Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы

Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов (рус. Гата Зулькафилович Сулейманов1912 йылдың 15 июне, 1-се Төркмән, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы1988 йылдың 25 июне, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — башҡорт йырсыһы, ҡурайсы һәм актёр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1953) һәм халыҡ (1963) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1971).

Биографияһы

1912 йылдың 15 июнендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы) 1-се Төрөкмән ауылында тыуған. 1927—1929 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумында уҡый. 1928 йылда «Тутыйғош ҡабағында» исемле пьесала — Этвен, Дауыт Юлтыйҙың «Аҡшан батыр» драмаһында ҡурайсы малай Ҡотош ролен башҡара.

1936—1941 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының Башҡорт студияһында уҡый. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт балет һәм опера театры солисы була.

1943 йылда Башҡорт художество бригадаһы составында фронтҡа барып, яу яландарында үткәрелгән өс ай самаһы ваҡыт эсендә туҡһанға яҡын концерт ҡуялар.

1947—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Ошо йылдарҙа тетар сәхнәһендә башҡорт, рус һәм сит ил авторҙары әҫәрҙәре буйынса 100-гә яҡын роль башҡара.

1953 йылда Бухареста үткәрелгән Йәштәрҙең һәм студенттарҙың IV Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. 1954 йылда СССР-ҙың мәҙәни делегацияһы составында Һиндостанға бара.

1963—1982 йылдарҙа, драма театрында эшләү менән бер рәттән, Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

1988 йылдың 25 июнендә Өфөлә вафат була[1][2].

Ҡурайсы эшмәкәрлеге

Актёр эшмәкәрлегенән тыш, ҡурайға ғашиҡ кеше булараҡ, ғүмер буйы башҡорт халыҡ уйын ҡоралын пропагандалай. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 250 тирәһе йыр һәм легенда йыйып туплай. Шуларҙың 150-һе уның эшкәртеүендә матбуғат баҫмаларында донъя күрә, иллеләбе ғилми баҫмаларға инеп китә. Композитор Камил Рәхимов менән берлектә башҡорт мәктәптәренең 1−2-се кластары өсөн «Йыр һәм музыка дәрестәре» тигән методик ҡулланма әҙерләй. Ошо ҡулланма һуңынан өс тапҡыр ҡабатлап нәшер ителә. Ғата Сөләймәновтың «Ҡурай» тигән китабы ла бик билдәле. Ул 1970 һәм 1984 йылдарҙа ҡайтанан баҫтырып сығарыла.

Ҡурай сәнғәтен өр-яңы бейеклеккә күтәреүе, башҡорт халҡының рухи байлығын үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн 1971 йылда ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була[1][2].

Репертуары

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Аҡбуҙат», «Ҡарлуғас», «Ашҡаҙар» кеүек тәүге башҡорт операларында баритон партияларын башҡара. Бигерәк тә А. Спадавеккиа менән Х. Заимовтың «Аҡбуҙат» тарихи-героик әҫәрҙәрендә Һәүбән батыр һәм Мәсем хан образдары уңышлы була.

Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ҡарағол, Иван Иванович, Һөйөндөк, Кондрат Петрович (Дауыт Юлтый, «Ҡарағол»), Ғайса (Сәғит Мифтахов, «Зимагорҙар»), Шатморат (Баязит Бикбай, «Ҡарлуғас»), Аҡназар (Б. Бикбай, «Ҡаһым түрә»), Әжмәғол ҡарт (Мостай Кәрим, «Ҡыҙ урлау»), Монтано (В. Шекспир, «Отелло»), Петрушин (Л. Толстой, «Тере мәйет») һәм башҡа ролдәрҙе башҡара[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978);
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1971);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1963);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1953);
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1955)[1][2].

Хәтер

  • Баймаҡ районынының 1-се Төрөкмән ауылында музейы булдырылған һәм уға Ғата Сөләймәнов исеме бирелгән[3].
  • Исеме Баймаҡ ҡалаһындағы балалар сәнғәт мәктәбенә[4], Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класына бирелгән[5].
  • Өфөлә Октябрь революцияһы урамындағы артист йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған
undefined
  • 2000 йылдан Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы үткәрелә[1][2]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 3 4 5 Из рода певцов и кураистов. bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
  3. Музейная сеть РБ. Музеи Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  4. Реквизиты. МАУ ДО «Детская школа искусств» им. Г. Сулейманова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  5. МАУ ДО ДШИ им. Г.Сулейманова МР Баймакский район РБ. Официальный сайт 2016 йылдың 8 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 август 2018)