Шишмә районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Шишмә районы гербы
Герб
Coat of Arms of Chishmy rayon (Bashkortostan).svg
Административ-территориаль берәмек Шишмә районы
Нигеҙләү датаһы 17 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Шишмә районы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Шишмә районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3217, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 063 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы муниципаль район советының 2006 йылдың 17 июлендәге 56-сы ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Осо йәше фон булған зәңгәр ерлекте өс көмөш тулҡынлы һыҙат айырып тора. Герб башында алтын диск төшөрөлгән. Уларҙың барыһының да өҫтөндә ҡыҙыл суҡышлы осоп барған көмөш торна һүрәтләнгән.

Нигеҙләмәһе

Район гербы быуындар күсәгилешлеген, тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа ихтирамды, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау тураһында хәстәрлекте һәм уларҙы аҡыллы ҡулланыуҙы сағылдыра. Район территорияһында үҙенсәлекле тарихи һәйкәлдәр бар: боронғо тораҡтар, ҡурғандар, Турахан кәшәнәһе. Башҡорттар араһында Ислам дине тәғлимәтселәренең тәүгеләренең береһе булған хажи Хөсәйенбәк ҡәберенә 1344 йылда ҡуйылған кәшәнә Рәсәйҙән ситтә лә киң билдәле.

Гербтың төп фигураһы булып күккә үрләгән, алға барыуҙы символлаштырған торна тора. Уның киң йәйелгән ҡанаттары ышанысты, азатлыҡ һөйөүҙе, бойондороҡһоҙлоҡто, шулай уҡ киң күңеллелекте һәм ҡунаҡсыллыҡты аңлата. Өҫкә, үргә күтәрелгән суҡышы үҙен дә, башҡаларҙы ла яҡлай алыу һәләте тураһында һөйләй.

Төп төҫтәр — зәңгәр, йәшел һәм аҡ — Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы төҫтәре — Шишмә районының территорияһы буйынса Башҡортостанға ҡарауын белдерә.

Герб ерлегенең төп төҫө — зәңгәр. Ул халыҡтың юғары рухиәтен, бай тарихын һәм бөгөнгө ижади хеҙмәтен, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим данлаған Шишмә еренең матурлығын һәм дәрәжәһен символлаштыра.

Гербтың өҫкө үҙәк өлөшөндә ерҙәге барлыҡ тереклеккә юл күрһәткән һәм йылытҡан ҡояштың алтын дискы урынлашҡан. Шулай уҡ алтын төҫ байлыҡты һәм дәрәжәне, ғәҙеллекте һәм шәфҡәтлелекте аңлата.

Герб осонда зәңгәр һәм йәшел ерлекте айырып өс көмөш тулҡынлы һыҙат аша крайҙың тәбиғәт байлыҡтары — Шиңгәккәүл ялан дендропаркы, Аҡманай күле, Шиңгәккүл, Коряжное күле, Дим йылғаһы, шулай уҡ муллыҡ, яландарҙың уңдырышлылығы бирелгән. Көмөш төҫ — иман, киң күңеллелек, ниәттәрҙең һәм уйҙарҙың изге булыуы символы ла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Шишмә районы флагы

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар