Сигаков Николай Иванович

Сигаков Николай Иванович (1947 йыл 22 апрель) — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы (1997—1999), Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары.

Биографияһы

Николай Иванович Сигаков[1] 1947 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Май ауылында тыуа. «Инженер-механик» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1963 йылда Салауат техник быяла заводында (хәҙер «Салаватстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) башлай: слесарь-көйләүсе, әйҙәүсе инженер, цех механигы, производство начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, планлы-производство бүлеге начальнигы, производство начальнигы.

КПСС ағзаһы. 1980 йылдан — предприятиеның партком секретары, 1983—1997 йылдарҙа — «Салауатбыяла»-ның генераль директоры.

Уның етәкселеге аҫтында предприятие техник йәһәттән үҙгәртеп ҡорола; стеклохолст етештереү индерелә, быяланы төрөү буйынса контейнерҙар әҙерләү цехы асыла.

9-сы һәм 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Вәкилдәр Палатаһы депутаты.

19971999 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһынан киткәндән һуң 1999 йылдан Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары була.

2002 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 2002 йылдың июнендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса ведомство-ара совет ағзаһы итеп тәғәйенләнә.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар