Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы
Баянов Мукамиль Гаязетдинович.gif
Тыуған көнө 14 декабрь 1929 йыл
Тыуған урыны Бәләбәй кантоны
Рәжәп ауылы
Вафат көнө 20 декабрь 2019 йыл
Вафат урыны Башҡортостан Республикаһының
Өфө ҡалаһы
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Эшләгән урыны Башҡорт дәүләт университеты
Альма-матер Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ғилми дәрәжәһе биология фәндәре докторы (1984)
Ғилми исеме профессор (1985)
Награда һәм премиялары

Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).

Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы (рус. Баянов Мукамиль Гаязетдинович; 14 декабрь 1929 йыл20 декабрь 2019 йыл) — зоолог-ғалим. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985—2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).

Мөкамил Ғаязетдин улы Баянов 1929 йылдың 14 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1]Рәжәп ауылында тыуған[2].

1952 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай; 1952-1955 йылдарҙа Мәскәү ветеринария академияһында аспирантурала уҡый.

1956 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Башҡорт дәүләт университетының зоология кафедраһында «Көньяҡ Урал һыу экосистемаларында гельминттар» темаһына докторлыҡ диссертацияһын әҙерләй һәм уны 1983 йылда Мәскәүҙә К. И. Скрябин исемендәге Бөтә Союз гельминтология институты советында яҡлай[3].

1956 йылдан Иркутск ветеринария фәнни-тикшеренеү станцияһында, 1958 йылдан — Иркутск ауыл хужалығы институтында эшләй. 1961 йылдан башлап БДУ‑ла уҡыта: 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985—2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире[2].

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының биология бүлеге һәм БДАУ диссертацион советы ағзаһы[3].

Ғалим 2019 йылдың 20 декабрендә Өфө ҡалаһына вафат була[2].

Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 180-дән ашыу, шул иҫәптән 4 монография авторҙашы. Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: • Көньяҡ Урал гидробионттары – һыу-һаҙ ҡоштары, амфибиялар, балыҡтар һәм умыртҡаһыҙ хайуандарҙың гельминттары;
• Төрлө типтағы һыу ятҡылыҡтары менән һыу ағымдарында йәшәгән бентик организмдар фаунаһы;
• Башҡортостан Республикаһының орнитофаунаһы; Башҡортостан Республикаһында хайуандарҙың һирәк төрҙәре.

Китаптары һәм мәҡәләләре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• О прогенезе трематоды Prosotocus confusus (Looss, 1894) - паразита амфибий // Паразитология, 1975. Т.9. Вып.2. С.122-126.
• Заселение моллюсков Южного Урала олигохетой Chaetogaster limnaei Baer, 1827 (Oligochaeta, Naididae) // Биологические науки, 1976. № 2. С.41-44.
• Класс птицы //Животный мир Башкирии. - Уфа: Башкнигоиздат, 1977. С.259-312.
• О локальной популяции гельминтов // Паразитология. - 1977. - Т. 11. - Вып. 2. - С. 89-96.
• Циркуляция гельминтов водно-болотных птиц Южного Урала в водоемах различной трофности и минерализации //Экология, 1980. № 5. С.56-62.
• Некоторые аспекты структуры ареалов гельминтов мигрирующих животных // Паразитология. - 1981. - Т. 25. - Вып. 5. - С. 393-398.
• Красная книга Башкирской АССР. - Уфа: Башкнигоиздат, 1984, 1987. - научный редактор части по животным, автор раздела.
• Животный мир Башкортостана; 1995
• Зоологические исследования в Башкирии. Уфа: изд-во БГУ, 1997, 136с.
• Экология водоемов Башкирии. - Уфа: Гилем, 1998. 209с. - составитель книги, автор 4-х разделов.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • «Эштәге яҡшы уңыштары өсөн» билдәһе (1978),
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
  • Урман рыцары (2005).

«Сайт eZ Publish™ copyright». Баянов Мукамиль Гаязетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАЯНОВ Мөкамил Ғаязетдин улы  (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
Баянов Мукамиль Гаязетдин улы  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)