Юлмөхәмәтов Ринад Салауат улы
Ринад Салауат улы Юлмөхәмәтов (1957 йылдың 17 ғинуары, Үрге Этҡол ауылы, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-математик. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Математика институтының ғилми хеҙмәткәре. Физика‑математика фәндәре докторы (1987), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
Биографияһы
Ринад Салауат улы Юлмөхәмәтов 1957 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Үрге Этҡол ауылынды тыуған.
1979 йылда Башҡорт дәүләт университетыын тамамлаған[2].
1982 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Математика институтында һәм Башҡорт дәүләт университетында эшләй[1]. «Программалау һәм иҡтисад информатикаһы» кафедраһы мөдире[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
Физика‑математика фәндәре докторы, профессор Ринад Юлмөхәмәтовтың ғилми тикшеренеүҙәре плюрисубгармоник функциялар теорияһы мәсьәләләренә арналған.
|
Ғилми хеҙмәттәре
|
Ғалим тураһында матбуғат
- Цыганова Л. Образование> Стиль жизни. Король математики. Самый молодой доктор наук свою диссертацию писал… в бане. «Республика Башкортостан» гәзите, 2008, 12 ғинуар[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Хеҙмәткәрҙәр. Башҡорт дәүләт университеты. Рәсми сайт (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2016)
- ↑ 1 2 ВЫПУСКНИКИ КАФЕДРЫ ТЕОРИИ ФУНКЦИЙ И ФУНКЦИОНАЛЬНОГО АНАЛИЗА. Башкирский государственный университет. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2016)
- ↑ Программалау һәм иҡтисад информатикаһы кафедраһы. Башҡорт дәүләт университеты. Рәсми сайт 2017 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2016)
- ↑ «Республика Башкортостан» гәзите, 2008, 12 ғинуар 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2016)
Һылтанмалар
- Юлмөхәмәтов Ринад Салауат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2022)
- «Mat-hNet.Ru» сайты. Персоналии: Юлмухаметов Ринад Салаватович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2016)