Алпамыша
Алпамыша (рус. Алпамыш, ҡаҙ. Алпамыс, ҡырғ. Алпамыш, үзб. Alpomish, ҡарағалп. Alpamıs, башҡ. Алпамыша, татар. Алпамша, себ. Алып Мәмшән, көн. алт. Алып-Манаш) — башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, үзбәк, татар һәм башҡа төрки халыҡтарҙың эпик ижадында киң таралған батыр образы. Башҡорт фольклорында ул «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпосының, шулай уҡ «Алпамыша батыр», «Алып батыр» һәм башҡа әкиәттәрҙең төп геройы булып тора. Алпамыша ғәҙәттән тыш көскә, батырлыҡҡа һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсе сифаттарына эйә мифологик-эпик персонаж булараҡ һүрәтләнә[1].
Этимологияһына килгәндә «алп» һүҙе «батыр, баһадир» тигәнде аңлата[2].
Образы һәм һүрәтләнеше
Алпамыша — боронғо төрки халыҡтарының «алып» (ғәйәт зур көс эйәһе, великан-батыр) тураһындағы күҙаллауҙарынан килеп сыҡҡан архетипик образ.
- Тыуыуы: Эпик традиция буйынса, ул олоғайған, күп йылдар балаһыҙ йәшәгән ата-әсәнән тылсымлы рәүештә (изгеләрҙең фатихаһы менән) тыуа.
- Үҫеше: Уға «ай үҫәһен көн үҫә» тигән гипербола хас, йәғни ул ғәҙәттән тыш тиҙ буй еткерә һәм көс йыя.
- Тышҡы ҡиәфәте һәм көсө: Ғәйәт оҙон буйлы, сикһеҙ көслө, батыр йөҙлө һәм һылыу егет итеп һүрәтләнә[3].
Эпостың сюжеты
Тәүге тапҡыр ҡаҙаҡ этнографы һәм шағиры Жусипбәк Шәйхисламулла версияһында «Ҡисса-И-Алфамыш» исемле эпос баҫылып сыға (Ҡазан ҡалаһы, 1899).
Алпамыша тураһында хикәйәнең тулы вариантын үзбәк сәсәне Фазыл Юлдаш-оғлынан яҙып алған[4].
Эпоста Алпамыша Байсун үҙәнендәге Ҡуңғырат ырыуы башлығы Байбүренең улы булып тыуа. Бала саҡтан уҡ ул Барсынһылыу менән йәрәштерелә. Әммә ҡыҙҙың атаһы үҙ ырыуы менән ҡалмыҡтар иленә күсеп китә. Барсынһылыуҙы ҡалмыҡ батырҙарының береһенә кейәүгә бирергә теләүҙәрен ишеткән Алпамыша ҡыҙҙы ҡотҡарырға юллана. Ул төрлө ярыштарҙа еңеп сыға һәм Барсынһылыуға өйләнә. Артабан батыр ҡалмыҡтарға ҡаршы көрәштә әсирлеккә эләгә һәм ете йыл зинданда үткәрә. Тыуған иленә кире ҡайтҡас, үҙенең ғаиләһенең ауыр хәлдә йәшәүен һәм Барсынһылыуҙың башҡа кешегә кейәүгә сығарылырға әҙерләнеүен белә. Үҙен танытмайынса туйға килеп, батыр үҙенең кем икәнен асып һала, дошмандарын еңә һәм ғәҙеллекте тергеҙә.
Башҡорт мифологияһында
Алпамыша образында боронғо шаманлыҡ ҡараштарының эҙҙәре һаҡланған. Был уның ғәҙәттән тыш көсө, мөғжизәле тыуыуы һәм теге донъя мотивтары менән бәйләнешендә сағыла.
Башҡорт мифологияһында Алпамыша урман буйлап үлән өҫтөнән йөрөгән кеүек йөрөй, ағастарҙы тамыры менән йолҡоп ала, ус төбөнә кеше ултырта, тауҙы аша атлап үтә алған. Уның исеме менән бәйле топонимдар һаҡланған: Илеш районындағы Айыртау, Дыуан районындағы Мүсектау тауҙары Алпамыша аяҡ кейеменең табанынан соҡоп алған йәки аяҡ кейеменән ҡағып төшөргән саң һәм ҡомдан барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда «Алпамыша ташы», «Алпамыша ҡәбере» бар[3].
Тарихи нигеҙе һәм килеп сығышы
Алпамышаның ҡуңғырат-байсун редакцияһындағы ваҡиғалар XVI быуатҡа, Шәйбани хан баҫҡынсылығы осорона һәм ҡалмыҡтар менән Урта Азия халыҡтары араһындағы дошманлыҡ бәрелештәре фонына барып тоташа.
- ҡуңғырат ҡәбиләһе: герой һәм уның һөйгәне, уларҙың ғаиләһе һәм туған-ырыуы «ун алты быуынлы ҡуңғырат ҡәбиләһенә» ҡарай. Башында Байбүре, һуңынан уның улы Алпамыша торған ҡуңғырат ҡәбиләһе Алпамышаның ҡан туғанлығы менән бәйле тыуған ырыуы булып тора. Урта Азия далаларында ҡуңғырат ҡәбиләһе тәүге тапҡыр монгол-татар баҫып алыуҙары дәүерендә (XIII быуат башы) күренә. Поэманың бөтә өс төп вариантында ла ҡуңғырат йәйләүҙәре Байсун тип аталған ерҙә (хәҙерге Үзбәкстандың Сурхандаръя өлкәһе, Термез ҡалаһынан төньяҡҡараҡ) урынлашҡан.
- Ҡалмыҡ һуғыштары: Үзбәк һәм ҡалмыҡтарҙың дошмандарса бәрелештәре — был редакцияға тап килгән датаны раҫлаусы үҙенсәлекле тарихи фон. Ҡалмыҡтарҙың (ойраттарҙың) Урта Азия далаларына аяуһыҙ барымталары XV быуаттан XVIII быуат уртаһына саҡлы дауам иткән. Эпоста «мәжүси» ҡалмыҡтар төп дошман итеп һүрәтләнә, был Урта Азия халыҡтарының тыуған илен һаҡлау көрәшендәге тарихи аң үҫешен сағылдыра.
- Социаль ҡаршылыҡ: Сюжеттың төйөнләнеше — Байбүре һәм Байсары ағалы-ҡустылы араһындағы ҡаршылыҡ. Ырыуҙа иң өлкәне булараҡ Байбүре, мосолман хоҡуғы буйынса («зәҡәт»), үҙенән кесе ҡустыһының һалым түләүен талап итә. Был талапты патриархаль ырыу мөнәсәбәттәр азатлығын боҙоусы яңылыҡ тип, Байсары кире ҡаға. Был эпизод патриархаль-ырыу мөнәсәбәттәренең тарҡалыуын һәм феодаль дәүләтселектең барлыҡҡа килеүен күрһәтә[5].
«Алпамыша менән Барсынһылыу» эпосы тәүге тапҡыр XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Ырымбур губернаһында А. Г. Бессонов тарафынан яҙып алған. Эпостың «Алпамыша», «Алтыйәшәр Алпамыша» һәм башҡа исемле варианттарын М. А. Буранғолов, С. Ә. Галин, К. Мәргән, С. Ф. Миржанова, М. М. Сәғитов, С. Ғ. Сафуанов, Н. Д. Шоңҡаров һ.б. яҙып алған. Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Силәбе өлкәләрендә теркәлгән эпостың 30-ға яҡын варианты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана[6].
Мифологик һәм фольклор үҙенсәлектәре
Алпамыша хаҡындағы архаик ҡараштар алтай халҡының батырҙар тураһындағы «Алып Манаш» әкиәтендә асыҡ теркәлгән. Унда геройға шаманлыҡ һыҙаттары бирелгән, ә кәләш алыр өсөн барған иле — һыу батшалығы аръяғында ятҡан үлеләр донъяһы («кирегә эҙҙәр юҡ» ил) тип билдәләнгән. Башҡорт хикәйәтенең ҡайһы бер фараздарында ла Алпамыша образында шаманлыҡ килбәте эҙҙәре һаҡланған (мәҫәлән, «туғыҙ һарыҡ тиреһенән кәпәс сыҡманы, туҡһан һарыҡ тиреһенән тун сыҡманы» тигән һүҙҙәр).
«Алпамыша» эпосына, героика менән бер рәттән, комик стихияға бай көнкүреш сәхнәләр һәм эпизодтар күп индерелгән. Гротеск һәм башҡа төр комизм Алпамышаның дошмандарын һүрәтләгәндә (килбәтһеҙ бәһлеүәндәр, тылҡау һәм тәкәббер мәскәй ҡарсыҡ Сурхайиль һ.б.) ҡулланыла. Дөйөм алғанда, «Алпамыша» менән "Манас"тың нисбәтен «Одиссея» менән «Илиада» нисбәтенә оҡшатырға мөмкин. Алпамыша, Манастан айырмалы рәүештә, баҫып алыусы түгел, ул бары тик үҙенең ҡәбиләһен туплаусы һәм яҡлаусы[5].
Эпостың «ире үҙ ҡатынының туйында» темаһы менән бәйләнгән һуңғы эпизодтары Азия фольклорының шуға оҡшаш мотивтарын, мәҫәлән, "Гэсэриада"ны, һәм тағы ла нығыраҡ Гомерҙың «Одиссея»һын иҫкә төшөрә (В. М. Жирмунский был мотивтарҙың дөйөм көнсығыш сығанағы булыу ихтималлығын кире ҡаҡмай)[7].
Халыҡтар буйынса варианттары
- Үзбәк варианты
- Ташкент ҡалаһындағы Үзбәкстан Республикаһы Фәндәр академияһында был поэманың Сәмәрҡәнд, Бохара, Сурхандаръя, Ҡашҡадаръя, Фирғәнә һәм Ташкент өлкәләренең халыҡ сәсәндәре башҡарыуындағы ундан ашыу яҙмаһы һаҡлана. Иң тулы версияларының береһе — үзбәк сәсәне Фазыл Юлдаш-оғлы башҡарыуындағы вариант (1938 йылда баҫылған, Л. М. Пеньковский тәржемәһе нигеҙендә).
- Уғыз варианты
- В. В. Бартольд тәржемә иткән төрки уғыҙ халҡының эпик ҡомартҡыһы "Ҡорҡот олатайымдың китабы"нда («Китаби деде Коркуд», XVI быуат ҡулъяҙмаһы) «Алпамыша» менән сюжеты һәм ҡатнашыусыларының исемдәре менән тап килгән «Ҡам-Бүре улы Бамсы-Бәйрәк хаҡында хикәйә» бар. Был вариантта ҡалмыҡ темаһы юҡ, ә кейәү егеттәрҙең ярышы урынына күптәнге архаик мотив — кейәү менән кәләштең, батыр ҡыҙҙың көс һынашыуы урын алған.
- Алтай варианты
- Эпик хикәйәттең архаик варианты алтай халыҡ сәсәне Н. Улагашевтан яҙып алынған «Алып Манаш» («Манаш бәһлеүән») батырҙар тураһындағы алтай әкиәте аша сағылған.
- Башҡорт һәм татар варианттары
- Халыҡ батыры Алпамыша тураһында Башҡортостанда һәм ҡазан татарҙарынан бер нисә вариантта яҙып алынған хәҙерге заман проза әкиәттәре бар. Нуғай циклы поэмалары нуғай урҙаһы һәм ҡыпсаҡтар менән тарихи бәйле төрлө халыҡтарҙа (ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, төньяҡ кавказ нуғайҙары, көнбайыш себер һәм ҡырым татарҙары, үзбәк) таралған.
Тарихи эҙҙәре һәм археология
- Барсындың мавзолейы: Хиуа ханы Әбү әл-Ғази үҙенең билдәле "Төркмәндәр шәжәрәһе"ндә (1660) Һырдаръяның түбәнге ағымында уғыҙҙар ҡәбиләһе башында торған Мамыш бәктең (Алпамышаның) ҡатыны, батыр ҡыҙ Барсындың легендар ҡәбере бар, тип яҙа. «Көк-Ҡашанэ» мавзолейы боронғо Сығнаҡ ҡалаһы емереклектәренән алыҫ түгел урынлашҡан булған (1900 йылда археолог В. Калаур тасуирлаған, 1927 йылда профессор А. Ю. Якубовский унда формаһыҙ емереклектәр генә ҡалғанын билдәләгән).
- Жидели Байсын утопияһы: Риүәйәттәрҙә Жидели Байсын халыҡтың бәхетле һәм ғәҙел тормош тураһындағы күҙаллауҙарын сағылдырған утопик ер булып тора. Иҙелгән халыҡ массалары был әкиәти утопияға ышанып, Асан Ҡайғы йәки Үтәгән батыр кеүек ижтимағи ғәҙеллек эҙләүселәр образын булдырған. Ҡаҙаҡ йыраусыһы Жамбыл был халыҡ легендаһын үҙенең «Үтәгән батыр» әкиәти поэмаһында файҙаланған[5].
Мәҙәниәттә
2000 йылда Үзбәкстандың «Үзбекфильм» киностудияһында, төрки халыҡтарҙың героик эпосы буйынса ҡуйылған, «Алпамыш» исемле нәфис фильм төшөрөлә. Картина батыр Алпамышаның ҡаһарманлыҡтары, Барсынһылыу өсөн көрәше һәм үҙ халҡын яҡлауы тураһында бәйән итә[8].
2018 йылда Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе Мугалжар районының Ҡандағас ҡалаһында Алпамыша батырға һәйкәл асылған. Һәйкәл ҡаҙаҡ халҡының эпик мираҫын һәм Алпамыша батырҙың халыҡ мәҙәниәтендәге әһәмиәтен кәүҙәләндерә[9].
«Алпамыш» эпосы 2019 йылда ЮНЕСКО кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫының Репрезентатив исемлегенә индерелде. Эпос Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан тарафынан уртаҡ мәҙәни ҡомартҡы булараҡ тәҡдим ителде[10].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Алпамыш. Большая российская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2026.
- ↑ Ягафарова Г. Н. Башкирско-русский словарь военной лексики = : Башҡортса-урысҫа хәрби лексика hүҙлеге. — Уфа: Гилем, 2007. — 150 с. — ISBN 978-5-7501-0796-4..
- ↑ 1 2 Алпамыша, башҡорт мифологияһында батыр (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2026.
- ↑ Жусипбек Шайхисламулы // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
- ↑ 1 2 3 В. М. Жирмунский. Тюркский героический эпос. — Л: Наука, 1974. — 723 с. (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2026)
- ↑ Алпамыша менән Барсынһылыу. Энциклопедии:Фольклор народов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2026.
- ↑ Эпосы народов мира. Алпамыш. Nasledie.digital. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2026.
- ↑ Алпамыш. Кино.театр.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2026.
- ↑ Памятник Алпамыс батыру. Актобе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2026.
- ↑ International Conference on the "Spiritual Heritage of Turkic Peoples in the World Civilization Context: the Epic "Alpamys Batyr" (ингл.). UNESCO. Intangible Cultural Heritage. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Ахметшин Б. Г. Алпамыша // Башкортостан : [рус.] : краткая энциклопедия / Глав. ред. Р. З. Шакуров. — Уфа : Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996. — С. 115. — 672 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-88185-001-7.
- Башкирское народное творчество. Эпос / Н. Т. Заримов (глав. ред.), Л. Г. Бараг, Р. Ф. Байбулатов и др.. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987. — Т. 1. — С. 227. (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2026)