Волга буйындағы аслыҡ (1921—1922)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Волга буйындағы аслыҡ (1921—1922)
Дәүләт
Рәсем
Урынлашыу
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Волга 1921—1922 йылдарҙа Волга буйындағыаслыҡРәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында большевиктар контролдә тотҡан территорияларҙағы аслыҡ. Көньяҡ Урал һәм Волга буйы төбәктәре иң оҙаҡ һәм күпләп зыян күргәнлектән, Волга буйында аслыҡ булараҡ билдәле. Ҡайһы бер төбәктәрҙә күпләп асығыу 1920 йылдың көҙөнән 1923 йылдың йәйенә тиклем күҙәтелһә лә, аслыҡтың иң ауыр мәле 1921 йылдың көҙө — 1922 йылдың яҙына тура килә. Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, аслыҡ 35 губернаны солғап ала, Һамар, Һарытау губерналары ныҡ зыян күрә, аслыҡ дөйөм һаны 90 миллион тәшкил итеп, шуларҙың 40 миллионға яҡыны (совет рәсми мәғлүмәттәр буйынса — 28 миллион[1]) Волга буйын, Көньяҡ Украинаны, Ҡырымды, Башҡортостанды, Ҡаҙағстанды, өлөшләтә Урал алдын һәм Көнбайыш Себерҙе[1] солғап алды.

Аслыҡ ҡорбандары һаны 5 миллион самаһы кеше тәшкил итә.[2]. Аслыҡ менән көрәш барышында совет хөкүмәте беренсе тапҡыр капиталистик илдәрҙән ярҙамҡабул итә. Аслыҡ менән көрәш өсөн сиркәүҙәрҙән затлы әйберҙәр тартып алыу[1] совет властарына бер үк ваҡытта православие сиркәүенә массированный (берләштерелгән) һөжүм яһауҙы тормошҡа ашырыусы ҡорал булып та хеҙмәт итә. Америка ярҙам администрацияһы ебәргән ашамлыҡ һәм дарыу 11 миллион самаһы кешене ашатырға етә.

Аслыҡ сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп сәбәп[1]:

Аслыҡтан үлгән балалар
  1. Большевиктар үткәргән продразвёрстка һәм асығыусы ҡала кешеләренең крәҫтиәндәрҙе стихиялы талауы, шәхси сауҙаны һәм аҡсаны юҡ итеү һәм хәрби коммунизм сәйәсәте.
  2. 1921 йылғы аяуһыҙ ҡоролоҡ — ҡоролоҡтан барлыҡ сәсеүлектең яҡынса 22 % һәләк була; ҡайһы бер райондарҙа уңыш сәсеү өсөн файҙаланылған орлоҡ һанынан да кәмерәк була; 1921 йылда уңыш 1913 йыл кимәленең 43 % тәшкил итә; өҫтәүенә, 1920 йылдың көҙөндә ҙур майҙандарҙа мул емешле (башланып торған аслыҡты еңеү маҡсатында), әммә ҡоролоҡҡа ҡаршы тороу яғынан бигүк тотороҡло булмаған ужым культуралары сәселгән була.
  3. Граждандар һуғышының;емергес эҙемтәләре;

Тарихсы А. М. Кристкалн аслыҡтың төп сәбәптәре тип ауыл хужалығының артта ҡалғанлығын, граждандар һуғышының эҙемтәләрен һәм продразвёрстканы атай; икенсел сәбәптәргә — ҡоролоҡто, алпауыт һәм эре хужалыҡтарҙың юҡҡа сығыуын индерә[3].

Ҡайһы бер тарихсыларҙың һығымталары буйынса, аслыҡ сәбәптәре тип 1919/1920 һәм 1920/1921 йылдарҙа продразвёрстка күләменең артығынан тыш булыуы менән аңлата, крәҫтиәндәрҙән аҙыҡ-түлек, хатта орлоҡ ашлығы ла тартып алына, һәм был сәсеү майҙандарының һәм уңыш күләменең күпләп кәмеүенә килтергән[4]. 1917 йылдың яҙынан ғәмәлгә ашырылған продразвёрстка йәки икмәк монополияһы крәҫтиәндәрҙе үҙ ғаиләһенә туҡланыуға етерлек кенә икмәк үҫтереүенә килтерә. Совет республикалары хөкүмәте ашлыҡ культураларының бер ни тиклем запасына эйә түгеллеге һәм асыҡтан-асыҡ икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек баҙарының булмауы, транспорттың бөлгөнлөктә булыуы һәм яңы власть институттары үҙ эшмәкәрлеген яңы башлағанлығы ла аслыҡ сәбәпсеһе була. РКП(б)-ның X съезындағы отчёт докладында В. И. Ленин яғыулыҡ һәм иҡтисади көрсөк менән бер рәттән ил етәкселегенең хаталары аслыҡҡа килтерҙе, тип таный. Ул хөкүмәттең ресурстар һәм губерналарҙағы продразвёрстка менән идара итә алмауы һәм уңыштың түбән булыуы аҙыҡ-түлек көрсөгөнөң төп сәбәпсеһе тип атаны[5].

Үҙәкләштерелгән продразвёрстка башланмаҫ элек, асығыусы ҡалаларҙа һәм армияла бер кемгә лә буйһонмаусы һәм эҙемтәләре тураһында уйлай белмәгән стихиялы ҡораллы формированиелар (шул иҫәптән — үҙҙәрен рәсми продотряд тип танытып) барлыҡҡа килә. Был тәртипкә һалынған продразвёрстка булдырыуға килтерә. Продразвёрстка эшмәкәрлеге ооронда саманан тыш арттырып ебәреүҙә чехословак корпусының болаһы кире роль уйнаны, сөнки большевиктар тимер юлдарҙың бер өлөшөнә контролен юғалта һәм асығыусыларға гуманитар ярҙам илтә алмай. Ҡыҙылдарҙың Колчак, Деникин һәм Врангелдең Рус армиялары менән һуғышыуы ла шулай уҡ ярҙам итерлек мөрхәт бирмәй.

Асығыусыларға ярҙам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Волга буйы асығыусыларына ярҙам» почта маркаһы в 1923 г.

Совет хөкүмәтенең эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Волга буйындағы аслыҡ ваҡытында каннибализм, 1921
Быҙаулыҡ ҡалаһы янында йәшәгән һәм каннибализмда ғәйепләнеүсе крәҫтиәндәре, һәм улар ашаған ҡорбандарҙың ҡалдыҡтары[6]
Благовещенка ауылы малайы (Украина, Запорожье губернаһы) Илларион Нищенко 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында үҙенең өс йәшлек энеһен үлтереп, уны ашаған[7][8][9].

Совет республикалары хөкүмәтенең күпме булһа лә мөһим аҙыҡ-түлек резервтары булмауы сәбәпле, ул 1921 йылдың июлендә сит ил дәүләттәре һәм йәмәғәтселеккә аҙыҡ-түлек ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. Үтенестәр күп тапҡыр ҡабатланыуға ҡарамаҫтан, тәүге ярҙам фәҡәт сентябрҙә генә килә. Фритьоф Нансендың ойошторған әүҙем йәмәғәтселек кампанияһы ҡуҙғатып ебәргәндән һуң һәм Европа һәм Американың дәүләткә ҡарамаған ойошмаларының шәхсән ҡатнашҡанлығы арҡаһында ғына, 1921—1922 йылдарҙа ярҙамдың төп ағымы килә башлай. 1922 йылғы уңыштың күпкә артыуы арҡаһында, 1923 йылдың уртаһына тиклем аслыҡтан ныҡ зыян күргән төбәктәргә ярҙам күрһәтелһә лә, күпләп асығыу яйлап туҡтай. 1921-1923 йылдарҙағы аслыҡ шулай уҡ кеше ашау[10] осраҡтарына һәм ҡарауһыҙ ҡалған балалар һаны артыуға килтерә.

1921 йылдың апрель аҙағында Хеҙмәт һәм оборона советы «Ҡоролоҡ менән көрәш тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә. 1921 йылдың май һәм июнендә Ленин сит илдән аҙыҡ-түлек һатып алыу тураһында бойора, ләкин был өлөш хатта, крәҫтиәндәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, эшселәрҙе туҡландырырлыҡ та булмай. Асығыусыларға ярҙам итеү өсөн хөкүмәт сит илдән Рәсәй империяһының алтын запасынан алынған 92,6 миллион алтын һумға миллион тонна самаһы он һатып ала, һәм был 25 миллион асығыусыға ярҙам итеп һәр береһенә 40 кг икмәк биреүҙе аңлата. Әммә большевиктар шуның менән бер үк ваҡытта Троцкий диме менән етештереү күләме яғынан Путилов заводынан 6 тапҡырға кәмерәк Швеция Нидквист һәм Хольм заводтарынан локомотив һатып алыуға — паровоз афераһы — 200 миллион алтынды тотона. Әгәр ҙә был аҡсалар икмәк алыуға тотонолһа, аслыҡ осоронда һәр асығыусы 160-шар килограмм он продуктын алған булыр ине[11].

1921 йылдың 26 июнендә «Правда» гәзите Волга буйындағы аслыҡ тураһында, 1891—1892 йылдарҙағы аяуһыҙ аслыҡҡа ҡарағанда ла көслөрәк, тип яҙып сыҡты.

Совет Рәсәйе дәүләте аслыҡ менән менән көрәш һәм халыҡты ҡотҡарыу маҡсатында учреждение, предприятие, кооперативтарҙы, профсоюз, йәштәр ойошмаларын, Эшсе-Кәрҫтиән Ҡыҙыл Армиянһын йәлеп итә. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1921 йылдың 18 июнь Декреты нигеҙендә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү һәм бүлеү буйынса ғәҙәттән тыш вәкәләткә эйә Асығыусыларға ярҙам (Помгол) Үҙәк комиссияһы булдырыла. Уны ВЦИК рәйесе М. И. Калинин етәкләй. РСФСР составындағы республикаларҙың Үҙәк, губерна, өйәҙ һәм улус башҡарма комитеттары, профсоюздар һәм ҙур предприятиелар янында ла Асығыусыларға ярҙам комиссиялары ойошторола.

Июлдә Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе В. Ульянов (Ленин) яҙҙы:

Әгәр уңыш алынмаған һәм аслыҡтан интеккән район 25 миллион халыҡты үҙ эсенә алһа, иң революцион юлдар менән тап шул райондан 500 мең штык һанындағы йәш егетте армияға хеҙмәткә алыу кәрәк? (хатта 1 миллион мөмкин?)

Маҡсат: беренсенән, астарҙы ашатып, халыҡҡа ниндәйҙер дәрәжәлә ярҙам итеү. Икенсенән: шул Украинаның бай крәҫтиәндәренең ҡомһоҙлоғон асыҡ тойған 1-2 миллионды Украинаға продразвёрстка эшен көсәйтергә ярҙамға ебәреү.

Украиналағы уңыш яҡынса (Раковский) 550—650 миллион бот тәшкил итә. 150 миллион бот сәсеү орлоғон һәм 300 (15 x 20 = 300) ғаиләне, малды ашатыуға тотонолғанын иҫәпләмәгәндә, ҡалдыҡ (550—450 = 100; 650—450 = 200) яҡынса 150 миллион бот. Әгәр Украинаға ас губерналар армияһын илткәндә, был ҡалдыҡты (һалымлата + тауар алмашып + астарға ярҙам ниәтенән байҙарға айырым реквизиция үткәреп) тулыһынса йыйып алып булыр ине.

Ленин В. И. Полное собрание сочинений. Изд. пятое. Т. 44. — М.: Изд-во политич. лит-ры, 1974. — С. 67.

Формаль рәүештә был осорҙа Украина һәм РСФСР айырым дәүләт бул. 1921 йылда Украинала (бигерәк тә көньяҡ районадарҙа) аслыҡ башлана[12].

1921 йылдың 2 агусында совет хөкүмәте халыҡ-ара берләшмәһенә аслыҡҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итеүен һорап мөрәжәғәт итә. «Рәсәй хөкүмәте, — тип әйтелә нотала, — ниндәй сығанаҡтан килһә лә, сәйәсәт менән бөтөнләй бәйләмәйсә, теләһә ниндәй ярҙамды ла ҡабул итәсәк». Шул уҡ көндө В. И. Ленин донъя пролетариатына мөрәжәғәт яҙа, ә унан да алдараҡ (13 июль) Максим Горький, илдең етәкселеге менән кәңәшләшеп, Көнбайыш йәмәғәтселеген Рәсәйҙә халыҡтың күпләп үлеүенә юл ҡуймауға саҡырҙы. 9 февралгә Совет Рәсәйе фәҡәт АҠШ-тан ғына аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн яҡынса 12 миллион 200 мең доллар аҡса бүлә. Ике йыл эсендә барлығы 13 миллион АҠШ долларына аҙыҡ-түлек һатып алына. Асығыусы ил эсендә лә байтаҡ ресурс мобилизацияланған. 1922 йылдың 1 июненә асығыусы губерналарҙа 7 меңдән артыҡ совет ашханаһы (сит ил ойошмалары — 9500-гә яҡын) асыла. Был ваҡытта РСФСР, үҙендә һәләкәтле аслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Төркиә Республикаһына аҡсалата ярҙам күрһәтә. Төркиәгә 1921—1922 йылдарҙағы дөйөм иҡтисади ярҙам тиҫтәләгән миллион алтын аҡса торошло ине[13].

Сиркәү мөлкәтен конфискациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылдың 27 декабрендә ВЦИК «Сиркәүҙәрҙә һәм монастырҙарҙа һаҡланған байлыҡтар тураһында» тигән документ ҡабул итә, 2 января 1922 йылдың 2 ғинуарында ВЦИК ултырышында «Сиркәү мөлкәтен юҡ итеү тураһында» постановлениеһы һәм музей мөлкәтен тартып алыу тураһында декрет ҡабул ителә. 1922 йылдың 23 февралендә Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты «Дин тотоусы төркөмдәр файҙаланған сиркәү байлыҡтарын алыу тәртибе тураһында» декретын ҡабул итә. Декрет Совет власының урындағы органдарына ғибәҙәтханаларҙан алтын, көмөш һәм ҡиммәтле таштарҙан яһалған эшләнмәләрен тартып алырға һәм Асығыусыларға ярҙам Үҙәгенә тапшырырға ҡуша.

Декрет баҫылып сығыу менән 1922 йылдың 15 (28) февралендә Патриарх Тихон динлеләргә Саҡырыу (Воззвание) менән мөрәжәғәт итә[14]:

<…> Беҙ сиркәү-мәхәллә советтарына асығыусылар мәнфәғәте хаҡына ғибәҙәт атҡарыуҙа ҡулланылмаған сиркәү биҙәүестәре һәм әйберҙәрен ҡорбан итеү мөмкин тип ҡарар иттек, һәм Православ халҡына ошо йылдың 6(19) февралендә Хөкүмәт рөхсәт иткән Саҡырыуыбыҙҙа хәбәр иттек.

Шуның артынса уҡ, хөкүмәт гәзиттәрендә Сиркәүҙең рухани етәкселегенә ҡарата киҫкен тәнҡитенән һуң, 10 (23) февралдә ВЦИК, асығыусыларға ярҙам итеү йөҙөнән ғибәҙәтханаларҙан ҡиммәтле сиркәү әберҙәрен, шул иҫәптән изге һауыттарҙы һәм ғибәҙәт ҡылыу кәрәк-ярағын тартып алыуҙы рөхсәт итте. Сиркәү ҡарашынан сыҡһаҡ, был изге сиркәү өсөн изге нәмәне хурлау тип таныла… Хатта үҙ ирке менән ҡорбан ителгән хәлдә лә, беҙ ғибәҙәтхана әйберҙәрен алыуға ҡаршыбыҙ. Уларҙы ғибәҙәттән башҡа урында ҡуланыу Бөтә Донъя Сиркәүе ҡанундары буйынса тыйыла һәм сиркәү өсөн изге нәмәне хурлау өсөн язаға тарттырыла — ябай кеше диндән айыыу (отлучение), руханиҙар — сандан төшөрөлөү (Апостоллек ҡағиҙәһе 73, Двукратн. Вселенск. Собор. Правило 10).

Сиркәүҙән тартып алынған әйберҙәр Гохранға тапшырыла. ВЦИК-тың Последгол Үҙәк Комиссияһының йыйылған сиркәү байлығы белешмә исемлеге (1922 йылдың 1 ноябре):

  • Алтын 33 бот 32 фунт
  • Көмөш 23,997 бот 23 фунт 3 лота
  • Гәүһәрҙәр 35 670 дана
  • Башҡа ҡыйбатлы таштар 71 762 дана
  • Ынйы 14 бот 32 фунт
  • Алтын тәңкәләр 3115 һум
  • Көмөш тәңкәләр 19 155 һум
  • Төрлө ҡиммәтле әйберҙәр 52 бот 30 фунт

Сиркәү байлығы барлығы 2 миллион ярым алтын һумлыҡ була. Шул аҡсаның яҡынса 1 миллион һумы ғына асығыксылар өсөн аҙыҡ-түлек һатып алыуға тотонола. йыйылған аҡсаның төп өлөшө тартып алыу сығымдарына һәм сиркәүгә ҡаршы кампания ойоштороуға[15] һәм «донъяуи революцияны яҡынайтыу» эшенә киткән[16]. Сиркәү байлығын тартып алыуҙың ысын маҡсаты асығыусыларҙы үлемдән ҡотҡарыу түгел, ә сиркәүҙе сәйәси конкурент булараҡ юҡ итеү була[15].

Сит ил ойошмаларының ярҙамы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, матди һәм медицина ярҙамын: Эшсе-ара ярҙам халыҡ-ара комитеты (Межрабпом) (1921 йылдың 13 авгусында Коминтерн Башҡарма комитеты башланғысы менән булдырыла), Рәсәй асығыусыларына дөйөм европа ярҙамы ойошмаһы (Ф. Нансен етәкләгән — ул Ҡыҙыл Тәре Халыҡ-ара комитеты эгидаһы аҫтында 15 дини-хәйриә йәмғиәттәре һәм комитеттарын берләштерә) һ. б. дини-хәйриә йәмғиәттәре һәм комитеттары (Миссия Ватикана, «Джойнт» һ. б.). Ярҙамдың төп күләме АҠШ-тың буласаҡ президенты Герберт Гувер етәкселегендәге Америка ярҙам администрацияһынан килгән.

1921 йылда Рәсәйҙең асығыусы өлкәләренә сәфәре ваҡытында Нансен төшөргән фотографияларҙың береһе
Бузулук ҡалаһы зыяратында аслыҡтан һәләк булғандар мәйете, 1921 йыл. Был фотография Ф. Нансендың фонды хәйриә открыткаһында файҙаланылған.

Америка ярҙам администрацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Неоднократно зафиксированные нами акты поедания трупов являлись последней стадией длительно нарастающего и прогрессирующего чувства голода, каковое постепенно сламывало все препятствия, всякую борьбу с собой…[17]

1922 йылдың 9 февраленә Америка ярҙам администрацияһының (АРА - ARA) һәм америка ойошмаларының һәм уның контроле аҫтында шәхси кешеләрҙең ярҙамы 42 млн доллар тәшкил итте, Совет Рәсәйенә — 12 млн. 200 мең долларға яҡын, организации Ф. Нансен һәм башҡа уның «ҡанаты» аҫтындағы ойошмалар, 4 млн доллар. 1922 йылдың майында АРА 6 млн. 99 мең 574 кешене, америка квакерҙар йәмғиәте — 265 мең, Save the Children - «Спасем Детей» Халыҡ-ара Альянсы (Save the Children Alliance) — 259 мең 751 кеше, Нансен комитеты — 138 мең, швед Ҡыҙыл тәреһе — 87 кеше, герман Ҡыҙыл тәреһе — 7 мең, инглиз профсоюздары — 92 мең, Халыҡ-ара Эшсе-ара ярҙамы — 78 мең 11 кеше[18].

АRА ярҙамын биреү, И. А. Владимиров картинаһы

В июле 1922 года пищу в столовых АРА и паёк кукурузы получали 8,8 млн чел., а в августе 10,3 млн. В пик активности на АРА работало 300 американских граждан и более 120 тысяч человек, нанятых в советских республиках.

Всего за два года АРА было израсходовано около 78 млн долларов, из которых 28 миллионов — деньги правительства США, 13 млн — советского правительства, остальные — благотворительность, частные пожертвования, средства других частных организаций. С начала осени 1922 года началось сокращение помощи. К октябрю 1922 года продовольственная помощь американцев в России была сведена до минимума.

Международный Комитет Помощи России под руководством Нансена с сентября 1921 по сентябрь 1922 года доставил в Россию 90,7 тыс. тонн продовольствия[19]. -->

Милләттәр Лигаһы һәм Ф. Нансендың асығыусы Рәсәйгә ярҙам күрһәтеүгә саҡырыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бузулук ҡалаһы зыяратында аслыҡтан һәләк булғандар мәйете, 1921 йыл. Был фотография Ф. Нансендың фонды хәйриә открыткаһында файҙаланылған.

30 сентября 1921 года на заседании Лиги Наций в Женеве выступил Фритьоф Нансен. В нём он обвинил правительства стран-членов Лиги в желании решить проблему большевизма в России посредством голода и гибели 20 миллионов человек. Он отметил, что множественные и неоднократные просьбы о предоставлении 5 миллионов фунтов стерлингов (половина стоимости линкора) к правительствам Европейских государств остались без ответа. И теперь, когда Лига Наций приняла резолюцию — эта резолюция говорит только о том, что нужно что-то сделать для России, но отказывает в этом. Более того, представителем Королевства Югославия М. Спалайковичем была предложена резолюция, возлагающая всю ответственность за голод на Советское правительство. Комментируя это, он отметил: «Мы не дадим ни пенни парням из Москвы… из двух зол — голода и большевизма я считаю последний худшим». По информации корреспондента, аналогичного мнения были и другие делегации, но они это выразили в более обтекаемой форме[20].

Аслыҡтың масштабы һәм эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Drought in Russia Great Soviet Encyclopedia Ver1.jpg
Рәсәй империяһында һәм РСФСР-ҙа ҡоролоҡҡа һәм, шуға ярашлы, уңыш булмауға һәм аслыҡҡа дусар булған территориялар
Һарытауҙа 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡтан вафат булыусылар

Бынан тыш, ғәмәлдә аслыҡ теге йәки был дәрәжәлә Совет Республикаларының бөтә төбәктәрен һәм ҡалаларын тиерлек солғап ала.

Исследователь голода В. А. Поляков пришёл к выводу, что мероприятия советской власти по ликвидации голода и его последствий были малоэффективными[21]. Смертность возросла в 3-5 раз (в Самарской губернии, Башкирии и Татарской Советской республике смертность возросла с 2,4—2,8 до 12,3—13,9 человек на 100 душ населения в год). Умирали преимущественно беспосевные (23,3) и в меньшей степени малопосевные (11,0), средне- (7,7) и крупно-посевные (2,2) (смертность на 100 человек) крестьяне.


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Помгол
  • Голод в Казахстане (1919—1922)
  • Башҡортостандағы аслыҡ (1921—1922)
  • Голод в России (1891—1892)
  • Голод в СССР (1932—1933)
  • Голод в СССР (1946—1947)
  • Изъятие церковных ценностей в России в 1922 году
  • Американская администрация помощи
  • Джойнт (организация)
  • «Хлеб и власть в России»
  • «Эшелон на Самарканд»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Белокопытов В. И. Лихолетье: (Из истории борьбы с голодом в Поволжье 1921—1923 гг.). — Казань, 1976.
  • Зима В. Ф. Голод 1921—1922 гг. в Советской России: власть и церковь. — М.: Собрание, 2015. — 239 с.
  • Итоги борьбы с голодом в 1921—1922 гг. — М., 1922.
  • Итоги Последгол (с 15/X 1922 г. — 1/VIII 1923 г.): [Сборник] / Авт. статей и материалов М. И. Калинин, А. Н. Винокуров, О. Д. Каменева, Г. Смолицкий, М. И. Моргунов, К. Ландер, Рихард Эринг, Борис Д. Боген, И. Брихничев, Баткис, И. Ворожцов, Ф. Г. Чучин, П. Бакакин, Ястребов. — М.: Ликвидком ЦКПГ ВЦИК, 1923. — 218 с.
  • Поляков B. A. Голод в Поволжье, 1919—1925 гг.: происхождение, особенности, последствия. — Волгоград: Волгоградское научное издательство, 2007. — 735 c.
  • Поляков Ю. А. 1921 г.: победа над голодом. — М., 1975.
  • Patenaude B. M. The Big Show in Bololand. The American Relief Expedition to Soviet Russia in the Famine of 1921. Stanford, 2002
  • Fisher H. The Famine in the Soviet Russia. The Operations of the American Relief Administration. N.-Y., 1971. (1st ed., 1927.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Революция и гражданская война в России: 1917—1923 гг. Энциклопедия в 4 томах. — М.: Терра, 2008. — Т. 1. — С. 446. — 560 с. — (Большая энциклопедия). — 100 000 экз. — ISBN 978-5-273-00561-7.
  2. Андреев Е. М., Дарский Л. Е., Харькова Т. Л. Население Советского Союза 1922—1991. — М.: Наука, 1993. — С. 10.
  3. Кристкалн А. М. Голод 1921 г. в Поволжье: опыт современного изучения проблемы. Автореферат диссертации. (?!) 1997
  4. См.: Каракулов Д. В. Голод 1921—1922 гг. на Урале. Диссертация. Введение. С. 15 — 16.
  5. Евгений Жирнов. «Одна из главных причин той суммы ошибок» // Коммерсантъ. — 2021. — 21 март.
  6. Eric Baschet. Russia 1904-1924: The Revolutionary Years (A History in Documentary Photographs). — Marboro Books, 1989. — ISBN 3894340053.
  7. Українське життя в Севастополi ФОТОГРАФІЇ З ГОЛОДУ 1921-1923 -7. ukrlife.org. Дата обращения: 10 март 2020.
  8. A starving child during the Famine of 1921-22. www.encyclopediaofukraine.com. Дата обращения: 10 март 2020.
  9. Українське життя в Севастополi Роман Сербин ФОТОДОКУМЕНТИ ПРО УКРАЇНСЬКИЙ ГОЛОД 1921-1923 РP. ukrlife.org. Дата обращения: 10 март 2020.
  10. Евгений Жирнов. "Взял труп мальчика 7 лет, разрубил топором на мелкие части и сварил" (23 ғинуар 2012).
  11. Иголкин, Александр. У истоков советской коррупции: «ленинские паровозы». АРГУМЕНТ (12 ғинуар 2012). Дата обращения: 4 октябрь 2019.
  12. Улянич, Володимир. Терор голодом і повстанська боротьба проти геноциду українців у 1921—1933 роках.— К.: МАУП, 2004.— 84 с.
  13. Е.Жирнов. «Отказался естественно расстаться с чемоданом» // Коммерсантъ. — 2020. — 12 декабрь.
    После заключения в 1921 году договора с правительством Мустафы Кемаля советское руководство, несмотря на катастрофический голод в России, выделяло для него миллионы золотых рублей и оружие для его армии. А в ответ получало в основном заверения в вечной дружбе.
  14. Послание свт. Тихона Патриарха Московского 15/28 февр. 1922 2008 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған.
  15. 15,0 15,1 А. Малахов. Ложки для голодающих. "Коммерсантъ Деньги" №47 (28 ноябрь 2001). Дата обращения: 21 март 2021.
  16. А. Г. Латышев. Рассекреченный Ленин. — 1-е. — М.: Март, 1996. — 336 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-88505-011-2.
  17. Куда большевики дели золото церкви? - Общество - Аргументы и Факты
  18. Геллер М. Я., Некрич A. M. Утопия у власти. М., 2000. С. 114.
  19. Documents of Soviet-American Relations Volume 1 Contents 2008 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған.
  20. Сообщение корреспондента Нью-Йорк Таймс
  21. Поляков, B. A. Голод в Поволжье, 1919—1925 гг.: происхождение, особенности, последствия. Волюфад. 2007. 735 с.