Күмертау ҡалаһы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Күмертау ҡалаһы гербы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Нигеҙләү датаһы 21 сентябрь 2006
Дәүләт
Административ-территориаль берәмек Күмертау
Юрисдикция таралышы Күмертау ҡалаһы ҡала округы
Рәсем

Күмертау ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Күмертау ҡалаһының рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күмертау ҡалаһы гербы 2006 йылдың 21 сентябрендә Күмертау ҡалаһы ҡала советының 13-8 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2994, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 032 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәңгәр ерлектең ике яғынан алтын төҫөндәге вертикаль таҫма-һыҙаттар төшә, уларҙың уртаһында бағана рәүешендә тиң ҡырлы дүрт ҡара өсмөйөш урынлашҡан. Урталағы күк таҫмала флаг һабы яғына ҡараған һәм ҡанаттарын йәйгән алтын төҫөндәге дала ыласыны-сапсан һүрәтләнгән.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күмертау ҡалаһы гербы композицияһы бер бөтөн һәм гармониялы: барлыҡ фигуралар Бабай һоро күмер ятҡылығы асылыуға бәйле төҙөлгән ҡаланың тарихи, географик һәм социаль-иҡтисади үҙенсәлеген символдар аша асып бирә. Ҡала атамаһы уҡ уның күмер табылған тауға бәйле булыуын һөйләй. Шуға ла гербта ҡала атамаһын тиң ҡырлы дүрт ҡара өсмөйөш символик рәүештә асып бирә. Бынан тыш, өсмөйөш — киләсәккә ҡараған иң тотороҡло геометрик фигура.

Гербтың үҙәк фигураһы — ыласын-сапсан ҡаланың башҡорт далаһында төҙөлөүен күрһәтә. Шулай уҡ ул ҡалала авиатөҙөлөштөң үҫешен, күмертауҙарҙың юғары ынтылыштарын һәм маҡсаттарын сағылдыра.

Ыласындың алтын төҫө — көс, киң күңеллелек, дәрәжә һәм байлыҡ символы. Зәңгәр төҫ камиллыҡты, тыныслыҡ һөйөүҙе, йомартлыҡты аңлата.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көйөргәҙе районы гербы
Көйөргәҙе районы флагы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]