Нефтекама ҡалаһы гербы
Нефтекама ҡалаһы гербы | |
---|---|
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Нефтекама |
Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Нефтекама |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Нефтекама ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нефтекама ҡалаһы гербы 2006 йылдың 13 июлендә Нефтекама ҡалаһы ҡала округы советының 1-12/1 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3005, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 033 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зәңгәр ерлектә өҫтән, ике ҡабырғанан ҡыялаш сығып торған өс алтын гайка асҡысы уртала килеп тоташа. Гербтың аҫҡы өлөшөндә һәм өҫкө ике мөйөшөндә алтын төҫ менән ҡаймаланған ете сатлы өс ҡара йондоҙ урынлашҡан.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нефтекама ҡалаһы гербы композицияһы нигеҙенә ҡаланың барлыҡҡа килеүе һәм иҡтисади үҫеше үҙенсәлектәре һалынған.
Гербтың төп элементтары — өс асҡыс, улар ҡаланың үҫешкән сәнәғәтен күрһәтә: энергетика, машиналар эшләү, еңел сәнәғәте. Өскә бүленгән ерлектәрҙә алтын нурлы ҡара төҫтәге йондаҙҙар урынлашҡан, улар крайҙың нефть байлыҡтарын кәүҙәләндерә — ҡаланың барлыҡҡа килеүе һәм үҫешенең нигеҙҙәре. Өс йондоҙ шулай уҡ ҡаланың Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең сәнәғәт, мәғариф һәм мәҙәниәте үҙәге булыуын символлаштыра. Йондоҙҙоң ете нуры Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы аңлата.
Зәңгәр төҫ — гүзәллек, бөйөклөк, үҫеш, алға ынтылыш һәм өмөт символы.
Алтын төҫ— байлыҡ, миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек символы.
Ҡара төҫ — нефть төҫө, бер үк ваҡытта аҡыллылыҡ һәм мәҙәнилек символы.