башаҡ ҡылсыҡтары һауаға ҡарай. Дүрт башаҡ шулай уҡ символик рәүештә райондың атамаһын да сағылдыра — Дүртөйлө, йәки дүрт өйлө.

Гербтың йәшел фоны крайҙың төп байлығы булған сикһеҙ яландарға һәм урмандарға ишара. Бер үк ваҡытта йәшел төҫ муллыҡты, уңдырышлылыҡты, шатлыҡты, һиллек һәм тыныслыҡты символлаштыра.

Зәңгәр тулҡындар — райондың төп һыу артерияһы булған Ағиҙелде кәүҙәләндерә. Шулай уҡ зәңгәр төҫ — матурлыҡ, бөйөклөк, камиллыҡ, өмөт һәм хыял символы ла. Герб нигеҙендәге ҡара төҫ — райондың һутлы ҡара тупрағын, шулай уҡ крайҙың «ҡара алтыны» булған, райондың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән нефтте лә символлаштыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә