Баянов Рим Ғәли улы
Баянов Рим Ғәли улы (рус. Баянов Рим Галеевич; 1930 йылдың 15 ғинуары, Саҡмағош ауылы, Башҡорт АССР-ы — 1996 йылдың 10 феврале, Салауат, Башҡортостан Республикаhы) — совет башҡорт театр актёры, режиссёр. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980).
Биографияһы
Рим Ғәли улы Баянов 1930 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы) Саҡмағош ауылында тыуған[1].
1950 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт театр сәнғәт училищеһен (педагогы К. Ф. Ғәҙелшина) тамамлаған[1][2].
1953 йылдан башлап 1990 йылға тиклем Салауат башҡорт дәүләт драма театрында актёр, 1969—1975 йылдарҙа режиссёр һәм баш режиссёр булып эшләгән. 1972—1974 йылдарҙа театрҙың директоры вазифаһын башҡара, 1985—1990 йылдарҙа — әҙәбиәт бүлеге мөдире.
Режиссёр булараҡ, Ибраһим Абдуллин, Кәбир Аҡбашев, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов, Мөхәммәт Хәйҙәров һәм башҡаларҙың драмалары буйынса спектаклдәр ҡуя.
1996 йылдың 10 февралендә вафат булды. Салауат ҡалаһында ерләнгән[2].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
Гәрәй («Райхан», Нәҡи Иҫәнбәт; дебют, 1953), Фәхри («Ҡара йөҙҙәр», Ғ. Әмири һәм В. Г. Ғәлимов, М. Ғафури повесы буйынса), Бәхтигәрәй (шул исемдәге драма), Тайфур («Әсәләр көтәләр улдарын»" — икеһе лә — Әсғәт Мирзаһитовтыҡы), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»), Умар («Ырғыҙ»" — Һәҙиә Дәүләтшина романы буйынса), Нәжми («Сәйер кеше», Назим Хикмәт), Бергойн («Иблес шәкерте» — «Ученик дьявола», Бнернард Шоу), Эзоп Рәсәйҙә («Ҡол Эзоп») — «Раб Эзоп» «Төлкө һәм виноград» Г. Фигейред пьесаһы буйынса)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974)[1];
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы[2].
Әҙәбиәт
- Әхмәтшин Ғ. Ғ. Салауат театры. Өфө, 1967.
- Сабитов М. А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: Очерктар. Өфө, 1993.== Иҫкәрмәләр ==
- ↑ 1 2 3 4 Саитов С. С. Баянов Рим Галеевич. Башкирская энциклопедия. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Романов Владимир. Его игра всегда согревала души зрителей (К 85-летию со дня рождения видного деятеля башкирского театра Рима Баянова). Башинформ. ИА «Башинформ» (15 ғинуар 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.