Абдуллин Айтмөхәмәт Абдулла улы
Абдуллин Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы (рус. ; 1924 йылдың 29 ноябре, Петропавловск өйәҙе[d], Ҡырғыҙ АССР-ы[d] — 2010 йылдың 12 июне, Алматы) — геолог-эҙләүсе, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор (1973), Ҡаҙағстан милли фәндәр академияһы академигы (1979). Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, запастағы полковник.
Биографияһы
Айтмөхәмәт Абдуллин 1953 йылда Алматы ҡалаһында С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университетында геология факультетын тамамлай[1][2].
Шул уҡ йылда К. И. Сатпаев исемендәге геология фәндәре институтында инженер булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Ошонда кесе ғилми хеҙмәткәрҙән институт директоры (1971—1995) һәм Ҡаҙағстан фәндәр академияһы вице-президентына (1988—1995) тиклем ғилми хеҙмәткәрлектең бөтә баҫҡыстарын үтә.
«Мугоджар комплекс тикшеренеүҙәре һәм Урал, Тянь-Шань менән Үҙәк Ҡаҙағстан тектоник структураларының бәйләнеше мәсьәләләре» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1979 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы милли фәндәр академияһының академигы исеменә лайыҡ була.
1951 йылдан алып 1991 йылға тиклем КПСС ағзаһы.
300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 монография авторы.
Башҡортостан Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1995). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
Айтмөхәмәт Абдулла улының фәнни тикшеренеүҙәре Ҡаҙағстан һәм уның менән сиктәш территорияларҙың геолологик төҙөлөшө проблемаларына арналған. Ҡомкүл нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша[1].
Ҡаҙағстан Республикаһы юғары советының 12‑се саҡырылыш депутаты.
Көньяҡ Каролина (АҠШ) һәм К. И. Сатпаев ис. Ҡаҙаҡ милли техник университеттарының профессоры, бер нисә сит ил ғилми ойошмаларының ағзаһы, Тараз, Ҡыҙылурҙа, Көньяҡ Ҡаҙағстан дәүләт университеттарының почетлы профессоры[2].
Ғилми хеҙмәттәре
- «Мугоджар комплекс тикшеренеүҙәре һәм Урал, Тянь-Шань һәм Үҙәк Ҡаҙағстан тектоник структураларының бәйләнеше мәсьәләләре» рус. «Комплексные исследования земной коры Мугоджар и проблемы связи тектонических структур Урала, Тянь-Шаня и Центрального Казахстана»), Алмата, 1978.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Октябрь Революцияһы ордены (1984)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1978)
- Курмет ордены
- Отан ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- Академик К. И. Сатпаев исемендәге премия лауреаты
- СССР-ҙың Дәүләт премиялары лауреаты (1978, 1985)
- Ҡаҙағстан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреты (1978)
- Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979)
- Ҡаҙағстан Республикаһының геологтары милли комитеты президенты
- Ҡаҙағстандың почётлы инженеры
- Ҡаҙағстан ер аҫтын почётлы өйрәнеүсе
- Халыҡ-ара геология конгресының алтын билдәһе
- «Совет геологияһын үҫтергәне өсөн», «СССР ятҡылыҡтарын тәүге асҡан өсөн» дипломдары һәм билдәләре[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Абдулин, Айтмухамед Абдуллаевич. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 Абдуллин Айтмухамед Абдуллаевич. centrasia.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
Әҙәбиәт
- Ашимбаев Д. Р. Кто есть кто в Казахстане. Биографическая энциклопедия. — Алматы, 2008.
Һылтанмалар
- Абдулин Айтмухамед Абдуллаевич на сайте «ЦентрАзия»