Ауырғазы районы флагы

Ауырғазы районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Ауырғазы районының флагы 2006 йылдың 12 июлендә Ауырғазы районы муниципаль советының 53-сө ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2954, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 038 һаны менән теркәлә. Авторы — Рөстәм Муллаев.

Тасуирламаһы

Йәшел, һары төҫтәрҙәге Ауырғазы районы гербын ҡабатлаған оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған тура мөйөшлө туҡыма.

Нигеҙләү

Герб нигеҙендә эшләнгән флаг райондың тарихи, мәҙәни һәм иҡтисади үҙенсәлектәрен сағылдыра.

Йәшел төҫ ергә бәйлелекте белдерә, ер эшкәртеү традициялары тураһында һөйләй һәм байлыҡты, уңдырышлылыҡты, ҡыуанысты, азатлыҡты, һиллекте һәм тыныслыҡты символлаштыра.

Үҙәк урынды ҡыйыулыҡ, аҡыл һәм матурлыҡ символы булған алтын ыласын алып тора. Ыласын — хәҙерге Ауырғазы районы территорияһында йәшәгән Мең башҡорттарының ҡошо. Район ерҙәренең бер өлөшөн XVIIIXIX быуаттарҙа Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән килгән рустар, украиндар, татарҙар, сыуаштар, мордвалар һатып алған һәм бөгөн дә дуҫлыҡта һәм татыулыҡта бер ғаилә булып йәшәйҙәр.

Ауырғазы районында ауыл хужалығы уңышлы үҫешә — герб композицияһындағы ике алтын башаҡ ошо хаҡта һөйләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә