Күсимов Таһир Тайып улы

Күсимов Таһир Тайып улы (1928 йылға тиклем — Зинунов)[1] (рус. Кусимов Тагир Таипович; 1909 йылдың 14 феврале, Күсем, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы1986 йылдың 10 майы, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет хәрби етәксеһе. Советтар Союзы Геройы (15.01.1944), генерал-майор (1954). Милләте — башҡорт.

Биографияһы

1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында (хәҙер - Башҡортостандың Әбйәлил районы Күсем ауылы) тыуа. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Үзбәкстандың Гөлистан станцияһы районында мамыҡ ҡырҙарында миҙгел, ваҡытлыса һәм ярҙамсы хужалыҡ эштәрендә эшләйҙәр. Шунда уҡ рус мәктәбендә 4 синыфты тамамлай. 1928 йыл башында Күсем ауылына ҡайта.

1928 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына баҫа: хәрби мәктәпкә инеү имтихандарын тапшыра алмағас, махсус ойошторолған әҙерлек бүлегенә, ә киләһе йылда уҡыуҙың төп курсына алына. 1932 йылдың мартында Ҡазанда Татар АССР-ы Үҙәк башҡарма комитеты исемендәге 6-сы Берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбенең кавалерия бүлеген тамамлай. Хеҙмәтен ошо уҡ уҡыу йортонда курсанттар взводы командиры булып дауам итә. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1935 йылдың ноябренән — Волга буйы хәрби округы 1-се Ҡазан уҡсылар дивизияһының айырым разведка дивизионы эскадроны командиры ярҙамсыһы, 1936 йылдың июнь-октябрендә һәм 1937 йылдың апреленән 1938 йылдың апреленә тиклем — округтың 86-сы уҡсылар дивизияһының айырым разведка батальоны эскадроны командиры. 1937 йылдың яҙында Төньяҡ Кавказ хәрби округында алты айлыҡ команда составын камиллаштырыу кавалерия курстарын (КУКС) тамамлай. 1938 йылдың апреленән июленә тиклем — 86-сы уҡсылар дивизияһы 256-сы уҡсылар полкының разведка ротаһы командиры.

1938 йылдан Кавказ аръяғы хәрби округында хеҙмәт итә. Башта Баҡы ҡалаһында дислокацияланған 77-се Әзербайжан тау-уҡсылар дивизияһының айырым кавалерия эскадроны менән командалыҡ итә. 1940 йылдың сентябрендә округтың 24-се кавалерия дивизияһы 56-сы кавалерия полкына (полктың дислокация урыны — Кировобад, хәҙерге Гянджа ҡалаһы) командир ярҙамсыһы итеп күсерелә. 1941 йылдың авгусында 23-сө кавалерия дивизияһы 14-се кавалерия полкының командиры итеп тәғәйенләнә.

1942 йылдың февралендә майор Күсимов Өфөгә килә, бында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (дивизия командиры — полковник М. М. Шайморатов) төҙөлә башлаған була. Дивизияның штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә, мартта дивизияның 275-се кавалерия полкы командиры була (1943 йылдың февраленән — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы).

Бөйөк Ватан һуғышының хәрәкәт итеүсе армияһында — 1942 йылдың апреленән. Дивизия составында Брянск һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарҙа һуғыша. 1942 йылдың йәйендә Воронеж-Ворошиловград операцияһының оборона алыштарындағы отличиеһы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Июлдәге алыштарҙың береһендә яралана, әммә госпиталгә барыуҙан баш тарта. 1942 йылдың ноябрендә подполковник Күсимов ауыр яралана, Чкалов һәм Өфө эвакогоспиталдәрендә дауалана. 1943 йылдың мартында, һауығып сыҡҡас, үҙ дивизияһына (16-сы гвардия кавалерия дивизияһына әйләнә) ҡайта һәм 58-се гвардия кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Апрелдә дивизия Көньяҡ-Көнбайыш фронттан резервҡа һәм тулыланыуға сығарыла, ә августа уны Үҙәк фронтҡа тапшыралар.

Үҙәк фронттың 7-се гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы командиры гвардия подполковнигы Т. Т. Күсимов Днепр өсөн алышта айырылып тора. 1943 йылдың 26 сентябрендә Днепр ярына сығып, гвардия подполковнигы Күсимов дошманға ныҡлы оборона булдырыуға ваҡыт ҡалдырмай. Һөжүм ваҡытында ҡул аҫтындағы төрлө әйберҙәрҙән халыҡ ярҙамында һал эшләүҙе ойоштора. 27 сентябрҙә полк һыуҙы аша сыға башлай. Туҡтауһыҙ артиллерия-пулемет уты аҫтында кавалеристар Днепрҙың уң ярына сыға һәм төнгө алышта немецтарҙы яр буйындағы траншеяларҙан ҡыуып сығарып, Украина ССР-ының Чернигов өлкәһе Репкин районының Дымарка һәм Неданчичи ауылдары районында 2,5 километрлыҡ плацдарм булдыра. Ғәмәлдәре менән Күсимовтың полкы дивизияның башҡа частарына йылғаны сығыуҙы тәьмин итә. Кеше, ат составын һәм техниканы артыҡ күп юғалтыуҙарһыҙ полк бер тәүлектә дошмандың 77 һалдатын, 2 офицерын юҡ итә, 15 автоматты, 4 ҡул пулеметын, 50-нән ашыу винтовка, 3 станок пулеметын ҡулға төшөрә. 1943 йылда йәйге-көҙгө һөжүм осоронда полк 19 тораҡ пунктты азат итә[2]

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы менән «фронтта немец баҫҡынсылары менән алышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардия подполковнигы Күсимов Таһир Тайып улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3].

1944 йылдың майында маршал С. М. Буденыйҙың шәхси ҡушыуы буйынса Т. Т. Күсимов М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияға алына һәм уны 1947 йылда тамамлай.

Т. Т. Күсимов М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияның йыйылма батальоны составында Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнаша.

1947 йылдың ноябренән 1949 йылдың декабренә тиклем Ставрополгә дислокацияланған Төньяҡ Кавказ хәрби округының 4-се гвардия кавалерия дивизияһы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Һуңынан ҡабаттан уҡырға ебәрелә.

1951 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияны тамамлай. 1952 йылдың апреленән — штаб начальнигы — Төньяҡ Кавказ хәрби округының (Грозный ҡалаһы) 12-се тау-уҡсылар корпусы 24-се гвардия тау-уҡсылар дивизияһы командирының беренсе урынбаҫары, 1953 йылдың апреленән августҡа тиклем ваҡытлыса дивизия командиры вазифаһын башҡара. 1953 йылдың авгусынан 1954 йылдың сентябренә тиклем Төньяҡ Кавказ хәрби округының (Майкоп ҡалаһы) 9-сы тау-уҡсылар дивизияһы командиры. 1954 йылдың декабренән Төркөстан хәрби округының Ҡырғыҙ ССР-ының Ош ҡалаһында урынлашҡан 376-сы тау-уҡсылар дивизияһының командир урынбаҫары булып хеҙмәт итә (1955 йылдың мартында 71-се тау-уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә). 1956 йылдың ноябренән — 58-се уҡсылар дивизияһы командиры (Төркмән ССР-ының Ҡыҙыл-Арват ҡалаһы), 1957 йылда дивизия мотоуҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә. 1961 йылдың июленән 1963 йылдың июленә тиклем — Төркөстан хәрби округының 1-се армия корпусы командиры (Ашхабад ҡалаһы).

1963 йылдың июленән Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары. 1969 йылда отставкаға сыға.

1947—1971 йылдарҙа РСФСР Юғары Советы (2-3-сө саҡырылыш, 1947—1955), Төркмән ССР-ы Юғары Советы (4-се саҡырылыш, 1959—1963), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы (7-се саҡырылыш, 1969—1971) депутаты итеп һайлана[4]. Һуғыштан һуң Төркмәнстан Коммунистар партияһының Ашхабад ҡала комитеты һәм КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты ағзаһы була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Башҡортостан республика тыныслыҡты һаҡлау комитеты һәм 16-сы гвардия кавалерия дивизиһы ветерандары советы ағзаһы булараҡ, әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Дивизияның хәрби юлы, яугирҙары һәм дуҫтары тураһында очерктар яҙып, республика гәзиттәрендә, әҙәби тупланмаларҙа баҫтыра.

1986 йылдың 10 майында вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәрби дәрәжәләре

  • лейтенант (1936);
  • өлкән лейтенант (23.07.1937);
  • капитан (28.03.1939);
  • майор (8.04.1941);
  • подполковник (25.09.1942);
  • полковник (22.02.1944);
  • генерал-майор (31.05.1954, СССР Министрҙар советы ҡарары № 01090)[9].

Ғаиләһе

Ҡатыны Сәйҙә Мостафа ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы - Хәмиҙуллина; 1913—1987)[9]. Улдары — Салауат (1942), Өфө дәүләт авиация университеты ректоры (1991—2003), БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Өфө дәүләт авиация техник университеты президенты була.

Хәтер

undefined
  • Күсем ауылында Советтар Союзы Геройы Т. Т. Күсимовтың дәүләт музейы асыла;
  • Өфө гарнизоны Офицерҙар йортонда йыл һайын Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм инвалидтар араһында Советтар Союзы Геройы Т. Т. Күсимов приз-кубогына бильярд буйынса ярыштар үткәрелә;
  • 2009 йылдың майында Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромына Таһир Күсимов исеме бирелә[10];
  • 2010 йылдың 8 майында Өфөләге Еңеү паркында генерал-майор Таһир Күсимовҡа бюст ҡуйыла;
undefined

Иҫкәрмәләр

  1. Информация на биографическом сайте Генерала Т. Т. Кусимова. bashenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2026.Архивная копия от 22 апрель 2019 на Wayback Machine
  2. Наградной лист на присвоение Т. Т. Кусимову звания Героя Советского Союза // ОБД «Память народа» Архивная копия от 25 сентябрь 2019 на Wayback Machine.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
  4. Т. Т. Кусимов / «Башкирская энциклопедия» Архивная копия от 25 сентябрь 2019 на Wayback Machine
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  7. Карточка награждённого «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. 1 2 Послужной список. Мемориальный сайт Т.Т. Кусимова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2019. Архивировано 20 сентябрь 2020 года.
  10. ufa1.ru — Ипподром «Акбузат» будет носить имя героя
  11. В Уфе к 115-летию Героя Советского Союза Тагира Кусимова открылась выставка. ИА «Башинформ», 15 февраля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2024)

Әҙәбиәт

  • Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө, 2005.
  • Р. Өмөтбаев. Генерал Күсимов (документаль повесть). — Өфө, 1990.
  • И. Сотников. От волжских твердынь до седого Днепра // Генералы Башкортостана. — Уфа, 2005.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с.
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996.
  • Уметбаев Р. Г. Генерал Кусимов: Документальная повесть. — Уфа: Китап, 1995. — 330 с. — (Времена и судьбы).
  • Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975). Том 4. Командный состав Сухопутных войск (армейское и дивизионное звенья). Часть вторая. — Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2019. — 586 с. — ISBN 978-601-7887-31-5. — С.259-263.
  • Белов Г. А. Путь мужества и славы. Воспоминания. 3-е изд., доп. — Уфа, 1985.
  • Бикмеев М. А. История военного комиссариата Республики Башкортостан. — Уфа, 1998.
  • Военная история башкир: энциклопедия. Уфа, 2013.
  • Генералы Башкортостана. — Уфа, 1995.
  • Халыҡ йөрәгендә мәңгегә / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — С. 286. — 607 с. — 65 000 экз.
  • Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. Уфа, 2005.
  • Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза. Т. 1. — Уфа, 1965.
  • Сотников И. В. В атаке конники. — Уфа, 1983.
  • Сыны Отчизны. — Уфа, 1981. С.3-46.
  • Гайнетдинов Б. Серебром блистала сабля генерала [Тагира Кусимова] / Булат Гайнетдинов // Вечерняя Уфа. — 2009. — 12 февр.
  • Галеев И. Легендарный генерал: 14 февр. исполн. 100 лет со дня рождения Героя Совет. Союза Тагира Кусимова / Ильяс Галеев // Республика Башкортостан. — 2009. — 14 февр.
  • Галеев И. Народный герой, генерал-легенда [Тагир Кусимов] / Ильяс Галеев // Истоки. — 2009. — 11 февр. (№ 6). — С. 3.
  • Рамазанов Р. …И бюст появится народному герою [генералу Тагиру Кусимову] / Равиль Рамазанов; фото Владимира Карабанова // Вечерняя Уфа. — 2009. — 24 февр.
  • Шушпанов С. Кавалер золотой звезды: к 100-летию со дня рождения генерала Тагира Кусимова / Сергей Шушпанов // Вечерняя Уфа. — 2009. — 14 февр.
  • Шутов А. 95 лет со дня рождения Героя Советского Союза Тагира Кусимова.

Категориялар