Белорет ҡалаһы гербы
Белорет ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһының рәсми символы һәм ҡала халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Белорет ҡалаһы гербы 2006 йылдың 6 июлендә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 60-сы ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2961, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 013 һаны менән теркәлә. Авторы — Елена Сафонова.
Тасуирламаһы
Аҫҡы өлөшө көмөш тулҡынлы һыҙат менән айырылып торған йәшел ҡырҙа алғы тәпәйҙәренә көмөш сүкеш тотоп аяғүрә баҫҡан кеш һүрәтләнгән.
Нигеҙләү
Белорет ҡалаһы гербы уның тарихын, географик урынын, иҡтисади һәм башҡа үҙенсәлектәрен сағылдыра.
Гербтың үҙәк фигураһы булып алтын кеш тора, сөнки 1799 йылда уҡ «Ҡарт кеш» маркаһы Белорет заводына бирелә һәм Белорет ҡоросонан эшләнгән изделиеларҙы тамғалауҙа ҡулланыла. Кеш Белорет металлургия, металл эшкәртеү, машиналар эшләү заводтарының һәм ҡиммәтле кеш тиреһе изделиеларының тиңлеген аңлата. Был йәнлек бөгөн дә ҡала эргәһендәге урмандарҙа йәшәй. Уның алтын төҫө гербта үҙ аллылыҡты, ғәҙеллекте, байлыҡты, шәфҡәтлелекте символлаштыра. Уның тәпәйендәге көмөш сүкеш ҡала сәнәғәтенең үҫешкән булыуы символы.
Гербтағы йәшел төҫ, урмандың ғына түгел, геральдикала уңдырышлылыҡ, асыҡлыҡ, өмөт, азатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡ символы ла.
Герб осондағы көмөш тәҫтәге өлөш ҡалаға атама биргән Ағиҙел (Белая) йылғаһын аңлата. Бынан тыш, ул геральдикала таҙалыҡ, иман, ихласлыҡ, киң, саф күңеллелекте һәм саф йөрәклелек символы ла.
1977 йылғы герб
Белорет ҡалаһының совет гербы 1977 йылда раҫлана. Уның тураһында Н. И. Отставнов былай тип яҙа: «Ҡалҡандың йәшел ерлегендә, үҙәктә, тешле тәгәрмәс өлөшөнән эшләнгән, арҡан урамынан һәм „1762“ тигән яҙыуҙан торған алтын төҫлө түңәрәк урынлашҡан. Тешле тәгәрмәс өлөшө машиналар эшләү сәнәғәтен символлаштыра, арҡан урамы — метиз производствоһын, һандар — ҡаланың ингеҙләнеү йылын күрһәтә. Түңәрәк эсендә домна мейесе һәм тауҙар һүрәтләнгән — металлургия сәнәғәте һәм ҡаланы уратып алған тәбиғәт символы. Ҡалҡандың түбәнге өлөшөндә тулҡынлы аҡ һыҙат — Ағиҙел йылғаһы символы».