Салауат ҡалаһы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Салауат ҡалаһы гербы
Герб
Coat of Arms of Salavat.png
Административ-территориаль берәмек Салауат
Нигеҙләү датаһы 16 июнь 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Салауат

Салауат ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы ҡала округының рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат ҡалаһы гербы 2006 йылдың 16 июнендә Салауат ҡалаһы ҡала округы советының 23-12 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 661, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 067 һаны менән теркәлә. Авторҙары — Александр Лаврухин, Ривинир Фәйезов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәңгәр ерлектә ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп алтын һыбайлы саба. Уның һул ҡул беләҙегенә ҡамсы эленгән. Һыбайлынан аҫта, аттың ҡорһағына һәм артҡы тояҡтарына тейеп, ҡанатын йәйеп алтын ыласын оса. Гербтың баш яғы ике тигеҙ: йәшел һәм көмөш өлөшкә бүленгән. Уның уң яғында ете тажлы ҡурай сәскәһе, һул яғында аҫҡа табан өс нур һирпкән зәңгәр шар һүрәтләнгән.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герб композицияһында символдар һәм аллегориялар аша ҡаланың тарихи, мәҙәни һәм географик үҙенсәлектәре сағылдырыла.

Йәшел ерлектә һүрәтләнгән ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы, уның ете таж япрағы Башҡортостан халҡының тупланыуына һәм берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә. Ете ырыуҙың береһе булған Юрматы ырыуы территорияһында Салауат ҡалаһы урынлашҡан.

Аҡ ерлектә шартлы-графика рәүешендә нефть химияһы производствоһы символы — күк төҫтәге һауыт һүрәте төшөрөлгән. Ҡала үҙенең барлыҡҡа килеүе, үҫеше, күп кенә ҡаҙаныштары менән уға бурыслы. Нефть химияһы производствоһы илдә иң эреләрҙән һанала һәм ҡала иҡтисадында мөһим роль уйнай.

Төп фигуралар — һыбайлы һәм ыласын. Улар азатлыҡҡа ынтылышты һәм ҡалаға исем биргән башҡорт халҡының милли батыры — Салауат Юлаев образын кәүҙәләндерә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат ҡалаһы флагы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]