Зябловский Евдоким Филиппович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Һөнәр төрө географ
Эш урыны
Заты ир-ат
Тыуған көнө 31 июль (11 август) 1764
Эшмәкәрлек төрө иҡтисади география[d] и статистика
Вафат булған көнө 30 март (11 апрель) 1846[1] (81 йәш)

Зябловский Евдоким Филиппович (31 июль [11 август176430 март [11 апрель1846) — рус ғалимы-географы, статистик, атҡаҙанған профессор, Император Санкт-Петербург университетының (1821—1825) ректор вазифаһын төҙәтеүсе һәм тарих-филология факультеты деканы (1828—1833). Тулы хоҡуҡлы дәүләт кәүәшсеһе

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зябловский Евдоким Филиппович Севский дини семинарияһын тамамлаған. Петербург уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (һуңғараҡ ул уҡытыусылар гимназияһы итеп үҙгәртелә), 1788 йылда Колывангә халыҡ училищеһы уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Үҙ аҡсаһына Колывань наместниклығы буйлап йөрөй һәм уның тасуирламаһын төҙөй.

1797 йылда Зябловский тарих һәм география профессоры, ә һуңынан һәм статистика профессоры итеп тәғәйенләнә; 1833 йылға тиклем исемдәрен үҙгәрткән бер үк учреждениела: Петербург уҡытыусылар гимназияһы, 1804 йылда — Педагогия институты, 1816 йылдан — Баш педагогия институты, 1819 йылдан — Санкт-Петербург Император университеты. 1818 йылдан алып — атҡаҙанған профессор, 1846 йылдан — университеттың почётлы ағзаһы.

Зябловский шулай уҡ карап архитектураһы һәм урман училищеһында ла уҡыта һәм «Начальные основания лесоводства» (СПб., 1804) нәшер итә. «Курс всеобщей истории» (СПб., 1811-1812) әсбабын яҙа. Бынан тыш, Зябловский немец теленән «Всеобщее землеописание» эшен тәржемә итә һәм «Историческая повесть об Учительской гимназии и Педагогическом институте» (СПб., 1838) хеҙмәтен яҙа.

4-се дәрәжә Изге Владимир һәм 2-се дәрәжә Изге Анна ордендары менән бүләкләнә.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Статистическое описание Российской империи с обозрением Европы в статистическом виде» (СПб., 1808; 2 изд. 1815);
  • «Российская статистика» (СПб., 1831 и 1835; нов. изд. СПб., 1837);
  • «Краткое землеописание Российского государства» (СПб., 1787, 1807 и 1810),
  • «Новейшее землеописание Российской империи» (СПб., 1807 и 1818);
  • «Землеописание Российской империи для всех состояний» (СПб., 1810);
  • «Курс всеобщей географии» (СПб., 1818—1819),
  • «Всеобщая география» (СПб., 1831 и 1835; нов. изд. СПб., 1837);
  • «География Российской империи» (СПб., 1831 и 1837);
  • «Статистика Европейских государств в нынешнем их состоянии» (СПб., 1830—1831; изд. 2 и 3, 1837 и 1840).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]