Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы
Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы (23 ноябрь 1926 йыл, Малмыж — 10 ноябрь 2004 йыл, Өфө) — отоларинголог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), профессор (1970), республика оториноларингология ғилми йәмғиәте рәйесе (1966—1991), медицина фәндәре докторы (1970), РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967).
Биографияһы
Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы Бикбаева 1926 йылдың 23 ноябрендә Киров өлкәһенең Малмыж ҡалаһында тыуған.
1949 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай һәм 1991 йылға тиклем шунда уҡ эшләй (1966 йылдан алып ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 1966—1991 йылдарҙа БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы.
Ә. Бикбаеваның «Сравнительная оценка различных методов терапии острых ангин» темаһына яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһы (1963) хәҙерге ваҡытта ла үҙ актуаллеген юғалтмаған[1].
1966−1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире, Башҡорт АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш отоларингологы булып эшләне.
Республика клиник дауаханаһы эргәһендәге республика беренсе сурдология үҙәген ойоштороусы (1968).
Фәнни хеҙмәттәре танау ҡыуышлығы хроник ауырыуының (озена) этиологияһын һәм патогенезын[2], баш һөйәге эсендәге отоген өҙлөгөүҙәрҙең һәм фронтиттарҙың көсәйеп китеүендә вирустарҙың ролен өйрәнеүгә, ревматизм ваҡытындағы тонзилоген интоксикацияны тикшереүгә арналған.
Әлфиә Бикбаева шулай уҡ тонзилоген интоксикацияһының дифференциаль диагностикалау һәм ревматизм; отоларингологик патология терапияһында лазерҙы ҡулланыу мәсьәләләрен өйрәнеү менән дә шөғөлләнә. Уның етәкселеге аҫтында урта һәм эске ҡолаҡ патологиялы ауырыуҙарҙы комплекслы электр-физиологик тикшереү алымдары эшләнә; озендың килеп сығыуының оригиналь концепцияһы төҡдим ителде һәм практикаға ошо ауырыуҙың патогенетик терапияһы ысулы индерелә.
Хеҙмәттәре
230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 2 монография, 12 рационализаторлыҡ тәҡдимдәр, 160 фәнни баҫма авторы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған эшмәкәре Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы Бикбаева етәкселеге аҫтында 16 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, медицина фәндәре докторы әҙерләнә[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971);
- «фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы;
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
- СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967).
Иҫкәрмәләр
- ↑ История кафедры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Озена // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Издательство «Медиа Сфера». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
- Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2021)
- Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы сайтында профиле