Себер татарҙары теле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Сыбыр теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме сыбыр тел
Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регионы Ҡурған өлкәһе, Төмән өлкәһе, Омск өлкәһе, Новосибирск өлкәһе, Томск өлкәһе, Кемерово өлкәһе
Был телдә һөйләшеүселәр 100 000
Классификация
Категория Евразия телдәре

Алтай ғаиләһе

Төрки тармаҡ
Ҡыпсаҡ төркөмө
Волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә
Әлифба юҡ
Тел коды
ГОСТ 7.75–97 сиб 594
ISO 639-1
ISO 639-2
ISO 639-3 sty[1]
Atlas of the World’s Languages in Danger 680
Ethnologue sty
IETF sty
Glottolog sibe1250

Сыбыр теле (үҙ атамаһы себ. сыбыр тел) — себер татарҙарының туған теле.[2]

Сыбыр теле өс диалектҡа бүленә: тубыл-иртыш, бараба һәм томск диалекттары. Татар теленең Себерҙә таралған был диалекттары, татар һәм башҡорт телдәре менән бергә үҙ-ара бик яҡын булған төрки телдәрҙең бер төркөмөн тәшкил итәләр. Шул уҡ ваҡытта татар теле юғалыу ҡурҡынысы булмаған телдәр араһына керһә, башҡорт теле лә сағыштырмаса стабиль тел булып һанала, әммә хәүефле булып тора, әммә Волга буйы татар теле менән тығыҙ бәйле төрки сыбыр теле ҡурҡыныс аҫтында, был уның ауыл ерлегендә йәшәүселәр араһында ғына таралыуы менән бәйле.[3]

2013 йылдан башлап ноябрь-декабрь айҙарында сыбыр теле байрамы уҙғарыла[4].

Классификациялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Телде классификациялау бәхәсле мәсьәлә. 2013 йылда халыҡ-ара кимәлдә айырым тел тип таныла[5]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны үҙ аллы төрки тел тип һанай[6]. Башҡа тикшеренеүселәр уны татар теленең көнсығыш диалекты (себер татарҙары диалекты) тип иҫәпләй[7][8][9][10] йәки татар теле диалекттарының көнсығыш төркөмө тип ҡарай[11][12][13][14].

В. В. Радлов классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В. А. Богородицкий классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Д. Г. Тумашева классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тубыл-иртыш:
    • төмән һөйләше — Төмән өлкәһе, Ялутор районы, Түбәнге Тавды, Исәт, Заводоук районы;
    • тубыл һөйләше — Төмән өлкәһе Тубыл (элекке Байҡал менән), Вағай районы (элекке Дубровинск менән), Ярков районы
  • көнсығыш-тубыл (туҡыҙ-уват) һөйләш төрө — Вағай районы;
    • Болотье аръяғы һөйләше — Төмән өлкәһе Тубыл, Уват районы;
    • тәүриз (ҡурдағ, ҡуртаҡ) һөйләше — Омск өлкәһе Тәүриз, Усть-Ишем, Знаменка районы;
    • тара һөйләше — Омск өлкәһе Тара районы, [Большереченка районы, Колосов районы.
  • Бараба — Новосибирск өлкәһе Бараба районы, Куйбышев районы, Кыштов районы, Венгеров районы, Уба районы, Чанов районы[17].
  • Томск:
    • әүештә-чат һөйләше — Томск өлкәһе Томск районы;
    • ҡалмаҡ һөйләше — Кемеров өлкәһе Юрға районы;
    • чат (орск һөйләше) — Новосибирск өлкәһе Колыван районы.

Д. Г. Тумашева себер татарҙар диалекттарын татар теле составына индерә[11]. Уның фекеренсә, грамматик ҡоролошо өлкәһендә бараба диалекты алтай, ҡырғыҙ телдәренең көньяҡ диалекттарына ҡарай һәм хаҡас, шор, тыва һәм уларҙың чулым-төрки телдәре менән дөйөм һыҙаттары бар. Томск диалекты алтай һәм уға туғандаш телдәргә тағы ла яҡыныраҡ. Тубыл-иртыш диалектының тәүриз һөйләшендә алтай, хаҡас һәм шор телдәренә хас күп кенә көнсығыш-төрки элементтар билдәләнә.

Өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Себер татар телен фәнни яҡтан өйрәнергә маташыуҙар XVIII быуат аҙағына ҡарай. Себер татарҙарының теленә ҡыҙыҡһыныу себер татарҙарын христианлыҡҡа ылыҡтырыу буйынса миссионер кадрҙарҙы әҙерләү маҡсатында көсәйә. XVIII быуат аҙағында (1783 йыл) себер татар теле уҡытыла башлай, әммә себер татарҙары туған телен өйрәнеүҙән баш тарталар, сөнки яҙма теле мосолман халҡы булараҡ себер татарҙары уны христианлашыу теле тип ҡабул итә.

Миссионерлыҡ маҡсатында Тубыл халыҡ училищеһының татар теле уҡытыусыһы Иосиф Гиганов тарафынан бик ҙур эш башҡарыла. 1801 йылда уның «Татар теле грамматикаһы» баҫтырыла[18]. 1804 йылда икенсе китабы донъя күрә — «Рәсәй-татар һүҙлеге»[19]. Китап исемендәге «татар» һүҙен себер татар тип аңларға кәрәк. Һүҙлеккә 10 меңдән ашыу һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ингән. Һүҙлектә йыуык — «близко», тора- «город», кунагөй- «гостиница», коток'-' «колодец», сый- «честь» һәм башҡа һүҙҙәр бар, ә шулай уҡ Инзил — «Евангелие», Индзильче — «евангелист» кеүек терминдар ҡулланылған.

1802 йылда Санкт-Петербургта Саускан мәктәбе уҡытыусыһы Ниәт-Баки Атнометовтың себер татарҙары мәктәптәрендәге башланғыс кластары уҡыусылары өсөн уҡытыу әҫбабы сифатында «Ғәрәп һәм татар яҙмаһы әлифбаһы» баҫтырыла[20]. Был китаптың ҡиммәте — себер татарҙары телендә дәреслек төҙөргә маташыуында.

Себер татарҙары теле менән Себер тарихсыһы Г. Ф. Миллер ҙа ҡыҙыҡһына[21]. XVIII быуатта матбуғат биттәрендә Себер аборигендарының мәҙәниәтенә, көнкүрешенә бағышланған публикациялар күбәйә. Мәҫәлән, "Тубыл губерна хәбәрҙәре"ндә (1861) И. Юшков «Себер татарҙары» мәҡәләһендә тубыл татарҙары фонетикаһы, лексикаһы буйынса материалдар баҫтыра. Ул телде анализлай һәм унда өс фонетик үҙенсәлек таба:

  1. көтөлгән яңғырау тартынҡы б, з, д' өндәре урынында п, с, т һаңғырау тартынҡыларын ҡулланыу (пүлмә < «комната», син «способность», тус «друг»);
  2. боронғо төрки ч өнө ц менән алыштырыла (пыцак «нож», акца «деньги»);
  3. ғәрәп-фарсы сығышлы һүҙҙәрҙә ч өнө җ өнөнә тура килеүе (чан < җан «душа»).

Төрки телдәрен тикшеренеүсе В. В. Радлов Себер татарҙары теле буйынса хеҙмәттәрен ҡалдыра. «Көньяҡ себерҙә һәм Жуңғар далаһында йәшәгән төрки ҡәбиләләрҙең халыҡ әҙәбиәте өогөләре» хеҙмәтендәге IV өлөшө бараба, тара, тубыл һәм төмән татарҙары һөйләштәренә арналған. В. В. Радлов йыйған фольклор материалдар үҙ ҡиммәтен әле лә юғалтмаған, сөнки улар фонетик транскрипцияла яҙылған һәм тулыһынса себер татарҙары теленең үҙенсәлекле һыҙаттарын сағылдыра[21]. В. В. Радлов себер татарҙары телендә ике диалект күрһәтә: бараба диалекты, һәм тубыл-иртыш диалекты, йәғни тара, тубыл, төмән татарҙары. 1903 йылда ул ваҡыттағы күренекле төркиәтселәрҙең береһе проф. Н. Ф. Катанов Ҡаҙанда «Үрәнхай телен тикшереү тәжрибәһе» исемле китабын баҫтыра. Унда автор үрәнхай (тыва) телен ентекле тасуирлай һәм тел белгесе булараҡ уны бөтә төрки телдәре (42 тере һәм 5 юҡҡа сыҡҡан), шул иҫәптән себер татарҙары теле менән сағыштырған.

Тубылда 1904 йылда тубыл округы татарҙары һөйләшендә ҙур булмаған һүҙлек сығарыла, ә 1905 йылда — «Урыҫ-татар һөйләшеү китабы», ул себер татарҙарын урыҫ телен өйрәнеү маҡсатында тәғәйенләнә. "Ҡыҫҡаса урыҫ-татар һүҙлеге"ндә диалект һүҙҙәре тематик рәүештә классификациялана. Әле һүҙлек төҙөлөшө буйынса И. ГигановтыңЭ «Граммтикаһы» нан айырылмай, әммә унда, башҡа һүҙлектәрҙән айырмалы рәүештә, синоним төркөмдәренең исемлектәре бирелгән. Мәҫәлән, куца, әкә «өлкән ағай», цәцгелцә, пау типкец «бәүелсәк», әйәрлек, таңлы «тәрән аҡыл», көйгәләк, тис кеше «ҡыҙыу», шир арсар «ахмаҡ», аңкарай, мәцкәй «һаран» и др.

XIX быуат башында себер татарҙар телен өйрәнеү элеккесә православие миссионерлыҡ йәмғиәте комитеты тарафынан алып барыла. 1906 йылда Тубылда «Урыҫ-татар әлифбәһе» (урыҫ телендә һәм Тубыл губернаһы татарҙары һөйләшендә), баҫтырыла, ул ике өлөштән тора — себер татар һәм урыҫ, һәр береүендә алфавит һәм бер нисә өгөт-нәсихәт бирелгән. Әлеге китаптарҙы төҙөү барышында миссионерҙар ябай кешегә аңлайышлы булһын өсөн, ул ваҡыттағы халыҡ телен ҡулланырға тырышалар, әммә был ысул себер татарҙарын яҙма теленән баш тартыуға килтерә. Совет осоронда себер теле тәрәнерәк өйрәнелә башлай. 20-30-сы йылдарҙан себер татарҙары телетатар теленең диалекттары системаһы объект булараҡ ҡарала. Ул йылдарҙа Себергә бер нисә фәнни экспедиция ойошторола.

В. А. Богородицкий себер татарҙар телен төрки телдәрҙең көнбайыш-төрки төркөмөнә индерә. Уның фекеренсә, бында чулым, бараба, тубыл, ишем, төмән һәм тура татарҙары инә. Ишем татарҙарынан тыш, бөтә ошо исемләнгән телдәрҙә Ц-лаштырыу ҡулланыла. Көнбайыш-себер диалекттары, Богородицкий фекеренсә, Волга буйы-Урал яны телдәр өлкәһенә күсеү юлында. Уларҙа элекке төрки вокализм ошо йүнәлештә үҙгәреүҙең баш фазаһында тора. Мәҫәлән, төрки О өнө Ү тип үҙгәрә, ә төрки У өнө ябай ҡыҫҡа «у» булып ҡала[16].

1940 йылда «Совет мәктәбе» журналында Латыф Зәләйҙең «Татар теле диалекттары» исемле мәҡәләһе донъя күрә, уның икенсе өлөшөндә тубыл татарҙары теле буйынса материалдар бар — «Тобол татарлар сөйләү телендәге кайбер үзенчәлекләрне күрсәткән материаллар». Автор Омск өлкәһе Байҡал районы аттарҙарның телен анализлай, шулай уҡ Омск өлкәһе тара татарҙары һөйләштәренән, шулай уҡ Свердловск өлкәһендәге бардым татарҙары теленән миҫалдар килтерә. Был мәҡәләлә Л. Зәләй беренсе тапҡыр себер татарҙары телен билдәләү өсөн «көнсығыш диалекты» терминын ҡуллана. Әммә ул осорҙа себер татарҙары теле буйынса бер генә фундаменталь хеҙмәт булмай. Л. Зәләйҙең иң мөһим хеҙмәттәре, шул иҫәптән, диссертациялары, татар теленең урта диалектына арналған. Себер татарҙары теле күп йылдар дауамында диалект үҙенсәлектәрен үҙ ареалында ентекле, системалы тикшеренеүгә мохтаж, совет ғалимдары был эшкә тотонорға баҙнат итмәне.

Ғәбделхай Әхәтов себер татарҙар теле үҙенсәлектәрен тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында тәүгеләрҙән булып Ҡаҙандан Тубылға күсә һәм шуның менән себер татарҙарыны телен өйрәнеүгә ифрат ҙур өлөш индерә[22].

Урындағы халыҡ һөйләшененең фонетик үҙенсәлектәрен өйрәнеү барышында Ғ. Х. Әхәтов ғалимдар араһында тәүгеләрҙән булып себер татарҙары телендә Ц-лаштырыу ҡулланыуылына иғтибар итә[23], которое, по его мнению, было приобретено сибирскими татарами от половцев[24][25].

Үҙенең «Көнбайыш себер татарҙары диалекты» исемле классик фундаменталь ғилми хеҙмәтендә (1963) Әхәтов Төмән һәм Омск өлкәләрендәге тубыл-иртыш татарҙарының территориаль урынлашыуы буйынса материалдар бирә. Фонетик системаһы, лексик составы һәм грамматик ҡоролошо төрлө яҡлап комплекслы анализға дусар ителә, ғалим, себер татарҙары теле һөйләштәргә бүленмәгән үҙаллы диалект булып формалашыуы һәм иң боронғо төрки телдәрҙең береһе булып тора, тигән һығымтаға килә. Ғалим фекеренсә, «көнбайыш Себер татарҙары ҡатмарлы тарихи процесс һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән айырым этнографик төркөм булып тора»[26].

Д. Г. Тумашева көнбайыш-себер татарҙары диалектын һәм, дөйөм алғанда, түбәнерәк кимәлдә торған себер татарҙары телен юғарыраҡ кимәлдәге тел берәмеге составына индерә , йәғни татар теле составына[6] ә тубыл-иртыш диалекты[27], уның фекеренсә, биш һөйләшкә бүленә: төмән, тубыл, болотье аръяғы, тәүриз һәм тара, әммә был бүленеш дәлилһеҙ һәм хаталы[6].

Үҙгәртеп ҡороу һәм унан һуңғы осорҙасебер татарҙар теленең теге йәки был үҙенсәлектәре Р. С. Барсукова тарафынан тикшерелә[28][29], А. Х. Насибуллиной[30], Д. Б. Рамазановой[31], А. Р. Рахимовой[32], Г. М. Сунгатовым[33] һәм башҡалар.

Себер татарҙары теле башҡа төрки телдәре менән сағыштырмаса рәүештә өйрәнелә. Тарихсылар һәм этнографтар себер татарҙарының һәм башҡорттарҙың этник бәйләнештәрен күрә. Миҫал өсөн, Б. О. Долгих, Төмән өйәҙенең ерле халҡы составында, татарҙарҙан тыш, башҡорт ҡәбиләләре лә булған, тип һанай, улар XVIбыуат башында далаға сығалар, унда Күсем яҡлы булалар. Башҡорт һәм себер татарҙары телдәренең уртаҡлығы Ғ. Х. Әхәтовтың эштәрендә лә билдәләнә[21][34][35], шулай уҡ Д. Г. Тумашеваның ҡайһы бер эштәрендә[36][37], и Ф. Т. Валеева[38][39].

Тумашеваның себер татарҙары телен өйрәнеү буйынса ғилми эшмәкәрлеге ғалимдар һәм киң ғилми йәмғиәт тарафынан тәнҡитләүгә дусар ителә. Мәҫәлән, С. М. Исхакова һәм Ф. Т. Вәлиев «Себер татарҙары: этномәҙәни һәм сәйәси тергеҙеү проблемалары» исемле эшендә, Тумашеваның хеҙмәттәрендәге теоретик һәм методик етешһеҙлектәер һәм хаталары себер татарҙарының үҙ телен һәм мәҙәниәтен тергеҙеү буйынса актуаль проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡамасаулай, тигән һығымта[6].

Ҡаҙаҡтар Себер татарҙарының бөтә төркөмдәренең тиерлек иң яҡын күршеләре. Ҡаҙаҡтар һәм себер татарҙары араһындағы этник бәйләнештәр бик электән килгән, ике халыҡтың тел уртаҡлығы Ғ. Х. Әхәтовтың хеҙмәттәрендә асылған[21][23][34]. Урта Азия этник компонентының себер татарҙары составындағы сағылышы Ғ. Х. Әхәтовтың «Көнбайыш себер татарҙары» монографияһында (1963) һәм С. М. Исхакованың «Себер татарҙары лексикаһы: татар һәм үзбәк телдәре үҙ-ара бәйләнештәрәре мәсьәләһенә» (1970) хеҙмәтендә ҡарала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Язык сибирских татар получил международное признание.
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; этнология төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. UNESCO Atlas of the World's Languages in Danger (билдәһеҙ). UNESCO (2010). Дата обращения: 31 май 2022. Архивировано 31 май 2022 года.
  4. День сибирскотатарского языка в Тюмени – новая дата в истории народа
  5. Проблемы определения статуса сибирских татар как коренного народа Западной Сибири
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Исхакова С. М., Валеев Ф. Т. «Сибирские татары: этнокультурные и политические проблемы возрождения». Дата обращения: 26 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 19 июнь 2015 года. 2015 йылдың 19 июнь көнөндә архивланған.
  7. Татар теле. Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. 2020 йылдың 24 ноябрь көнөндә архивланған.
  8. Ахатов Г. Х. Вопросы методики преподавания татарского языка в условиях восточного диалекта. — Тобольск, 1958.
  9. Poppe Nicholas. Introduction to Altaic linguistics. — Wiesbaden: Onno Harrassowitz, 1965. — С. 45. — 212 с.
  10. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции / Э. Р. Тенишев. — М.: Наука, 2002. — С. 767. — 732 с.
  11. 11,0 11,1 Тумашева Д. Г. Диалекты сибирских татар: опыт сравнительного исследования. — Казань, 1977.
  12. Рамазанова Д. Б. Сибирско-татарские диалекты и говоры татарского языка // Материалы IX Всероссийской научно-практической конференции «Сулеймановские чтения — 2006». Тюмень,. — 2006. — С. 89—90.
  13. Ниязова Г. Н. Генетические пласты лексики материальной культуры тоболо-иртышского диалекта сибирских татар // Вестн. Том. гос. университета. 2007. № 304. — 2007.
  14. Насибуллина А. Х. Древнетюркский пласт лексики тоболо-иртышского диалекта татарского языка// Сулеймановские чтения — 2006 : материалы IX Всероссийской научно-практической конференции (г. Тюмень, 18-19 мая 2006 г.). — Тюмень : Экспресс, 2006. — С. 75-76.
  15. Гаджиева Н. З. Тюркские языки. // Лингвистический энциклопедический словарь. — М., 1990. — С. 527—529)
  16. 16,0 16,1 Богородицкий В. А. Введение в татарское языкознание. Казань, 1934.
  17. Корусенко С. Н., Кулешова Н. В. Генеалогия и этническая история барабинских и курдакско-саргатских татар. — Новосибирск, 1999. — С.6.
  18. Гиганов И. Грамматика татарского языка, сочинённая в Тобольской главной школе учителем татарского языка, Софийского Собора священником Иосифом Гигановым. СПб., 1801.
  19. Гиганов, Иосиф // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  20. Атнаметов Н. Б. Букварь татарского и арабского письма с приложением слов со знаками, показывающими их выговор. Под рук. И. Гиганова. СПб., 1802.
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 Ахатов Г. Х. Диалект западносибирских татар. Уфа, 1963. 195 с.
  22. Ахатова З. Ф. Научный подвиг лингвиста// «Республика Татарстан», 14.09.2012, выпуск: № 183 (27340). Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 21 сентябрь 2012 года. 2012 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
  23. 23,0 23,1 Ахатов Г. Х. Диалект западносибирских татар. Уфа, 1963, 195 с.
  24. Ахатов Г. Х. Диалекты западносибирских татар. Автореф. дис. на соиск. учен. степени доктора филологических наук. Ташкент, 1965.
  25. С. М. Исхакова, Б. Ф. Валеев. Проблемы возрождения национального языка сибирских татар // Языки, духовная культура и история тюрков: традиция и современность. Т. 1. — Казань, 1992. — С. 41-43
  26. Ахатов Г. Х. Татарская диалектология. — Уфа, 1977, С. 28
  27. Тумашева Д. Г. К этнолингвистической истории Сибирских татар // Экология культуры и образования: филология, философия, история. Тюмень, 1997. С. 137—139.
  28. Барсукова Р. С. Заболотный говор тоболо-иртышского диалекта татарского языка в сравнительном освещении. Казань, 2004. 160 с.
  29. Барсукова Р. С. Мифологическая лексика заболотного говора тоболо-иртышского диалекта сибирских татар // Тезисы докладов и сообщений научно-практической конференции «Сулеймановские чтения — 2003». Тюмень, 2004. С. 22-24.
  30. Насибуллина А. Х. Лексика тоболо-иртышских диалектов сибирских татар (в семантическом и генетическом аспектах). Тюмень, 2001. 147 с.
  31. Рамазанова Д. Б. Сибирско-татарские диалекты и говоры татарского языка // Материалы IX Всероссийской научно-практической конференции «Сулеймановские чтения — 2006». Тюмень, 2006. С. 89-90.
  32. Рахимова А. Лексика диалектов сибирских татар: сравнительно-исторический анализ промысловой и хозяйственной лексики. Казань, 2001. 128 с.
  33. Сунгатов Г. М. Фонетическая система заболотного говора тоболо-иртышского диалекта сибирских татар: автореф. дис. … канд. филол. наук. Казань, 1991.
  34. 34,0 34,1 Ахатов Г. Х. Язык сибирских татар. Фонетические особенности. Уфа, 1960.
  35. Ахатов Г. Х. Татарская диалектология (учебник для студентов вузов). Казань,1984.
  36. Тумашева Д. Г. Диалекты сибирских татар. Опыт сравнительного исследования. Казань, 1977.
  37. Тумашева Д. Г. Көнбатыш себер татарлары теле. Грамматик очерк хэм сузлек. Казань, 1961.
  38. Валеев Ф. Т. Сибирские татары: культура и быт. Казань, 1993. 208 с.
  39. Валеев Ф. Т. Языковые проблемы западносибирских татар // Языковая ситуация в Российской Федерации. М, 1992. С. 72-82.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]