Күгәрсен районы гербы

Күгәрсен районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2993, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 025 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль район советының 2006 йылдың 14 июлендәге 133-сө ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Зәңгәр ҡалҡандың аҫҡы өлөшө дүрт тапҡыр зәңгәр һыҙат менән айырымланған тар алтын тулҡын билбауы һалынған. Уның өҫтөндә ҡанаттарын йәйеп осҡан, ҡусҡарҙама (ҡусҡар биҙәге) менән биҙәлгән күгәрсен һыны урынлашҡан. Ул тәпәйҙәренә ян-яҡҡа ҡарап торған ҡарама ботағын эләктергән. Күгәрсен башынан өҫтә һәм ҡойроғоноң ике яғынан алтын төҫ менән Ҡыпсаҡ ырыуы тамғаһы төшөрөлгән.

Нигеҙләмәһе

Күгәрсен районы гербына ижад, үҫеш һәм тыуған ергә хеҙмәт итеү идеяһы һалынған. Уның төп композицияһы булып райондың атамаһы, тәбиғәт шарттары, тарихи һәм иҡтисади үҫеше тора.

Райондың атамаһы күгәрсен һүҙенән алынған, шуға күрә гербты тотошлай тиерлек ошо фигура алып тора. Күгәрсен, бер үк ваҡытта, геральдикала сафлыҡ һәм тыныслыҡ һөйөү символы ла. Уның йәйелгән ҡанаттары һәм уларҙағы ҡусҡар рәүешендәге биҙәк райондың киләсәккә ынтылышын, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуҙы һәм алға барыуҙы күрһәтә.

Күгәрсендең көмөш төҫө район халҡына хас булған ихласлыҡты, эскерһеҙлекте, зирәклекте һәм хуш күңеллелекте сағылдыра.

Алтын ҡарама сыбығы хәҙерге Күгәрсен районы территорияһында Урта быуаттарҙан уҡ йәшәгән ҡыпсаҡ ырыуы атрибуты булып тора һәм район үҫеше тарихының эҙмә-эҙлелеген, быуындар: үткән, хәҙерге, киләсәк бәйләнешен символлаштыра.

Тарихи үткәндәргә, ата-бабаларға һаҡсыл ҡарашты һәм ихтирамды гербтың өҫкө, аҫҡы уң һәм һул яҡтарҙа урынлашҡан тамғалар, күгәрсен ҡанаттарына төшөрөлгән ҡусҡар биҙәге лә күрһәтә.

Бер үк ваҡытта ҡусҡар биҙәге башҡорт мәҙәниәтендә ер эшкәртеүҙе, район иҡтисадының ауыл хужалығы йүнәлешле булыуын символлаштыра.

Райондың саф һәм тулы һыулы йылғаларға бай булыуын герб осондағы алтын тулҡынлы һыҙаттар сағылдыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә