Благовещен ҡалаһы гербы
Благовещен ҡалаһы гербы | |
---|---|
Герб | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 8 сентябрь 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Благовещен |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Благовещен ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Благовещен ҡалаһының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Благовещен ҡалаһы гербы 2006 йылдың 8 сентябрендә Благовещен ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 78-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2969, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 044 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зәңгәр ерлектә томшоғона йәшел япраҡлы алтын зәйтүн ағасы ботағын ҡапҡан көмөш күгәрсен һүрәтләнгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Республика буйһоноуындағы Благовещен ҡалаһы Благовещен районының административ һәм мәҙәни үҙәге булып тора, шуға ла композицияһы нигеҙенә райондың атамаһы, уның тарихи, географик һәм иҡтисади үҙенсәлектәре һалынған герб ниндәйҙер кимәлдә район гербын ҡабатлай.
Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районы тарихы 1756 йылда Көньяҡ Урал мәғдән ятҡылыҡтарын эшкәртеү барышында баҡыр иретеү фабрикаһы һалыныуына бәйле. Христиандарҙың Благовещение байрамы көнөндә Ағиҙел йылғаһының уң ярына баҡыр иретеү фабрикаһы төҙөгәндә шул уҡ атамалы сиркәүгә нигеҙ һалына һәм артабан ҡасаба ла шулай атала башлай, һуңынан ул Благовещен ҡалаһына әйләнә. Өфө өйәҙенә ҡараған ҡасаба үҫеше барышында, 1930 йылда унан Благовещен районы айырылып сыға. Шуға ла гербтың төп элементы булып ауыҙына зәйтүн ағасы ботағын ҡапҡан күгәрсен һүрәтләнә. Ул крайҙың тарихи үткәнен генә сағылдырып ҡалмай, ә изге хәбәр, тыныслыҡ һәм гөрләп үҫеү символы ла булып тора.
Зәңгәр төҫ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫөн ҡабатлай һәм район гербының төп төҫө итеп алынған. Был уның территориаль йәһәттән республикаға ҡарауын ғына түгел, асыҡлыҡты, саф күңеллелекте һәм изге күңеллелекте лә белдерә.
Көмөш төҫ — Благовещение көнөнөң изге хәбәрен, яңының, сафтың, изгенең тыуыуын аңлата. Алтын — байлыҡ, ҡиммәттәр, ныҡлыҡ һәм иман символы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Благовещен районы гербы
• Благовещен районы флагы