Хәсәнов Марс Мәғнәүи улы
Хәсәнов Марс Мәғнәүи улы (22 май 1955 йыл, Талбазы ауылы, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, "Газпромнефть"тең фән буйынса директоры, SPE Рәсәй 2019 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған. һәм Каспий төбәге илдәренең күҙәтеү советы рәйестәше.
Биографияһы
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының Физика факультетын тамамлай. 1978—1981 йылдарҙа булған — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Органик химия институты инженеры. 1981—1993 йылдарҙа — ӨНИ (ӨДНТУ) инженеры, ассистенты, доценты, профессоры. 1992 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1993 йылдан — профессор. 1993—1999 йылдарҙа — лаборатория мөдире, директор урынбаҫары, «Нефтегазтехнология» ВНИИЦА (Өфө) директоры. Был 1999—2002 йылдарҙа — "ЮганскНИПИнефть"тың Өфө филиалы директоры. 2002—2005 йылдарҙа — «ЮКОС ЭП» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Мәскәү технология үҙәгенең фән буйынса директоры. 2005—2011 йылдарҙа — «Роснефть» нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең фән буйынса директоры. 2006—2011 йылдарҙа — МГИМО-ның глобаль энергетика сәйәсәте һәм хәүефһеҙлек кафедраһы профессоры, әлеге ваҡытта Санкт — Петербург тау университеты (НМСУ «Горный») профессоры.
2011—2019 йылдарҙа буйынса Ғилми-Техник Үҙәге "Газпромнефть"тә Фәнни-техник үҙәк етәксеһе (ООО "Газпромнефть НТЦ "). Марс Хәсәнов ҡатнашлығында , Халыҡ-ара нефть-газ сәнәғәте инженерҙары йәмғиәтенең (SPE) Төньяҡ-Көнбайыш секцияһы ойошторола. 2013 йылда «Углеводородтар сығарыу һәм ҡулланыу технологиялары» технологик платформаһын һәм Рәсәй Минэнегроһының нефть-газ комплексының инновацион үҫеше буйынса Консультатив советтың Эшсе төркөмөнөң етәксеһе була. «Газпромнефть» сығарған «Газ инжиниринг» китап серияһының яуаплы мөхәррире. Серияға нефть һәм газ тармағының донъя бестселлерҙары инә һәм улар беренсе тапҡыр рус теленә тәржемә ителә. Был Рәсәй ғалимдарының, инженерҙарҙың, студенттарҙың донъяуи махсуслашҡан әҙәбиәтен уҡыу һәм нефть-газ тармағының иң яҡшы ысулдары менән танышыууҡыу мөмкинлеген киңәйтә.
«PROнефть. Профессиональ нефть тураһында» 2020 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. журналының баш мөхәррире.
«Нефть хужалығы» Рәсәйҙәге һөнәри тармаҡ журналының редакция коллегияһы ағзаһы.
2016 йылда нефть-газ сәнәғәте инженерҙары йәмғиәтенең директорҙар советы Марс Хәсәновты SPE Күҙәтеү советының Рәсәйҙәге һәм Каспий төбәгендәге рәйестәше итеп һайлай[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
200-ҙән ашыу фәнни эш, 5 монография һәм 60-тан ашыу уйлап табыуға патент авторы. «Ҡатлам — скважина — ҡоролма — тышҡы инфраструктура» системаһын һүрәтләү мөмкинлеге биргән берҙәм интеграция моделе сиктәрендә нефть-газ табыу процестарын һәм проектлау методологияһын эшләй. Марс Хәсәнов эре нефть-газ проекттарына фәнни-инженер ярҙамы күрһәтеү һәм яңы технологиялар индереү өлкәһендәге эксперт булып таныла. Фәнни тикшеренеүҙәренең төп темаһы — моделләү, тура үҙенсәлеге булмағанкүп фазала мөхиттең хәрәкәт процестары менән идара итеү һәм контролләү; нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү процестарын мониторинглау һәм проектлауҙың компьютер технологияларын эшләү.
Наградалары
- «Фән һәм техника маҡтаулы хеҙмәткәре» (13 май, 2015, № 350/к бойороғо) исеменә лайыҡ була.
- Атҡаҙанған фән эшмәкәре (указ № 572 2016 йылдың 26 октябре).
- Санкт-Петербург тау университеты (НМС «Тау») профессоры, МФТИ һәм Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры. Бөйөк Петрҙың Санкт-Петербург политехник университеты почетлы докторы.
- РФ энергетика министрлығының, "НК «Роснефть» акционерҙар йәмғиәтенең, Инженер-нефтселәр йәмғиәтенең (Society of The Petroleum Engineers) Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
- Халыҡ-ара инженер-нефтселәр йәмғиәтенең абруйлы ағзаһы (SPE Distinguished member). SPE тарихында «Рәсәй-Каспий» төбәгендә был өсөнсө шундай награда.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Директор по технологиям «Газпром нефти» Марс Хасанов стал сопредседателем Наблюдательного совета общества инженеров-нефтяников в России и Каспийском регионе. ntc.gazprom-neft.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2017. 2017 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- ПАО «Газпром-нефть» 2022 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
- The Society of Petrolium Engineers
- РБК-ТВ: Когнитивный бизнес: перспективы и возможности 2019 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған.
- Новость: Представитель «Газпром нефти» возглавил созданную Северо-западную секцию SPE 2016 йылдың 5 май көнөндә архивланған.
- Сибирская нефть: Мы понимаем, куда идем 2019 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
- Сибирская нефть: Наш потенциал сопоставим с мировыми лидерами 2019 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
- Новость: Руководитель НТЦ Марс Хасанов получил звание «Заслуженный деятель науки РФ» 2019 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
- Нефтяное хозяйство: Стоимостный инжиниринг в ПАО «Газпром нефть»: текущая ситуация и перспективы развития
- Нефтяное хозяйство: Автоматизация литолого-фациального анализа на основе спектральной теории
- Нефтяное хозяйство: Количественные методы использования аналогов в задачах разведки и разработки месторождения
- Нефтяное хозяйство: Стационарный дебит горизонтальных скважин в рядных системах обработки
- Вестник ЦКР Роснедра: Технологические вызовы нефтяной отрасли 2016 йылдың 6 май көнөндә архивланған.
- Недропользование XXI век: Инновационные технологии как инструмент повышения эффективности разработки месторождений ОАО «Газпром нефть» 2019 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
- В сборнике: SPE — SPE Russian Oil and Gas Exploration and Production Technical Conference and Exhibition 2014: Express method to estimate target bottomhole pressure in pumping oil well
- В сборнике: SPE — SPE Russian Oil and Gas Exploration and Production Technical Conference and Exhibition 2014: Application of mathematical optimization techniques for well patrtern selection
- В сборнике: SPE — SPE Arctic and Extreme Environments Conference and Exhibition, AEE 2013 2013: A method to determine optimum well spacing for oil rims gaz-oil zones
- Проектная революция 2019 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
- Газпром нефть — лидер технологий нефтедобычи в России 2019 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
- Хасанов Марс Магнавиевич в Свободной энциклопедии Урала
- Хасанов Марс Магнавиевич на сайте 2013 йылдың 17 сентябрь көнөндә архивланған. МГИМО
- Интервью «Rosneft Magazine»(недоступная ссылка)
- Коммерсант: «Роснефть» теряет головы