Лазарева Дина Наумовна

Лазарева Дина Наумовна (11 сентябрь 1922 йыл11 сентябрь 2019 йыл) — фармаколог-ғалим, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). 1946—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты (1995 йылдан — университет) уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Биографияһы

Дина Наумовна Лазарева 1922 йылдың 11 сентябрендә Силәбе губернаһының Мейәс заводы ҡасабаһында тыуған.

1943 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай.

1946—2002 йылдарҙа Башҡорт медицина институтында[1] эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре (1976)
  • Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002)
  • Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1993)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)

Хеҙмәттәре

  • Клиническая фармакология в онкологии. М., 2007 (авторҙ.);
  • Лекарственные растения Башкортостана. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә