Ғайсин Әхтәр Мәғәз улы

Әхтәр Мәғәз улы Ғайсин (рус. Гайсин Ахтяр Магазович; 1954 йылдың 5 марты, Буранғол, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт ғалимы—математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).

Биографияһы

Әхтәр Мәғәз улы Ғайсин 1954 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған[1].

1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының тамамлай һәм 1983 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда эшләй.

1997 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Математика институтында[2] һәм бер үк ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университетында хеҙмәт һала.

2020 йылдан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө Федераль тикшереүҙәр үҙәгендә Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре[3].

Ғилми эшмәкәрлеге

Профессор Әхтәр Ғайсиндың фәнни эшмәкәрлеге Пойа проблемаһына арналған.

Фәнни хеҙмәттәре

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).

Иҫкәрмәләр

  1. Әхтәр Мәғәз улы Ғайсинға 70 йәш  (рус.). 18 февраль 2026 тикшерелгән.
  2. Институт математики с вычислительным центром Российской академии наук. Официальный сайт. Сотрудники. Гайсин Ахтяр Мәғәзович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2016)
  3. Гайсин Ахтяр Магазович. УФЦИН РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.

Һылтанмалар