Мәләүез районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Мәләүез районы флагы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 18 июль 2006
Юрисдикция таралышы Мәләүез районы

Мәләүез районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәләүез районының флагы 2006 йылдың 18 июлендә Мәләүез районы муниципаль советының 131-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3226, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 026 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҫҡы яғы зәңгәр төҫтә булған йәшел ҡырҙы аҡ төҫ айрып торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Йәшел фонда, флаг һабына яҡыныраҡ ҡыҙыл суҡышлы аҡ ыласын ултыра.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәләүез районы флагы райондың бай тарихын, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәтен сағылдырған гербы нигеҙендә эшләнгән. Ағиҙел һәм Нөгөш туғайҙарында Урал тауҙары армыттарында башҡорттарҙың Ҡыпсаҡ, Юрматы, Тамъян ырыуҙары йәшәгән һәм уларҙың ҡошо көс, ҡаһарманлыҡ, маҡсатлылыҡ һәм алға барыу символы ыласын булған. Шуға күрә төп фигура итеп быуындарҙың өҙөлмәҫ бәйләнеше, ата-олатайҙар иҫтәлегенә ихтирам, быуаттар төпкөлөндә ҡалған үткәндәр аша үҙеңдең бөгөнгөңдө һәм киләсәгеңде аңлау символы — күккә үрләүсе аҡ ыласын һайланған. Аҡ төҫ шулай уҡ район халҡына хас булған иман, сафлыҡ, ихласлыҡ, киң күңеллелек символы ла. Күккә ынтылыусы аҡ ыласын райондың бөгөнгө ыңғай үҙгәрешен, яҡты киләсәккә ынтылышын, эшһөйәрлекте лә кәүҙәләндерә.

Районда Башҡортостандың көньяғының ынйыһы — Нөгөш һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Ул үҙенең матурлығы һәм саф һыуы менән Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән туристарҙы йәлеп итә. Зәңгәр төҫ — Нөгөш һыуһаҡлағысының һыуы, шулай уҡ таҙа һәм тәмле һыулы йылға-шишмәләр символы.

Һирәк төрҙәре булған флора һәм фауна, шул иҫәптән реликт урмандары, йылғалар һәм һыуһаҡлағыстар, тигеҙлек һәм ҡаялы тауҙар, билдәле Башҡортостан ҡурсаулығы йәшел төҫтә сағылыш тапҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәләүез районы гербы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]