Межгорье ҡалаһы гербы
| Викидата элементы тултырылмаған |
Межгорье ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһының рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Межгорье ҡалаһы гербы 2006 йылдың 19 июлендә Межгорье ҡалаһы ҡала округы советының 24-2 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2998, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 069 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Ян-яғынан сығып торған алтын төҫөндәге өсәр өсмөйөш менән ҡаймаланған зәңгәр ерлектә аяғүрә баҫып, бер тәпәйенә алтын кәйлә, икенсеһенә алтын шахтер фонаре тотҡан алтын айыу һүрәтләнгән.
Нигеҙләү
Межгорье ҡалаһы гербы символдар һәм аллегориялар телендә ҡаланың социаль-иҡтисади һәм башҡа үҙенсәлектәрен сағылдыра.
Ҡалаға нигеҙ һалған төҙөүселәр килгәнгә тиклем был ҡырағай, әммә гүзәл урмандарҙа айыу хужа булған, шуға күрә флагтың төп фигураһы булып дәүерҙәр бәйләнешен кәүҙәләндергән алтын төҫтәге айыу тора.
Айыу һаҡлыҡ, баһадирлыҡ һәм шуның менән бергә киң күңеллелек һәм һәм тыныслыҡҡа ынтылыуҙы кәүҙәләндерә.
Тәпәйҙәренә айыу шахтерҙарҙың төп ҡоралдарын тотҡан: уңында - кәйлә, һулында — шахтер фонаре.
Ике яҡлап сығып торған символик алтын тауҙар ҡаланың исеменә ишаралай.
Зәңгәр төҫ — матурлыҡ, бөйөклөк, мәңгелек, ә шулай уҡ үҫеш, алға ынтылыш, өмөт һәм хыялды, алтын төҫ абруй һәм байлыҡты символлаштыра.