Ларионов Григорий Васильевич
Ларионов Григорий Васильевич (14 декабрь 1905 йыл — 23 ноябрь 1995 йыл) — табип-хирург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте подполковнигы. 1946 йылдан Белорет ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта ҡаланың баш хирургы, 1975—1980 йылдарҙа Белорет физкультура диспансеры табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. I дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы (1987).
Биографияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы
- СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы
- Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987)