Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы
Мәүлитбай Байгилде улы Ямалетдинов (псевдонимы — Мәүлит Ямалетдин, рус. Ямалетдинов Мавлетбай Байгильдеевич; 1947 йылдың 5 марты, Аһылай ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2020 йылдың 8 ноябре, Учалы, Башҡортостан Республикаhы) — совет һәм Рәсәй шағиры, яҙыусы, журналист, мөхәррир, уҡытыусы, сценарист, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
Биографияһы
1947 йылдың 5 мартында ([3][4]) Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған[5]. Тыуыу тураһындағы таныҡлығы 5 март менән алынған[6].
Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы «Байрамғол» совхозында эшләй. 1964—1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый[7]. Музыкаль белем алғандан һуң Баймаҡ интернат-мәктәбендә музыканан уҡыта. Совет Армияһында хеҙмәт итә[6].
Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы интернат-мәктәбендә йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—1984 йылдарҙа Учалы районы Уральск ҡасабаһында (хәҙер ауыл) музыка мәктәбе директоры була.
1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курс, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. «Ватандаш» журналында баш мөхәррир урынбаҫары, «Ағиҙел» журналында хәбәрсе булып эшләй. 1997—2001 йылдарҙа — Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының бүлек мөдире[5]
Ғүмеренең һуңғы йылдарын Учалы районының Бурансы ауылында үткәрә. 2020 йылдың 8 ноябрендә вафат була[6]. Бурансы ауылында ерләнә[8]
Ижады
Мәүлит Ямалетдиндың беренсе «Ирәмәл» шиғырҙар йыйынтығы 1978 йылда сыға. Һуңынан ул 20-нән ашыу шиғыр, әкитә, повесть, эпостар китабы яҙа.
Ижадында тарихи һәм эпик әҫәрҙәр мөһим урын алып тора. Ул «Һуңғы Һартай» , «Күл-тегин» (орхон-йәнәсәй яҙма сығанаҡтары нигеҙендә яҙыла) эпос-дастандарын, «Йондоҙ күҙле» поэма-эпосын яҙа «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым» тарихи повесы башҡорт халҡы тарихының фажиғәле биттәренә бағышлана. «Ҡуласа» әҫәрендә легендар Ҡобағош сәсән тормошо һүрәтләнә[5]. Шулай уҡ «Һуңғы йот» повесында 1921-1922 йылдарҙағы аслыҡ темаһына мөрәжәғт итә[6].
Фольклор өлгөләре менән әүҙем эшләй, халыҡ көйҙәрен яҙып ала һәм эшкәртә,ҡурайсы Т. Х. Латипов әҫәрҙәрен нотаға һалып, "Һыҙҙыр әле ҡурайыңды" (1994), "Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәк ҡылдарын" (2005) йыйынтыҡтарын сығара[5]. Ҡурайсы булараҡ, республика сәсәндәр бәйгеләрендә ҡатнаша, уларҙа еңеүсе була. 2018 йылда Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә Гран-при яулай[6].
Анна Ахматова, Сергей Есенин, Василий Шукшиндың айырым әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә[9]. 2002 һәм 2017 йылда Ҡөрьән сүрәләрен шиғри тәржемә иткән һәм интерпретациялаған ике китабы донъя күрә[10].
2004 йылда Айсыуаҡ Йомағоловтың «Төндә мөмкин» тип аталған нәфис фильмында төп ролде башҡара[9]. «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән һәм йырсы А. А. Солтановҡа арналған «Йырлы ғүмер» документаль фильмының сценарий авторы[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. 1990—1991 йылдарҙа «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәге идараһы рәйесе була. Учалы музыка училищеһында фольклор бүлеген ойоштороусыларҙың береһе, ҡурайсылар ансамбле етәксеһе. Оҙаҡ йылдар Учалы яҙыусылар ойошмаһын (1991 йылдан), Урал аръяғы ижадсыларының «Ҡуңыр буға» берләшмәһен етәкләй[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Салауат Юлаев ордены (2019)[9];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993)[5];
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2019)[11];
- М. Мортазин исемендәге әҙәби премия (1991)[9];
- Ф. Кәрим исемендәге премия (2007);
- Р. Хисаметдинова исемендәге премия (2009);
- М. Буранғолов исемендәге премия (2017)[9];
- Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленең Гран-прийы (2018)[6];
- «Ватандаш» журналы версияһы буйынса йыл авторы (2014);
- Төрки шиғриәтенең 2-се халыҡ-ара фестивале лауреаты (1993, Алматы);
- Республика үҙешмәкәр сәнғәт смотры дипломанты (Өфө, 1977).
Китаптары
- Ямалетдинов М. Б. Ирәмәл. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978.
- Ямалетдинов М. Б. Ай ҡыҙы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.
- Ямалетдинов М. Б. Таң йондоҙо. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
- Ямалетдинов М. Б. Һомай ҡош. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
- Ямалетдинов М. Б. Талдар. — Өфө, 1995.
- Ямалетдинов М. Б. Һаумы, зәңгәрлек!. — Өфө, 1998.
- Ямалетдинов М. Б. Ҡот // балалар өсөн. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1995.
- Ямалетдинов М. Б. Һуңғы Һартай // дастан. — Өфө: Китап, 2000.
- Ямалетдинов М. Б. Ҡуласа //Ҡобағош сәсән тураһында тарихи роман, эссе. — Өфө: Китап, 2007. — 384 с. — ISBN 978-5-295-04098-6.
- Ямалетдинов М. Б. Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым. — Өфө: Китап, 2005.
- Ямалетдинов М. Б. Йондоҙ күҙле. — Өфө: Китап, 2010.
- Ямалетдинов М. Б. Һайланма әҫәрҙәр, 2 томда. — Өфө: Китап, 2013–2017.
Фильмографияһы
- 2004 — «Төндә мөмкин» (реж. Айсыуаҡ Йомағолов) — төп роль;
- 2013 — «Йырлы ғүмер» (реж. Айсыуаҡ Йомағолов, «Башкортостан» киностудияһы) — сценарий авторы[9].
Ғаиләһе
Атаһы — Байгилде Ямалетдин улы, әсәһе — Нәсиха Ғаззал ҡыҙы. Ҡатыны — Мәрйәм Зәйнетдиновна. Балалары: улдары Илшат, Азамат, Айҙар; ҡыҙы Зөбәржәт[12].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ Мәүлит Ямалетдин үҙенең «Ҡуласа» исемле китабында 5 февралдә тыуыуы тураһында яҙған.
- ↑ Рәсми документта һәм сығанаҡтарҙа 5 март күрһәтелә
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 В Башкирии ушёл из жизни писатель и журналист Мавлетбай Ямалетдинов. Башинформ (8 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.
- ↑ Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2024)
- ↑ В Уфе простились с писателем и журналистом Мавлетбаем Ямалетдиновым. Башинформ (9 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Вечер-портрет «Утренняя звезда». Объединение городских библиотек г. Магнитогорска (4 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.
- ↑ Распоряжение Главы Республики Башкортостан от 14 марта 2019 года № РГ-60 «О награждении знаком отличия „За самоотверженный труд в Республике Башкортостан“». Официальный интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.
- ↑ Ушел из жизни известный поэт Маулит Ямалетдин. БезФормата (8 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018).
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018).
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018).
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018).
Һылтанмалар
- Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.