Антипин Юрий Викторович

Антипин Юрий Викторович (30 июнь 1939 йыл — 6 июль 2014 йыл) — инженер-механик-ғалим. 1962 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995). СССР-ҙың юғары мәктәп (1989), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998).

Биографияһы

Юрий Викторович Антипин 1939 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[1].

1962 йылда Өфө нефть институтының тау-нефть факультетын «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай.

1962 йылда «Ишембайнефть» фәнни-производство идаралығында мастер булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, артаабан инженер була.

1963 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы: ассистент, доцент, 1995 йылдан — профессор[1].

Ғалим 2014 йылдың 6 июлендә Өфөлә вафат була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми-тикшеренеү эштәре нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм нефть сығарыу менән бәйле мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған. Уларҙың төп йүнәлеше — нефть скважиналарын эксплуатациялауҙың ҡатмарлы шарттарында нефть сығарыу процестарын өйрәнеү, нефть сығарыу ҡорамалдарында органик булмаған тоҙ ултырмалары барлыҡҡа килеүҙе тикшеренеү менән бәйле була. 12 патент һәм авторлыҡ танытмалары авторы, тоҙ ултырмалары зоналарын табыу һәм уларҙың барлыҡҡа килеүен күҙаллау ысулдарын уйлап таба. 120-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

=== Ғилми хеҙмәттәре ===[2]

  • «Изучение особенностей фильтрации при малых градиентах давления» (1970) — кандидатлыҡ диссертацияһы;
  • Отложения неорганических солей в скважинах, при забойной зоне пласта и методы их предотвращения. М., 1983 (соавт.);

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998)
  • СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Почёт грамотаһы
  • Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоратының Почёт грамотаһы
  • «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. АНТИПИН Юрий Викторович (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2024)
  2. ↑ Сайт «Semantic Scholar» (инг.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2024)

Әҙәбиәт

  • Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 694, [1] с. : портр.; 27 см. С. 27

Һылтанмалар