Бәләбәй ҡалаһы флагы
Бәләбәй ҡалаһы флагы — Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районы Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһенең рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Бәләбәй ҡалаһы флагы 2006 йылдың 17 ноябрендә Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 83-сө ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3244, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 006 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге ҡыҙыл туҡыма. Бәләбәй ҡалаһы гербы композицияһы ҡыҙыл, ҡара, аҡ һәм һары төҫтәрҙә ҡабатлана.
Нигеҙләү
Бәләбәй ҡалаһы флагы ҡала гербы нигеҙендә эшләнә. Ҡыҙыл ерлектә бер-береһенең өҫтөнә арҡыры һалынған, ҡулсалары һары менән ялатылған аҡ уҡ-һаҙаҡ — ҡаланың тарихи, мәҙәни, милли үҙенсәлектәрен һәм ҡаланың ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра. Рәсәй дәүләт тарихи архив мәғлүмәттәре буйынса (Ф. 1343. Оп. 15. Д. 238. Л. 15-15 об.), был «бындағы халыҡ иррегуляр кавалерия рәүешендә хәрби хеҙмәткә, бигерәк тә Пруссияға һәм башҡа илдәргә походҡа йәлеп ителә...», шулай уҡ «был ерҙәге халыҡ ошо ҡоралды оҫта ҡуллана белә». Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн 1782 йылдың 8 июнендә Екатерина II Бәләбәй ҡалаһына шәхси герб бирә.
Уҡ-һаҙаҡ ваҡыт бәйләнешен сағылдыра. Ҡаланың ике быуатан ашыу тарихы бәләбәйҙәрҙең үҙ ҡалаһына сикһеҙ һөйөүен, уларҙың ҡаһарман үткәндәр менән ғорурланыуын һөйләй.
1981 йылда ҡаланың «Почет билдәһе» ордены менән наградланыуы Бәләбәй халҡының яу яландарында ла, тыныс хеҙмәттә лә Ватан алдындағы ҡаҙанышын лайыҡлы баһалау булып тора.
