Карпухин Иван Егорович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Һөнәр төрө яҙыусы
Эш урыны
Заты ир-ат
Рәсем
Тыуған көнө 5 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған көнө 21 апрель 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (87 йәш)
Уҡыу йорто
Тыуған урыны

Карпухин Иван Егорович (5 февраль 1936 йыл21 апрель 2023 йыл) — ғалим-фольклорсы, яҙыусы һәм шағир. 1962 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылдан урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетының декан урынбаҫары, 1974—1982 йылдарҙа деканы, бер үк ваҡытта 1976—1978 йылдарҙа башланғыс кластар факультеты деканы, 1982 йылдан фәнни эштәр буйынса проректор; 2003—2012 йылдарҙа — урыҫ һәм сит телдәр әҙәбиәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан филиалдың һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтының лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2018), филология фәндәре докторы (1988), профессор (1998). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), СССР юғары мәктәбе (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1977), Башҡортостан Республикаһы мәғариф (1996) отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Ғәли Ибраһимов исемендәге премия әҙәби лауреаты (2006), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016), Әлшәй районының почётлы гражданы (2012).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Егорович Карпухин 1936 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Васильевка ауылында (хәҙер бөткән, Торонтайыш ауыл Советында булған) тыуған.

Халыҡ ауыҙ-тел ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы әсәһе Анна Михайловна һәм апаһы Тамара уята.

Адамовка ете йыллыҡ мәктәбен, тик «бишле» билдәләренә Дәүләкән педагогия училищеһын, 1960 йылда — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай.

Мәктәптә уҡытыусы-телсе, Стәрлебаштың 2-се урта мәктәбендә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй. 1962 йылдан Стәрлетамаҡ педагогия институтында, 1967 йылдан — декан урынбаҫары, 19741982 йылдарҙа — урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультеты деканы, 1982 йылдан — ғилми эштәр буйынса проректор; 2003 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире һәм лаборатория мөдире[1].

1974 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын, 1998 йылда М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетында «Свадьба русских Башкортостана как фольклорно-игровой комплекс (вопросы поэтики и межэтнических взаимодействий)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1966 йылдан — Башҡортостан буйлап фольклор экспедициялары етәксеһе.

Яҙыусы һәм ғалимдың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: Башҡортостан Республикаһының күп этник мөхитендә рус фольклоры, республикалағы башҡа халыҡтарҙың фольклоры менән бәйләнеше. Стәрлетамаҡ педагогия институтында рус халыҡ ижады, боронғо рус әҙәбиәтенең һәм XVIII быуат әҙәбиәтенең тарихы тураһында лекциялар уҡый, «Миф. Фольклор. Әҙәбиәт» махсус семинары менән етәкселек итә. Шиғырҙар, әкиәттәр яҙа.

2023 йылдың 21 апрелендә 88-се йәшендә вафат була[2].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карпухин Иван Егорович — 500-ҙән ашыу фәнни, уҡытыу-методик һәм ижади эштәр, шул иҫәптән 20 китап һәм брошюра авторы.

Уның мөхәррирлеге менән 70-кә яҡын монография, уҡыу әсбаптары, фәнни хеҙмәттәр йыйынтығы һәм ижади эштәр нәшер ителә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Эшендә яҡшы уңыштары өсөн. СССР-ҙың юғары мәктәбе» (1980)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996)
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970)
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1989)
  • «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына 80 йыл» миҙалы (1997)
  • Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986)
  • Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)
  • Стәрлетамаҡ районының Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы (2006)
  • Зәйнәп Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының почетлы профессоры (2012)
  • Әлшәй районының почётлы гражданы (2012)
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы[2].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Русская свадьба в Башкортостане (состояние, поэтика, межэтнические взаимосвязи": монография. — Уфа; Стерлитамак, 1999. — 381 с.;
  • Зоренька вечерняя. — Стерлитамак: СГПИ, 2000. — 129 с.;
  • Частушки (в устах нерусских Башкортостана). — Уфа: Китап, 2003. — 528 с.;
  • Русское устное народное творчество. — М.: Высшая школа, 2005. — 280 с.;
  • Частушки (устами русских). — Уфа: Китап, 2006. — 776 с.;
  • Моя судьба — Башкортостан. — Уфа: Гилем, 2007. — 172 с.;
  • Сказки. — Уфа: Китап, 2008. — 440 с.;
  • Фольклор русских Башкортостана. — Стерлитамак: СГПА, 2008. — 102 с.;
  • Свадьбы в Башкортостане на стыке тысячелетий. — Уфа: Гилем, 2009. — 480 с. + илл.16 с.;
  • Частушки в Башкортостане на рубеже тысячелетий. — Уфа: Гилем, 2011. — 220 с. + илл. 16 с.
  • Стерлитамак мой: избранные произведения писателей южного региона Республики Башкортостан / Союз писателей Республики Башкортостан, администрация города Стерлитамака, Стерлитамакская писательская организация. — Стерлитамак, 2004.- С. 203—205.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт энциклопедияһы — Карпухин Иван Егорович (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2021)
  2. 2,0 2,1 Ушел из жизни И.Е. Карпухин — замечательный педагог, выдающийся ученый и прекрасный человек. Башҡортостан уҡытыусыһы. Дата обращения: 26 февраль 2024.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]