Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы

Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы (5 март 1934 йыл — 20 ноябрь 2002 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы; 1995–2002 йылдарҙа Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының Башҡортостан Республикаһындағы фән‑ара бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1996), физика-математика фәндәре докторы (1985), профессор (1987); Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1990).

Биографияһы

Фәнил Лотфрахман улы Сәйәхов 1934 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Яҫҡайын ауылында тыуған. Тарихсы профессор Фәһим Сәйәховтың (1926—2003) ҡустыһы.

1958 йылда Мәскәү дәүләт университетын, 1964 йылда — Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, дисперслы системалар электрофизикаһы өлкәһендә белгес;

1959 йылдан алып ул Башҡорт дәүләт университетында дөйөм физика кафедраһы мөдире (1965-1975) ғәмәли физика һәм геофизика кафедраһы мөдире (1984 йылдан) булып эшләй.

Фәнил Сәйәхов электромагнит ҡырҙарҙың күп фазалы системалар менән үҙ-ара тәьҫир итешеү физикаһы өлкәһендә эшләй. Ул поляр мөхит термодинамикаһын эшләй һәм йәбешкәк углеводородлы шыйыҡсаны юғары йышлыҡтағы электромагнит ҡырҙа фильтрлауҙың математик моделен дөйөмләштерә. Яңы фәнни йүнәлеш булдыра — юғары йышлыҡлы электромагнит гидродинамика. Ул — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының физика-математика фәндәре бүлеге ағзаһы.

Хеҙмәттәре

Фәнил Лотфрахман улы Саяхов — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография авторы шул иҫәптән:

  • Физические принципы и модели разложения гидратов природного газа. М., 1988 (авторҙаш)
  • Высокочастотная электромагнитная гидродинамика. Өфө, 1990 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар