Галин Салауат Әхмәҙиә улы

Салауат Әхмәҙиә улы Галин (рус. Салават Ахмадиевич Галин1934 йылдың 3 марты, Ғәҙелбай, Башҡорт АССР-ы2010 йылдың 29 марты, Өфө) — совет, Рәсәй фольклорсы-ғалимы, педагог-методист, юғары мәктәп эшмәкәре. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институты проректоры, 1988—2010 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының донъя һәм милли мәҙәниәт кафедраһы мөдире. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), филология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001).

Биографияһы

1934 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында колхозсы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1-се Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Тыуған районының Таулыҡай мәктәбендә бер йыл эшләгәс, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм уның филилогия факультетын 1958 йылда тамамлай. 1962 йылдан алып ТТӘИ хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй: башҡорт филолологияһы кафедраһы мөдире, 1977—1983 йылдарҙа проректор. 1987 йылдан алып Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы, 2004—1910 йылдарҙа донъя һәм милли мәҙәниәттәр кафедраһы мөдире. 1950—1970 йылдарҙа (1964 йылдан алып етәксе) Башҡортостан, шулай уҡ Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләре буйлап йыл һайын үткәрелгән фольклор-этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклористикаһы тарихына, фольклор жанрҙарын, башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын тикшереүгә арналған. «Йылдар һәм йырҙар» (1967), «Башҡорт халҡының йыр поэзияһы» (1977) китаптарында башҡ. халыҡ тарихи йырҙары жанр-тематика йәһәтенән классификацияланған һәм шиғри алымдарына характеристика бирелгән. «Башҡорт халыҡ эпосы» («Башкирский народный эпос»; 2004) китабында башҡ. эпосының үҫеше ҡарала. Күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады», «Башҡорт халыҡ ижады» (рус т.) йыйынтыҡтарының редколлегия ағзаһы һәм төҙөүселәренең береһе. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы, «Башҡортостан мәҙәниәте» («Культура Башкортостана»; 2002—2005) программаһының авторҙар коллективы етәксеһе, электрон әсбабының (2004) авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980);
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980);
  • РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премия (2001);
  • Ғ. Сәләм исемендәге премия (1968).

Ғаиләһе

  • Ҡыҙы — Гөлназ Галина, (1961), ғалим-музыка белгесе, педагог‑методист. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) Композиторҙар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2018).

Фәнни хеҙмәттәре

  • Заман һәм фольклор. — Өфө, 1972;
  • Тарих һәм халыҡ поэзияһы. — Өфө, 1996;
  • Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. — Өфө, 1999;
  • Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. 2‑се баҫ., үҙгәрешле. — Өфө, 2009.

Китаптары

  • Йылдар һәм йырҙар (1967)
  • Башҡорт халҡының йыр поэзияһы (1977)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Яйыҡбаев К. Я. Салауат Галин //Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре. 1-се кит. Өфө, 2003.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)

Һылтанмалар