Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы

Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы (1 ғинуар 1922 йыл18 ғинуар 2017 йыл) — ғалим-нефтсе-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1965), профессор (1969), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982).

Биографияһы

Әхтәм Рәхмәтулла улы Кинйәкәев[1]  1922 йылдың 1 ғинуарында  Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Бүздәк ауылында  (Башҡортостан Республикаһының Бүздәк ауылы) тыуа.

1951 йылда  И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай.

Эш урындары: Өфө нефть институтының өлкән уҡытыусыһы  (1951—1956); Татар нефть ғилми-тикшеренеү институтының лабораториялары мөдире  (Бөгөлмә ҡалаһы, 1956—1967); И. М. Губкин исемендәге нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтының Татар киске факультетының декан урынбаҫары, деканы  (Әлмәт ҡалаһы, 1967—1969); Гомель дәүләт университетының деканы,  кафедра мөдире  (1969—1973); Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире (1973—1989), профессоры (1989 йылдан).

Кинйәкәевтең ғилми эшмәкәрлек йүнәлештәре: геология, геофизика. Ул Урал һәм Волга буйының нефтле, газлы, карбонатлы ултырмаларын тикшереү ысулдарын эшләй. Был палеозойҙың  стратиграфияһын аныҡлаштырырға, яңы нефтле ҡатламдарҙы табырға мөмкинлек бирә.  

Хеҙмәттәре

Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы —  220-ләп фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыу авторы.

Методы комплексного исследования нефтеносности карбонатных отложений. М.: Недра, 1972.

Эффекты переменного гравитационного поля в капиллярах. Уфа: Гилем, 1997.

Литостратиграфическая характеристика палеозоя платформенного Башкортостана в связи с перспективами открытия залежей углеводородов карбонатных разрезах бездействующих скважин. Уфа: РИО БашГУ, 2005.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. КИНЗИКЕЕВ Ахтям. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года. 2013 йылдың 13 февраль көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995

Һылтанмалар