Салауат районы гербы

Салауат районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3011, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 031 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

2006 йылдың 31 октябрендә Салауат районы советының 107-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Ҡыҙыл ерлектә милли кейемле, ян-һаҙаҡлы, өҫкә күтәрелгән уң ҡулына алтын төҫөндәге йәйә тотҡан көмөш һыбайлы төшөрөлгән. Ерлектең аҫҡы өлөшөндә алтын төҫөндә остары ҡояш йөрөшөнә ҡаршы төшөрөлгән әүернә һүрәтләнгән.

Нигеҙләү

Салауат районы Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә боронғо Әйле ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Тәү сиратта, башҡорт халҡының милли батыры, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының легендар етәкселәренең береһе Салауат Юлаевтың тыуған ере булараҡ билдәле.

Көмөш һыбайлы — үҙ халҡына яҡтылыҡ һәм изгелек, азатлыҡ биргән, үҙенә яугир — полководец һәм шағир — импровизатор — ихласлыҡ, эскерһеҙлек, намыҫлылыҡ сифаттарын туплаған Салауат образын кәүҙәләндерергә тырыша, ә һыбайлы үҙе яугир ғәйрәтен ҡыйыулығын сағылдыра.

Уң ҡулындағы уҡһыҙ йәйә кереше салауаттарҙың тыныслыҡ һөйөүсәнлеге, ә һул ҡулының асыҡлығы — ихласлыҡ һәм асыҡлыҡ тураһында һөйләй. Флагтың ҡыҙыл төҫө — мөхәббәт, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, киң күңеллелек, шулай уҡ азатлыҡ һәм Ватан өсөн ҡойолған ҡанды символлаштыра. Алға сапҡан башҡорттарҙың тоғро юлдашы ат — батырлыҡ, етеҙлек һәм маҡсатҡа ынтылыш символы булып тора һәм райондың именлеккә, матур тормошҡа ынтылыуын күрһәтә.

Һары төҫ (алтын) — байлыҡ, муллыҡ һәм изгелек символы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә