Лякишев Николай Павлович
Лякишев Николай Павлович (5 октябрь 1929 йыл — 18 ноябрь 2006 йыл, Мәскәү)[1] — ғалим-металлург; техник фәндәр докторы (1975), профессор (1979); Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1987), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Ленин премияһы (1976) һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты.
Биографияһы
Николай Павлович Лякишев 1929 йылдың 5 октябрендә Покровка ауылында (хәҙер — Орёл өлкәһе) тыуған[2]).
1954 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын тамамлай[1]. 1954—1987 йылдарҙа И. П. Бардин исемендәге Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында эшләй (1975—1987 — директор)[1][3].
1987—2004 йылдарҙа — директор, артабанғы йылдарҙа — А. А. Байков исемендәге металлургия һәм материалдарҙы өйрәнеү институтының ғилми етәксеһе[1][3]. Наноматериалдар һәм нанотехнологиялар буйынса Мәскәүҙә РФА Ғилми советын етәкләй.
Рәсәй металлургтарының Халыҡ-ара союзы вице-президенты; «Заводская лаборатория», «Физикохимия обработки материалов» журналдарының баш мөхәррире[4]
2006 йылдың 18 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[5].
Ғаиләһе
Өйләнә, ике балаһы бар[6]. .
Фәнни эшмәкәрлеге
Боголюбов Владимир Александрович етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[7]; 1975 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай; профессор (1979)[1].
Тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре[2]:
- физик химия,
- металлургия процестары теорияһы һәм ҡорос һәм иретмәләренең яңы технологиялары.
Күп компонентлы системаларҙан оксидтарҙы тергеҙеү һәм селектив окислау теорияһы эшләй, ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге компоненттарнҙың юғары температуралы үҙ-ара бәйләнеше химияһы; углеводород тергеҙеү һәм металлокерамика процесстары термодинамикаһы һәм кинетикаһы[2].
- Төньяҡ магистраль газ үткәргестәре өсөн иҡтисади-легацияланған һалҡынға сыҙамлы ҡорос серияһын һәм уларҙы етештереүҙең технологик процестарын булдыра;
- металлургияла тимерҙе туранан-тура алыу процесын индерә (домнаһыҙ);
- 20-30 % һығылмалылығын кәметмәйенсә углеродлы ҡорос ныҡлығын арттырыу технологияларын тәҡдим итә
Уның эштәре нигеҙендә ванадий етештереүҙең яңы технологияларын булдырыла[2]
Ағза-корреспондент (29.12.1981), СССР Фәндәр академияһының (23.12.1987) органик булмаған материалдар технологияһы һәм физикохимия бүлегебуйынса академик[8]. 1991 йылдан — РФА академигы, академик-секретарь урынбаҫары — химия бүлеге һәм материалдар тураһында фәндәр бүлеге фәндәр секцияһы етәксеһе[2]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991, техник фәндәре бүлексәһендә тора)[9]. Ҡытай Инженер Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы, Украинаның Милли фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[3].
30-ҙан ашыу фән кандидаты һәм 11 доктор әҙерләгән[7]. 450-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 6 монография, 100-ҙән ашыу уйлап табыу авторы[1][4].
Һайланма хеҙмәттәре
- Лякишев Н. П. (соавт.) Борсодержащие стали и сплавы. М.: Металлургия, 1986
- Лякишев Н. П., ред. Диаграммы состояния двойных металлических систем. В 3 тт.
- Лякишев Н. П., Тулин Н. А., Плинер Ю. Л. Легирующие сплавы и стали с ниобием. М.: Металлургия, 1981
- Лякишев Н. П., Гасик М. И. Металлургия хрома. М.: 1999—581 с. ил. 26 см
- Лякишев Н. П., Колпаков С. В., Банных О. А. Энциклопедический словарь по металлургии в двух томах. М., 2000. 412 стр.+ 408 стр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1970),
- Ленин ордены (1981)
- СССР дәүләт премияһы (1970)
- Ленин премияһы (1976)
- РФ хөкүмәте премияһы (2002)
- Украина Министрҙар кабинетының Почёт грамотаһы (1 октябрь 2004 йыл) — Рәсәй һәм Украина ғалимдарының иҗади берҙәмлеген нығытыу эшенә һәм металлургия етештереүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе өсөн[10]
- Демидов премияһы (2005)
- Рәсәй Фәндәр академияһының И. П. Бардин исемендәге алтын миҙалы
- Рәсәй Фәндәр академияһының Д. К. Чернов исемендәге алтын миҙалы (2004) — «Создание сталей для нефте- и газопроводных труб большого диаметра и технология их производства» эше өсөн.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Башкирская энциклопедия, 2013
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Академия наук Республики Башкортостан
- ↑ 1 2 3 4 5 Умер академик Лякишев Николай Павлович. РАН (21 ноябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2017.
- ↑ 1 2 3 Лауреат Демидовской премии Лякишев Николай Павлович. УрО РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2017. 2017 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Лякишев Николай Павлович (1929—2006). Московские могилы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2017.
- ↑ Лякишев Николай Павлович. Биография.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2017.
- ↑ 1 2 Ламажаа Ч. Академик Н. П. Лякишев: «Я с детства имел дело с металлом» // Наука Урала. — 2006. — № 4.
- ↑ Лякишев Николай Павлович. Архивы Российской академии наук. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2017.
- ↑ Академия наук Республики Башкортостан
- ↑ Постановление Кабинета Министров Украины от 1 октября 2004 года № 1295 «О награждении Лякишева Н. П. Почётной грамотой Кабинета Министров Украины»
Һылтанмалар
- Лякишев Николай Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2022)
- Лауреатами общенациональной неправительственной Демидовской премии 2005 года стали: Олег Николаевич Крохин, Николай Павлович Лякишев, Алексей Эмильевич Конторович (рус.) (недоступная ссылка). Международный Демидовский фонд. Дата обращения 22 июля 2017. Архивировано 6 марта 2016 года.
- Лякишев Николай Павлович (рус.). Академия наук Республики Башкортостан. Дата обращения 22 июля 2017.