Илек (ауыл, Ырымбур өлкәһе)

Илек — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ырымбур ҡалаһынан көнбайышҡа табан 128 км алыҫлыҡта булған ауыл, Илек районы һәм Илек ауыл Советының административ үҙәге.

2019 йылда халыҡ һаны, урындағы полицияның мәғлүмәттәре буйынса, 11 мең кеше тәшкил итә. Ауыл биләмәһе майҙаны 35  км² самаһы.

Географияһы

Ауыл Илек йылғаһы Яйыҡ йылғаһына ҡойған ерҙә дала зонаһында ята. Климаты киҫкен континенталь, йәйен эҫе һәм ҡышын һыуыҡ. Яйыҡ йылғаһы үҙәне Илек эргәһендә туризм һәм балыҡ тоторға яратыусыларҙы йәлеп иткән йәмле күлдәр һәм үле йылғалар, киң япраҡлы урмандары менән билдәле. Яйыҡ буйында һыубаҫар иркен туғайҙар һәм игенселек өсөн уңайлы шарттар һаҡлана.

Ауыл янында Яйыҡ бөгөлө киңлеге 50-70 метр, тәрәнлеге 3 метрға тиклем етә, ағымы шәп, уң яры урманлы. Тәпәш һул ярында кешеләрҙе ылыҡтырып торған ҡомлоҡтар.

Яҡындағы тимер юл станцияһына 70 км, ул ауылдан төньяҡтараҡ Новосергиевка ҡасабаһында урынлашҡан.

Ауылдан яҡынса 3 км алыҫлыҡта Рәсәй менән Ҡаҙағстан сиге, унда пропуск пункты урынлашҡан[4]. Сик зонаһына ауыл үҙе инмәй, совет осоронда Ҡаҙағстан менән сик (хәҙер дәүләт сиге) Яйыҡ йылғаһының уң ярында бер нисә саҡрым арыраҡ инеп торған булған.

Тарихы

Яйыҡ казактарынан тармаҡланып сыҡҡан илек казактары Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр XVII быуаттың 1-се сиректәрендә иҫкә алына. Яйыҡ казактары батша Михаил Феодоровичтан Яйыҡтың түбән яғына, Илектән башлап уның уң һәм һул ҡушылдыҡтары буйындағы ерҙәргә грамота ала. Илек казактары административ идаралыҡтың төп үҙәге булараҡ Илектең Яйыҡҡа ҡойған ерендә Илек ҡаласығы төҙөгән[5].

Илек ҡәлғәһенә нигеҙ 1737 йылда һалына. Унда казактар йәшәй. 1773 йылдың сентябрь айында Емельян Пугачев ғәскәренә Иван Творогов етәкселегендә полк ойошторалар. Һуңғараҡ Илек станицаһы Урал казак ғәскәренә инә.

1920—1927 йылдарҙа Илек өйәҙ үҙәге булған. Илек 1927 йылдың 30 майында ауыл биләмәһе итеп үҙгәртелә[6].

Ауылда сиркәү ҙә, мәсет тә бар.

Этимологияһы

Ауыл атамаһын Илек йылғаһынан алған. Ә йылғаға исем төрки телдәрҙән, атап әйткәндә, башҡорт теленән ингән тип фараз ителә. Башҡорт телендә илек — ҡыр кәзәһе[7] тигәнде аңлата; татарса илик, ҡырғыҙса һәм сығатайса елик — «илек». Башҡортостанда илек һүҙе менән яһалған гидронимдар ҙа (Йүрүҙән ҡушылдығы), ауылдар ҙа, оронимдар ҙа бар[8].

Халҡы

Халҡы иҫәбе
1959[9]1970[10]1979[11]1989[12]2002[13]2010[14]2021[15]
79088466899396799953976010 191

Иҫкәрмәләр

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. 1 2 ОКТМО (урыҫ)
  4. Илек — Antiviza. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2013. Архивировано 15 март 2013 года. 2013 йылдың 15 март көнөндә архивланған.
  5. Спб.,.; I. И. Железнов, Уральцы, очерки быта Урал. казаков; Рябинин, Урал. войско, 1866)
  6. Ис. Слоним. Национальные республики и автономные области СССР. — Л.: Брокгауз - Ефрон, 1927. — С. 11.
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 373-сө бит
  8. С. М. Стрельников. Географические название Оренбургской области. — Кувандык: Изд. С. М. Стрельникова, 2002. — С. 55—56.
  9. Ҡалып:Население/1959AB
  10. Ҡалып:Население/1970S
  11. Ҡалып:Население/1979N
  12. Ҡалып:Население/1989F
  13. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  14. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  15. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 373-сө бит
  • С. М. Стрельников. Географические название Оренбургской области. — Кувандык: Изд. С. М. Стрельникова, 2002. — С. 55—56.