Дилма Русеф
Дилма Вана Русеф | ||||
порт. Dilma Vana Rousseff | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
2011 йылдың 1 ғинуары | ||||
Вице-президент: | Мишел Темер | |||
Алдан килеүсе: | Луис Инасиу Лула да Силва | |||
| ||||
2005 йылдың 21 июнь — 2010 йылдың 31 март | ||||
Алдан килеүсе: | Жозе Дирсеу | |||
Дауамсы: | Эрениси Герра | |||
| ||||
2003 йылдың 1 ғинуары — 2005 йылдың 21 июнь | ||||
Алдан килеүсе: | Франсиску Луис Сибут Гомиди | |||
Дауамсы: | Силас Ронду | |||
Дине: | Католик сиркәүе | |||
Тыуған: | 14 декабрь 1947 (76 йәш) Белу-Оризонти, Бразилия | |||
Исеме: | порт.-браз. Dilma Vana Rousseff | |||
Атаһы: | Педро Русеф[d] | |||
Әсәһе: | Дилма Жане Коимбра Силва[d] | |||
Ире: | айырылышҡан[1] | |||
Балалары: | 1 ҡыҙы[1] | |||
Партия: | Эшселәр партияһы | |||
Белеме: | Риу-Гранди-ду-Сул федераль университеты | |||
Профессияһы: | иҡтисадсы | |||
Сайт: | Presidente Dilma (порт.) | |||
Автограф: | ||||
Наградалары: |
| |||
Ди́лма Ва́на Русе́ф[2] (Роуссефф[3]) (порт. Dilma Vana Rousseff, МФА [ˈdʒiwmɐ ʁuˈsɛf]; 14 декабрь 1947, Белу-Оризонти) — сәйәсмән, 2011 йылдың 1 ғинуарынан алып Бразилия Федератив Республикаһы президенты, һул Эшселәр партияһы ағзаһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дилма болгар эмигранты Петр Русев (болг. Петър Стефанов Русев) ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы, Болгария коммунистистар партияһының әүҙем ағзаһы булараҡ сәйәси эҙәрлекләүҙәрҙән 1929 йылда Болгариянан эмиграцияға китергә мәжбүр була, бер аҙ ваҡыт Францияла йәшәй — бында фамилияһын Rousseff тип яҙа башлай. Һуңынан Аргентинаға күсенә һәм бер нисә йыл үткәс Бразилияға күсә, бында Дилма Жана Коимбра Силва менән никахлаша. Уларҙың өс балаһы була: Игорь, Дилма Вана һәм Жана Лусиа.
1964 йылда хәрби түңкәрелеш барышында президент Жуан Гуларт властан ҡолатылғандан һуң Дилма сәйәсәт менән әүҙем ҡыҙыҡһына башлай. 1967 йылда Бразилия социалистик партияһының йәштәр ойошмаһы, ә һуңынан уның радикаль фирҡәһе — «Милли ҡотҡарыу командаһы» составына инә. Был фирҡә илдәге хәрби диктатураға ҡаршы ҡораллы көрәш идеяларын яҡлап сыға. Бер нисә йыл дауамында Дилма йәшерен ҡораллы ойошмалар составында була, әммә туранан-тура хәрби хәрәкәттә ҡатнашмай[4].
1970 йылда Русеф ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Бында уны туҡмағандар һм электрошок менән язаға тартырғандар.
1972 йылдың аҙағында Дилма Русеф зиндандан сибек һәм ауырыу булып сыға. Аяҡҡа баҫҡандан һуң ул яңынан Бразилияның көньяғындағы Риу-Гранде-ду-Сул штатында уҡыуын дауам итә. Бында уның икенсе ире — йәшерен революцион етәкселәрҙең береһе Карлос Араужо төрмәлә ултыра һәм 1973 йылда иреккә сыға, уларҙың 1976 йылда ҡыҙҙары тыуа. 1977 йылда Дилма Русеф иҡтисад һөнәре буйынса бакалавр дипломы менән Риу-Гранди-ду-Сул федераль университетын тамамлай.
1980-се йылдарҙа кандидатлыҡ эшен яҙа башлай, әммә уны яҙып бөтмәй. Был ваҡытта Дилма Русеф яңынан «һул» ойошмалар менән мөнәсәбәтен ҡайтара, һәм Демократик эшселәр партияһының кәңәшсеһе булып китә[5].
1980-се йылдар аҙағында Порту-Алегри ҡалаһы хакимиәтендә эшләй. 1990-сы йылдарҙа дәүләт ҡарамағында булмаған Иҡтисад һәм статистика фондын (порт. Fundação de Economia e Estatística) етәкләй һәм Риу-Гранди-ду-Сул штатының Энергетика министырлығында эшләй.
Оҙаҡ йылдар дауамында Демократик эшселәр партияһында ағза булғандан һуң Дилма Русеф 1990-сы йылдар аҙағында унанда радикаль ҡарашлы булған Эшселәр партияһына күсә. 2002 йылда президентҡа кандидат булған Луис Инасиу Лула да Силваны яҡлап һайлауҙар кампанияһында ҡатнаша һәм ул президент итеп һайланғас 2003 йылдың ғинуарында Дилма Русеф энергетика министыры итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдың 21 июнән алып Бразилия президенты хакимиәте башлығы була.
2010 йылда Бразилия президентына кандидат була һәм һайлауҙар кампанияһы барышында аграр[6] һәмр сәйәси реформалар үткәреү өсөн сығыш яһай[7], раса квоталарын[8], ирекле дин тотоуҙы[9] һәм бер енесле граждан союздарын яҡлай[10], үлем язаһына[11] һәм еңел наркотиктарҙы легализациялауға[12] ҡаршы була.
2010 йылдың 3 октябрендә уҙған президент һайлауҙарының берене турында Дилма Русеф 47,5 миллиондан ашыу (46,9 %) тауыш йыйып икенсе турға сыға, бында уға Бразилия социал-демократик партияһынан кандидат Жозе Серра көнәркәше була. Икенсе тур һөҙөмтәләренә ярашлы Русеф 56 % тауыш йыйып Бразилияның президенты итеп һайлана[13] һәм ил тарихында был вазифаны үтәгән тәүге ҡатын-ҡыҙ була[14].
2014 йылда йәнә президентҡа кандидатураһын тәҡдим итә. 2014 йылдың 5 октябрендә уҙған беренсе турҙа 41,6 % тауыш йыйып икенсе турға үтә, бында уның көнәркәше булып Бразилия социал-демократик партияһынан кандидат Аэсио Невес була. Икенсе турҙа Дилма Русеф 51,6 % тауыш йыйып йәнә президент итеп һайлана.
Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дилма ике тапҡыр кейәүҙә була, хәҙер айырылышҡан. Икенсе никахтан ҡыҙы бар.
2009 йылда Дилма Русеф яман шеш ауырыуынан дауалана.
Русеф инглиз, француз һәм испан телдәрендә ирекле һөйләшә[14].
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Католик Изабелла ордены (Испания, 15 ноябрь 2012 йыл)[15]
- «Стара планина» ордены (Болгария, 2011 йыл)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Самые влиятельные женщины мира-2013: рейтинг Forbes | Forbes.ru . Архивировано 27 май 2013 года.
- ↑ Практик транскрипцияға ярашлы, исеменең дөрөҫ варианты булып Дилма Вана Росеф, әммә шуны иҫәпкә алыр кәрәк: сит ил исемдәре һәм атамалары йыш ҡына сығанаҡ теле ҡағиҙәләре буйынса бирелә (ҡар. Ермолович Д. И. Португальский язык // Имена собственные на стыке языков и культур. — М.: Р.Валент, 2001. — С. 169.), фактик бразилия әйтеүенә Джиума Хусеф варианты яҡыныраҡ (ҡар. Гиляревский Р. С., Старостин Б. А. Португальский язык // Иностранные имена и названия в русском тексте: Справочник. — 3-е, испр. и доп. — М.: Высшая школа, 1985. — С. 195—196.).
- ↑ Был транслитерацион вариант йыш ҡына киң мәғлүмәт сараларында осрай, фамилияны яҙыуҙың башҡа ла варианттары бар — Руссефф, Руссеф һәм Русефф 2010 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған..
- ↑ FACTBOX-Brazil's leading presidential candidates (инг.), Reuters (03.10.2010).
- ↑ От террористки до президента Бразилии 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Dilma reafirma necessidade de reforma agrária e ataca Serra (порт.) (13.07.2010). 2011 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Dilma diz ser favorável à reforma política (порт.) (28.06.2010). 2011 йылдың 17 май көнөндә архивланған.
- ↑ Dilma diz que, se eleita, vai implantar cotas raciais também na pós-graduação!!! (порт.) (14.05.2010).
- ↑ Dilma e Lula terminam campanha garantindo liberdade de religião (порт.) (30.09.2010). 2012 йылдың 29 август көнөндә архивланған.
- ↑ "Sou a favor da união civil gay", diz Dilma Roussef (порт.) (29.06.2010). 2012 йылдың 1 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Dilma pede “punição exemplar” a envolvidos na morte de Eliza Samudio e classifica crime como "bárbaro" (порт.) (08.07.2010).
- ↑ Dilma defende união civil entre gays e se diz contra a legalização da maconha (порт.) (22.07.2010).(недоступная ссылка)
- ↑ Rousseff rides economic boom to Brazil's presidency (инг.), Reuters (31.10.2010).
- ↑ 14,0 14,1 Дилма от Лулы. // The New Times, 8.11.2010
- ↑ Real Decreto 1570/2012, de 15 de noviembre, por el que se concede el Collar de la Orden de Isabel la Católica a Su Excelencia señora Dilma Rousseff, Presidenta de la República Federativa de Brasil. (исп.)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Окунева Л. С. Дилма Русеф — первая женщина-президент в истории Бразилии // Латинская Америка. 2011. № 1. С. 27—40.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дилма Руссефф официально одержала победу на выборах президента Бразилии, vz.ru (01.11.2010).
- Дилма Руссефф одержала победу на президентских выборах в Бразилии, gazeta.ru (01.11.2010).
- Дилма Руссефф лидирует на выборах в Бразилии, обработано 63,9% голосов, РИА Новости (01.11.2010).
- BuenoLatina. Дилма Руссефф: жизнь и борьба.
- Бывшая партизанка возглавит Бразилию, bfm.ru (24 сентября 2010). 2010 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
- Дилма Русефф, кандидат в президенты Бразилии, передача радиостанции «Эхо Москвы»
- Президент Бразилии Дилма Руссефф 2015 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- Тел өсөн һылтанмалар
- 14 декабрҙә тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Көньяҡ Тәре ордены Ҙур тәре кавалеры
- Католик Изабелла сынйыр менән ордены кавалерҙары
- «Стара Планина» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙар
- Бразилия президенттары
- Алфавит буйынса сәйәсмәндәр
- XXI быуат сәйәсмәндәре
- Ҡатын-ҡыҙ президенттар