Бөрө районы гербы
Бөрө районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2966, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 041 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
2006 йылдың 12 июлендә Бөрө районы советының 201-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Көмөш фонда аҫҡа һәленгән ике алма ботағы һүрәтләнгән. Уның өсәр япрағы йәшел, икешәр ҡыҙыл алмаһы бар. Уларҙан өҫтә ҡара, көмөш түшле, башы, тәпәйҙәре һәм түш аҫты ҡыҙыл төҫтәге һыу турғайы урынлашҡан.
Нигеҙләү
Бөрө районының гербы административ үҙәк булып торған Бөрө ҡалаһының тарихи гербы нигеҙендә, тәбиғи үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып эшләнгән.
1782 йылдың 3 (16) июлендә Рәсәй империяһы Сенаты менән раҫланған Бөрө ҡалаһы гербында «һыу турғайы урынлашҡан, бындай һирәк ҡоштар ҡаланың тирә-яғында бик күп». Һыу турғайы — һирәк осраған ҡош, әммә Бөрө районының таҙа, саф һыу сығанаҡтарында улар етерлек.
Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы берҙәм административ-территориаль берәмек булараҡ, һыу турғайы муниципаль район гербында ла урын алған һәм төп символ булараҡ, урындағы халыҡтың эшһөйәрлеген, уйҙарының изге булыуын сағылдыра.
Район ерҙәренең уңдырышлылығын, бөтә республикаға даны таралған алмаларҙың күплеген ике алма ботағы һынландыра. Бер үк ваҡытта улар — халыҡтарҙың дуҫлығы һәм татыулығы символы ла. Алмалар — тормош тантанаһы, уларҙың ҡыҙыл төҫө — мөхәббәт һәм ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм киң күңеллелек символы ла.
Йәшел төҫ шатлыҡ, азатлыҡ һәм тыныслыҡты һүрәтләй. Герб фонындағы көмөш төҫ -иман, сафлыҡ, ихласлыҡ һәм киң күңеллелек билдәһе.