Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы
Кәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашев (рус. Кабир Мухаметшарипович Акбашев; 1932 йылдың 10 марты, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы — 2019 йылдың 6 феврале, Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы) — совет, Рәсәй яҙыусыһы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Стәрлетамаҡ районының Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялары лауреаты.
Биографияһы
1932 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ы Красноусол районы[1] Яңы Заһит (Биҙәүләт) ауылында тыуған.
Күрше Сәйетбаба ауылындағы урта мәктәпте, 1970 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын колхозда башлай, унан һуң Ғафури районы Яугилде мәктәбендә уҡытыусы була. Совет Армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, «Коммунизм байрағы» район гәзитенә тәржемәсе булып эшкә урынлаша. 1963—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Знамя коммунизма» гәзитендә баш мөхәрир урынбаҫары, ҡала радиокомитеты директоры булып эшләй.
1977 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында ижади командировкала була, шул ваҡытта экология темаһына драма әҫәрҙәре ижад итә. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты.
Кәбир Аҡбашев 2019 йылдың 6 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат булды[2].
Китаптары
- Йәшә, ҡояшҡай!: Шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
- Илама, Бөркөтөм минең: Драма. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987.
- Төнгө тауыштар: Повестар һәм хикәйәләр. Өфө: Китап, 1996.
- Драмалар һәм комедиялар. Өфө: Китап, 2002.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000);
- Ғәли Ибраһимов исемендәге премия (1998);
- Жәлил Кейекбаев исемендәге премия.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы
- ↑ Ушел из жизни башкирский писатель и журналист Кабир Акбашев. ИА «Башинформ», 2019, 6 февраля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
Әҙәбиәт
- Ғаилә календары. 2012 йыл. — Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2011. — ISBN 978-5-295-05271-2
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
Һылтанмалар
- Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 март 2022)
- Владимир Романов. Не изменяя выбранному пути (К 80-летию писателя и драматурга Кабира Акбашева).// ИА «Башинформ». (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
- Аниса Абдуллина. Кабир Акбашев: «Осень рисует щедрою кистью жизни моей кружева».// ИА «Башинформ». (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)