Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы («Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы» дәүләт бюджет фәнни учреждениеһы; ҡыҫҡаса — БР ФА; рус. Академия наук Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһының юғары дәүләт фәнни учреждениеһы.

Тарихы

Академия 1991 йылдың 6 февралендә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы нигеҙендә ойошторола. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы үҙаллы учреждение ойоштороу тураһында ҡарар сығара.

1991 йылда үткән Ойоштороу йыйылышында уның тәүге академиктары һайлана.

1992 йылда беренсе Дөйөм йыйылышта БР Фәндәр академияһы президенты итеп О. А. Кайбышев һайлап ҡуйыла. Ул, Рәсәй Фәндәр академияһы етәкселеге менән килешмәйенсә, ул ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан фәнни үҙәгенә (БНЦ) ингән барлыҡ институттарҙы БР Фәндәр академияһы составына индереү тураһында Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Указын сығарта, һәм был Өфөнөң ғилми йәмғиәтенең бүленешенә килтерә.

Институттарҙың ҡайһы ведомствоға ҡарауы мәсьәләһе РФА президенты Ю. С. Осипов менән БАССР Юғары Советы Рәйесе Мортаза Рәхимовтың осрашыуынан һуң хәл ителә. Өфөнөң академик институттарын РФА-ның Урал бүлексәһенән сығарып, РФА Президиумына буйһонған РФА-ның Өфө фәнни үҙәге составында ҡалдырырға, БР Фәндәр академияһына, быға тиклем фәнни үҙәккә инмәгән институттарҙан тыш (Механика һәм Юғары һығылмалылыҡ институттары), барлыҡ тармаҡ институттарын ҡалдырырға ҡарар ителә.

Өфөләге РФА Өфө фәнни үҙәге президиумы бинаһы БР Фәндәр академияһына бирелә. Ике ойошманың үҙ президенты һайлана[1].

Яңы ойошмала 27 учреждениены, шул иҫәптән РФА Өфө фәнни үҙәгенең 11 институтын берләштергән 6 тематик бүлексә булдырыла[2]. 1995 йылдың мартына тағы ла яңы 4 бүлексә өҫтәлә.

Төбәк проблемаларын тикшереү һәм хәл итеү маҡсатында ике: Стәрлетамаҡ (1998, 2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Стәрлетамаҡ филиалы тип үҙгәртелә[3]) һәм Сибай (1999, 2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһының төбәк тикшеренеүҙәр институты[4]) филиалдары ойошторола.

1996—2003 йылдарҙа БР Фәндәр академияһы менән РФА Өфө фәнни үҙәге эшмәкәрлеген берләштереү алып барыла: президиумдар бер-береһе менән килешеп эшләй, уртаҡ фәнни-ойоштороу структуралары, аспирантура, докторантура, «Ғилем» нәшриәте булдырыла, инфраструктура (мәғлүмәт селтәре, китапхана, поликлиника, автобаза, балалар баҡсалары, ял базаһы) дөйөм мәнфәғәттә ҡулланыла.

Академия республиканың һәм уның күп милләтле халҡының фәнни үҫеше мәсьәләләрен хәл итә, республика ойошмалары, вуздары һәм предприятиеларының тикшеренеү, инновацион эшмәкәрлеген интеграциялауҙа әүҙем ҡатнаша, фән менән мәғариф араһындағы бәйләнеште нығыта, республика ғилми йәмәғәтселегенең Рәсәйҙең һәм донъя илдәренең фәнни берләшмәләре менән хеҙмәттәшлеген үҫтерә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының эше Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланыусы республика ғилми-техник программаларына һәм Республика Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә нигеҙләнә.

2004 йылдан БР Фәндәр академияһында фәнни учреждениеларҙың һәм ойошмаларҙың 5 төркөмө була. 2006 йылда 5 тематик бүлексә раҫлана.

2011 йылда академия составына 10 учреждение һәм 2 филиал инә[2].

2021 йылда республика властары БР Фәндәр академияһын үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итә[5].

Структураһы

Башҡортостан Фәндәр академияһының юғары идара органы булып бүлексәләрҙән һайланған Академия ағзалары, фән докторҙары ингән дөйөм йыйылыш тора. Ул устав, бүлексәләрҙе һәм филиалдарҙы ойоштороу, үҙгәртеп ҡороу һәм бөтөрөү тураһындағы ҡарарҙар ҡабул итә, фәнни тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәрен билдәләй, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының ғилми-ойоштороу эшмәкәрлеге һәм фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре тураһындағы отчет докладын раҫлай һ.б., Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президентын, вице-президенттарын, баш ғилми сәркәтибен, Президиумын һәм уның бүлексәләренең академик-сәркәтиптәрен һайлай.

Фәнде күренекле йәиһә юғары әһәмиәткә эйә хеҙмәттәр менән байытҡан ғалимдар Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана. Академия шулай уҡ почётлы һәм сит ил ағзалары исемдәрен булдыра. Уларға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең, сит илдәрҙең ватан һәм халыҡ-ара абруйға эйә булған иң билдәле ғалимдары, эшмәкәрлектең төрлө өлкәләренә ҙур өлөш индергән, республиканың фәне, мәғарифы, иҡтисады һәм мәҙәниәте үҫешенә әүҙем ярҙам иткән әҙәбиәт, сәнғәт, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лайыҡ була.

2026 йылға ҡарата Академияның структураһы түбәндәгесә:

Етәкселек

Тәғәйенләнеү йылдары буйынса Академия президенттары:

Президиум

БР ФА Президиумы 28 ағзанан тора[6], улар:

шулай уҡ
Фәндәр академияһы бүлексәләре
  • Социаль һәм гуманитар фәндәр һәм технологиялар бүлексәһе
  • Физика, математика һәм машиналар белеме бүлексәһе
  • Ер һәм нефть-газ технологиялары тураһындағы фәндәр бүлексәһе
  • Химия технологиялары һәм яңы материалдар бүлексәһе
  • Агро- һәм биотехнологиялар бүлексәһе
  • Медицина фәндәре һәм һаулыҡ һаҡлау бүлексәһе
институттары
  • «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы» дәүләт бюджет фәнни учреждениеһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты
  • «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы» дәүләт бюджет фәнни учреждениеһының Башҡорт энциклопедияһы институты
ведомствоға ҡараған ойошмалар
  • «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тәжрибә-эксперименталь производстволы гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләү фәнни-тикшеренеү технологик институты» Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет учреждениеһы

Академия ағзалары

Хеҙмәттәшлеге

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы үҙгәртеп ҡоролғандан һуң Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Әзербайжан, Абхазия, Төркиә Республикаларының фәнни учреждениелары һәм Мексиканың Коауила автономиялы университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй[8].

Премиялары

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы фәндең төрлө өлкәһендә Н. А. Айытов, Д. Ф. Варфоломеев, Г. В. Вахрушев, С. А. Гаврилов, В. К. Ғирфанов, Зәки Вәлиди, К. П. Краузе, Г. Х. Ҡоҙаяров, Р. Ғ. Кузеев, С. А. Ҡунаҡбаев, А. Ф. Леонтьев, Р. Р. Мәүлитов, С. Р. Рафиҡов, М. И. Тоҡомбәтов, Г. Н. Тереғолов, К. Р. Тимерғәзин, А. А. Трофимук, М. И. Өмөтбаев исемендәге премиялар булдырған

Баҫмалар

Академия «Вестник Академии наук Республики Башкортостан» һәм «Проблемы востоковедения» журналдарын сығара.

Иҫкәрмәләр

  1. Из истории создания Академии наук республики Башкортостан. 1991-1993 годы. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2026.
  2. 1 2 Академии наук республики Башкортостан - 20 лет. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2026.
  3. Стерлитамакский филиал — Институт стратегических исследований Республики Башкортостан (билдәһеҙ). isi-rb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2026.
  4. Ф.М.Сулейманов. Институт региональных исследований // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Финансирование развития науки в Башкирии хотят увеличить на ₽400 млн — РБК. ufa.rbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2026.
  6. Состав Президиума АН РБ. Академия Наук Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2026.
  7. М. Ильгамов, Г. Хусаинова. Академии наук Республики Башкортостан - 20 лет. cyberleninka.ru. Вестник Академии наук РБ// том 16, №1 (2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2026.
  8. Международное научное сотрудничество. ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2026.