Дәүләкән районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләкән районы флагы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Дәүләкән районы

Дәүләкән районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләкән районының флагы 2006 йылдың 13 июлендә Дәүләкән районы муниципаль советының 77-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2979, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 007 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге ике горизонталь һыҙатлы тура мөйөшлө туҡыма. Өҫкө ҡыҙыл өлөшө туҡыма киңлегенең 1/3 өлөшөнә тиң. Унда йәшел ҡанатлы өс аҡ ел тирмәне һүрәтләнгән. Аҫтағы йәшел ерлек уртаһында флаг һабынан ситкә ҡарап аҡ төҫтәге ат тора.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләкән районы флагы территорияның тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен, райондың тарихы игенселек һәм он етештереү сәнәғәте үҫеше менән бәйле булыуын иҫәпкә алып эшләнгән район гербы нигеҙендә булдырыла.

Төп фигура — көмөш ат крайҙың тарихи үткәнен һәм бөгөнгөһөн асыҡ сағылдыра. Археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә районда боронғо кеше йәшәгән туҡталҡа һәм беҙҙең эраға тиклем VII—VI мең йыллыҡтар сиген менән билдәләнгән осорҙа йәшәгән иң боронғо ат ҡалдыҡтары табыла. Был ошо ерҙәрҙә тарихҡаса дәүерҙә лә ер эшкәртеү менән шөғөлләнеү тураһында һөйләй.

Көмөш ат — батырлыҡ, тоғролоҡ, фиҙаҡәрлек, эш һөйөүсәнлек символы.

Урындағы халыҡтың боронғо шөғөлө — ер эшкәртеү артабан да үҫешеп, Дәүләкәнде XIX быуат һуңына Өфө губернаһының иң эре икмәк сауҙаһы үҙәге итә. Район тарихында шулай уҡ 1906—1915 йылдарҙа төҙөлгән беренсе ярма тирмәндәре айырым урын алып тора. Ата-олатайҙар башлаған он тарттырыу эше йылдан-йыл камиллаштырылып, хәҙер ҙә маҡтаулы булып ҡала. Шуға ла гербта быуындар бәйләнешен, игенсе хеҙмәтенең мәңгелелек булыуын сағылдырған тирмән һүрәте урынлашыуы осраҡлы түгел.

Тирмәндәрҙең көмөш төҫө — камиллыҡ, зирәклек, киң күңеллелек һәм сафлыҡ символы. Йәшел төҫ бүтәгә-ҡылғанлы даланы символлаштыра. Тик Дәүләкән далаларында ғына үҫкән дөйә ҡылғаны бында етештерелгән ҡымыҙҙың тәмен һәм дауалау сифаттарын үҙенсәлекле итә. Билдәле булыуынса, урындағы халыҡ йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнгән. Башҡорт ауылдарына ҡымыҙ эсеп дауаланырға хатта Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан да килгәндәр. Шулай уҡ йәшел төҫ муллыҡты, уңдырышлылыҡты, ҡыуанысты, һиллекте һәм тыныслыҡты аңлата.

Ҡыҙыл төҫ — тыуған ергә, атай йортона мөхәббәт, тоғролоҡ символы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләкән районы гербы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]